БУЙ
ятыу. □ Лежать на боку; пальцем о палец не ударить.
БУЙ III [рус. < гол. boei] (Р: буй; И.: buoy; T: şamandıra) и.
Һыу төбөндәге нәмәнең тәңгәлен, һай урынды, ау һалған ерҙе һәм башҡаларҙың урынын күрһәтеү өсөн йөҙҙөрөп ҡуйылған билдә; ҡалҡыуыс. □ Буй. Йылға өҫтөндә буйҙар ғына куренеп тора.
БУЙ IV (Р.: верхняя часть платья; И.: bodice; T.: elbisenin üst kısmı) и. диал.
Күлдәктең өҫкө өлөшө. □ Верхняя часть платья. Ҡыҫҡа буйлы кулдәк.
БУЙ АЛЫУ (буй ал-) (Р: беременеть; И.: become pregnant; T.: gebe kalmak) ҡ.
Ауырға ҡалыу. □ Беременеть, забеременеть. Буй алып, әсә булған.
БУЙБАШ (Р: непослушный; И.: disobedient; T.: yaramaz) с. диал.
Тыңлауһыҙ. □ Непослушный. Буйбаш бала.
БУЙ БИРЕҮ (буй бир ) (Р: подчиняться; И.: give in; T: uymak) ҡ.
1. Буйһоноу. □ Подчиняться, поддаваться кому-чему, не устоять перед кем-чем. Батшаға буй биреу. ■ [Мотал — Нисаға:] Мин һицә кем? Теге гәзиткә төшөрҙөләр тигәс тә, бөтәгеҙ ҙә буй бирмәй башланығыҙмы инде? М. Хәйҙәров. Таиба әбейҙец кесе улы Закир өлкәндәргә бер ҙә буй бирмәне. 3. Биишева. Бейә Аҡйелекте өҫкә сөйгән, ергә алып һуҡкан, әммә егет уны ҡулынан ыскындырмаған. Шунан бейә буй биргән, ҡырыҫланмаҫ булған. Әкиәттән.
2. Үҙ ыңғайына ҡуйыу; буйлатыу. □ Распустить кого (ослабить надзор). Балаға буй биреу.
БУЙ-БУЙ (Р.: полосатый; И.: striped; Т: çizgili) с.
1. Күп буйлы, һыҙат-һыҙат. □ Полосатый, с полосами. Буй-буй һыҙатлы тауар. Буй-буй биҙәкле кулдәк.
2. Күп рәтле, рәт-рәт. □ Рядами. Ҡарағайҙарҙы буй-буй ултыртыу. ■ Урманда ағасты буй-буй киҫеп, ағасын ауҙарып китә
ләр ҙә, һатҡанын һаталар, һатмағаны ята икән аунап, тип һөйләгәйне берәу. Р. Сол-тангәрәев.
БУЙ-БУЙҘАҠ (Р: нисколько; И.: not at all; T: hiç) p.
1. Бер ҙә. □ Нисколько. Буй-буйҙаҡ эшләмәй.
2. Буш ҡул менән. □ С пустыми руками.
3. Бушҡа. □ Попусту, напрасно.
БУЙ БЫСҠЫ (Р.: продольная пила; И.: ripsaw; T: bıçkı testeresi) и.
Буй йүнәлештә ҡырҡыу өсөн ҡулланылған ҡыя тешле бысҡы. □ Продольная пила. Буй бысҡы менән бысыу.
БУЙ-БУЙЫНА (Р.: беспрерывно; И.: continuously; T: sürekli) р.
Туҡтауһыҙ, өҙлөкһөҙ. □ Беспрерывно, непрерывно. Буй-буйына һөйләнеу.
БУЙГӨЙӘҘ (Р: неуклюжий; И.: awkward; T: acemi) с. диал.
һынһыҙ, һөмһөҙ (кешегә ҡарата). □ Неуклюжий (о человеке). Буйгөйәҙ кеше.
БУЙГҮЛМӘК (буйгүлмәге) и. диал. ҡар. һыпайта. Буйгулмәк кейеу.
БУЙҒА (Р: вдоль; И.: along; T: boylu boyunca) р.
Буй йүнәлештә. □ Вдоль. Ағасты буйға бысыу. Ерҙе буйға һөрөу. Туҡыманы буйға бесеу.
БУЙҒА БӨТКӘН (Р: неспособный; И.: blunder; T: beceriksiz) с.
1. Ҡулынан эш килмәгән кешегә ҡарата хуп күрмәгәнде белдергәндә әйтелә; ҡоро кәүҙә. □ Неспособный; недотёпа, пустышка. Буйға бөткән егет. М Бер зәғиф, көсһөҙ, һәнәрһеҙ, буйға бөткән бәндә мин. Ш. Бабич.
2. Зифа буйлы. □ Стройный. Буйға бөткән ҡыҙҙар.
БУЙҒА ЕТЕҮ (буйға ет-) (Р: достигнуть совершеннолетия; И.: become of age; T: erginlik yaşına girmek) ҡ.
Үҫеп, тейешле йәшкә йәки бейеклеккә етеү. □ Достигнуть совершеннолетия, вырастать. Буйға еткән ҡыҙ. Үҫемлектәр буйға
386