Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 385


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БУЙ
БУҘЫР [рус. < $p.poudre\ (Р.: пудра; И.: powder; T.: pudra) и.
Биткә яға торған хуш еҫле йомшаҡ онтаҡ.
□ Пудра. Биткә буҙыр һөртөү.
БУҘЫРЛАНЫУ (буҙырлан-) ҡ.
1. ҡайт. ҡар. буҙырлау, возвр. от буҙырлау. Көҙгө алдында буҙырланыу.
2. төш. ҡар. буҙырлау, страд, от буҙырлау. Буҙырланған битен ямғыр тамсылары йыуа.
БУҘЫРЛАУ (буҙырла-) (Р.: пудрить; И.: powder; T.: pudra kullanmak) ҡ.
Буҙыр менән ҡаплау; буҙыр һөртөү.
□ Пудрить. Битте буҙырлау.
БУ Ж АЙ (Р: толстый; И.: thick; Т.: şişman) с. диал.
Йыуан. □ Толстый (о человеке). Бужай кеше.
БУЖАЛ (Р: заранее назначенный срок перевозки невесты в дом жениха; И.: agreed upon time; T: gelini getirme zamanı) и. этн.
Ҡыҙҙы күсереүгә алдан билдәләнгән ваҡыт. □ Заранее назначенный срок перевозки невесты в дом жениха. Килен йәрәшкәс, бер-ике айҙан бу жал ҡуялар.
БУЖАН и. зоол. диал. ҡар. иңкеш. Бужандар оса.
БУЖМАҠ с. диал. ҡар. бурҫлаҡ. Буж-маҡ кәүҙәле, көптәй ҙур ҡорһаҡлы булһа ла, ныҡ-ныҡ баҫып килә.
БУҘАРА (Р: ласка; И.: caress; T.: şefkat) и. диал.
Иркәләү, наҙ. □ Ласка.
БУҘАРЫУ (буҙар-) ҡ. диал. ҡар. буҙарыу.
БУЙ I [боронғо төрки бог ‘буй, оҙонлоҡ’] (Р: длина; И.: length; T: boy) и.
1. Нәмәнең оҙонлоҡҡа булған һуҙымы; оҙонлоҡ. □ Длина. Бүрәнәнең буйы ике метр. Өҫтәлдең буйы. ■ һыбайлыларҙың алдағыһы бер-ике мәртәбә йәнлекте уҙып китте, эйелә биреп, ҡулындағы беләк буйы суҡмары менән һелтәнде, кейеге саҡ-саҡ ялтанып ҡала алды. 3. Ураҡсин. Кояш билбау буйы
күтәрелеп, апаруҡ ҡыҙҙыра башлағайны инде. Ә. Хәкимов.
2. Кешенең йәки бер нәмәнең бейеклеккә булған үлсәме; бейеклек. □ Рост. Буйы бигерәк оҙон. ■ Алпамыша ғәйәт ирәбе, ғәләмәт көслө батыр булып күҙ алдына баҫа: уның буйы ғына ла алтмыш (ҡайһы бер вариантта етмеш) аршын, яурыны алты аршын. Халыҡ ижадынан. • Баланың буйын көтмә, аҡылын көт. Әйтем. Дөйәләй буйың булғансы, төймәләй аҡылың булһын. Әйтем.
3. Кешенең бөтә һыны, кәүҙә. □ Стан, фигура. ■ Ҡашың ҡара, буйың зифа. Халыҡ йырынан.
4. Ниҙеңдер бөтә һуҙымын билдәләгән ара, әйләнә тирәһе, эргәһе. □ Расстояние, определяемое пространством, вдоль чего-л. Йылға буйы. Ҡойма буйы. ■ Ҡарғалар һыу буйындағы эре тирәктәргә оя ҡороу мәшәҡәте менән ҡар ҙа ҡор киләләр. 3. Ураҡсин. Ишек алдында, нигеҙ буйында, Таиба әбей менән Өммөгөлсөм бойоғошоп ҡына тынып ултыра. 3. Биишева. Ҙурыраҡ балыҡтар, суртан йәки йәйендәр шамбырлаған һайын, ҡамыш буйҙары дерелдәп ҡала. Д. Бүләков. Йылға буйын һиҫкәндереп, Оҙонталда сыбыртҡы шартлаттылар, шунан тағы тауыштар өҙөлдө. Р. Камал.
5. Оҙонға тартылған бер рәт, һыҙат. □ Ряд. Ике буй түтәл кишер сәсеү. Күлдәгенә ике буй төймә тағылған. ■ Йөҙйәшәр имәндең бер буйы ҡара янған, йыуан ҡуш олоно ике яҡҡа ярылып төшкән, ҡабыҡтары сәрпәкләнеп сәсрәгән, ус аяһындай япраҡтары көйөп, кәлгә әйләнгән. 3. Ураҡсин.
БУЙ II (Р: вдоль; И.: lengthwise; T: boy) с.
1. Оҙонға тартылған, оҙонлайға ҡуйылған. □ Вдоль, в длину. Буй таҡталар. Урындыҡҡа буй балаҫ түшәлгән. Ҡыҙылға ҡара буй төшкән туҡыма.
2. Оҙонлоҡҡа булған һуҙым йүнәлешендә үтә торған. □ Продольный. Буй бысҡыһын тотоп атайым урманға китте. Буй бысыу.
♦ Буй ятҡан(ды) ағасты (йәки сүпте) арҡыры һалмау бер ни ҙә эшләмәү, тик
13- 1.0158.11
385