Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 384


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БУҘАТ
2. Төҫ ҡасыу, төҫһөҙләнеү. □ Синеть, становиться синим (о лице). Һалҡындан йөҙө буҙарған. ■ Һалдат ҡапыл тыны быуылып тынып ҡалды. Уның аҡһыл йөҙө буҙарып китте. 3. Биишева.
БУҘАТ (Р.: название звезды из созведия Малой Медведицы; И.: name of a star of the Lesser Bear; T.: Küçükayı takımyıldızından bir yıldızın ismi) и.
1. астр. Кесе Етегәндең бер йондоҙоноң исеме. □ Название звезды из созведия Малой Медведицы. Буҙат йондоҙо.
2. миф. Күктә йәшәүсе ат. □ Конь, живущий на небе. ■ Кесе Етегәндә Буҙат менән Һарат йәшәй. Башҡорт мифологияһынан.
БУҘҒЫЛ (Р.: сероватый; И.: greyish; Т.: boz) с.
Буҙ төҫкә тартым. □ Сероватый. Буҙғыл төҫ. Буҙғыл һарыҡ.
БУҘҠА ТУРҒАЙ и. зоол. диал. ҡар. һабан турғайы. Һауала буҙҡа турғайҙар сырылдаша.
БУҘЛАҠ I (буҙлағы) и. зоол. диал.
1. ҡар. буҙыҡай. Буҙлаҡ ите.
2. ҡар. сырлауыҡ. Баҫыу өҫтөндә буҙ-лаҡтар оса.
БУҘЛАТЫУ (буҙлат-) ҡ. йөкм. ҡар. буҙлау, понуд. от буҙлау. Ниңә инде ҡустыңды буҙлатаһың?
БУҘЛАУ I (буҙла-) (Р: выть; И.: howl; T.: bozlamak) ҡ. диал.
1. Һуҙып илау. □ Выть, плакать в голос. Буҙлап илау. Бутаһынан айырылған дөйә һымаҡ буҙлап илай, бахыр.
2. кусм. Йәмһеҙ тауыш менән йырлау. □ Петь неприятным голосом. Йырҙы белһә лә, белмәһә лә буҙлаған була.
3. миф. Хәүеф-хәтәр менән бәйле йәмһеҙ тауыш сығарыу. □ Реветь, выть неприятным голосом; мифологизированное действие, вызывающее несчастье. Буҙларға ярамай, бәлә килә.
БУҘЛАУ II с. диал. ҡар. буҙ. Төҫө буҙлау ғына була ул ҡоштоң.
БУҘЛАШЫУ (буҙлаш-) ҡ. урт. ҡар. буҙлау 2. взаимн. от буҙлау 2. Кистәрен
ҡатындар йыйылышып буҙлашып ултыралар.
БУҘ ТУМЫРТҠА (Р: седой дятел; И.: woodpecker species; T.: küçük yeşil ağaçkakan) и. зоол.
Япраҡлы урмандарҙа йәшәүсе ағас бөжәктәре һәм уларҙың ҡурсаҡтары менән туҡланыусы, башы, кәүҙәһенең аҫты буҙ төҫтәге күгәрсендән бәләкәйерәк ултыраҡ ҡош. □ Седой дятел (лат. Picus canus). Ағасҡа буҙ тумыртҡа ҡунған. ■ [Буҙ тумыртҡаның] ҡанаттарының осонда — буй, ә ҡойроҡ өҫтөндә арҡыры аҡ һыҙыҡтар бар.
Э. Ишбирҙин.
БУҘ ТУРҒАЙ (Р: степной жаворонок; И.: (sky)lark; T.: boğmaklı toygar) и. зоол.
1. Яландарҙа һәм баҫыуҙарҙа йәшәүсе бөжәктәр, үлән орлоҡтары менән туҡланыусы, һырт яғы буҙ, ҡанаттары ҡара көрән таптар менән сыбарланған һорғолт аҡ төҫтәге, турғай ҙурлығындағы күсмә ҡош. □ Степной жаворонок (лат. Melanocorypha calandra). Буҙ турғайҙар оса. ■ [Өммөгөлсөм:] Әгәр бер Хоҙайым тел асҡысы биреп, буҙ турғай булып һайрай алһам, бәлки, йөрәгемдә янғанды эҙ генә булһа ла ацлата алыр инем һиңә. 3. Биишева. [Буҙ турғай] яҙғыһын бөжәктәр, йәйгеһен улән орлоҡтары һәм иген менән туҡлана. Э. Ишбирҙин.
2. диал. ҡар. һабан турғайы. Буҙ турғайҙар сырлай.
3. диал. ҡар. йорт турғайы. Буҙ турғайҙар ем супләй.
4. диал. ҡар. сырлауыҡ. Буҙ турғайҙар һайрай.
БУҘШЕШЕК (буҙшешеге) (Р.: опухоль; И.: tumour; T.: şişlik) и. диал.
Шеш. □ Опухоль. Буҙшешек сыҡҡан.
БУҘЫҠА и. диал. ҡар. буҙыҡай.
Буҙыҡалар ҡорҡолдай.
БУҘЫҠАЙ (Р: тетёрка и самка глухаря; И.: she-wood grouse; T.: keklik) и.
Ҡорҙоң һәм һуйырҙың инәһе. □ Тетёрка и самка глухаря. Буҙыҡайҙар йугерешә.
384