Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 387


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БУЙ ЕТЕҮ
еткән. ■ Егет кенә булып, буйға еткәс, кояш булып йәйел йыһанға. Халыҡ ижадынан.
БУЙҒА ҠАЛЫУ (буйға ҡал-) ҡ. ҡар. буй алыу. Ҡатын буйға ҡалған.
БУЙҒАУ (Р.: основа в ткачестве; И.: warp; T.: atkı) и. диал. туҡ.
Буйлыҡ, буй еп. □ Основа ткани, уток (в домашнем ткачестве). Балаҫ буйғауы.
БУЙҒА УҘЫУ (буйға уҙ-) ҡ. ҡар. буй алыу. Егеттең кәләше буйға уҙған. ■ [Тәңкәбикә — Шәфәҡкә:]Хоҙай ҡушмағас, буйыңа ла уҙмай ҡалдың шул. Бала үҫтереп торор инең, исмаһам. М. Кәрим.
БУЙҒА ҺИКЕРЕҮ (буйға һикер ) ҡ. ҡар. буй ебәреү. Оҙайлы ямғырҙарҙан һуң, картуфтар буйға һикерҙе.
БУЙҒОРАМА и. диал. ҡар. түрыорған.
Буйғорама яһау.
БУЙҒЫҘ (Р.: совершеннолетняя девушка; И.: grown-up girl; T.: bülüğ kız) и. диал.
Еткән ҡыҙ. □ Совершеннолетняя девушка. Буйғыҙҙар киске уйынға сығалар.
БУЙҘА БУЛЫУ (буйҙа бул-) (Р: быть беременной; И.: be pregnant; T.: hamile olmak) ҡ.
Ауырлы булыу. □ Быть беременной. Был ҡатындың буйында бар.
БУЙҘАҒЫ БАЛА (Р: ребёнок в утробе; И.: baby in the womb; T.: fetus, ana rahmindeki çocuk) и.
Ҡарындағы бала. □ Ребёнок в утробе. Йөклө ҡатындар буйҙағы баланың сәләмәтлеген уйларға бурыслы.
БУЙҘАЙ КҮЛМӘК (күлмәге) и. диал. ҡар. һыпайта. Буйҙай күлмәк тегеү.
БУЙҘАҠ I [боронғо төрки бу илаҡ ‘үҫкән, етлеккән’] (Р: холостой; И.: single; Т.: bekâr) с.
1. Ҡатыны булмаған; ҡатынһыҙ; өйләнмәгән. □ Холостой. Ауылдарҙа буйҙаҡ егеттәр, ирҙәр күп.
2. Ҡатынһыҙ кешегә хас. □ Холостой, холостяцкий. Сәлимде буйҙаҡ тормош та ялҡытты.
БУЙҘАҠ II (Р.: бездетная; И.: childless; T.: çocuksuz) с.
1. диал. Биҙәү, балаһы булмаған. □ Бездетная (о женщине). Буйҙаҡ ҡатын.
2. диал. ҡар. тол I. Ире үлеп, буйҙаҡ ҡатын булғанына ла оҙаҡ йылдар үтте.
3. диал. Ҡыҫыр. □ Яловая. Буйҙаҡ һыйыр.
БУЙҘАҠ III с. диал. ҡар. яңғыҙ. Буйҙаҡ башы.
БУЙҘАҠ IV с. диал. ҡар. даими. Буйҙаҡ эш тапҡан.
БУЙҘАҠЛЫҠ (буйҙаҡлығы) (Р: положение холостяка; И.: bachelorhood; Т.: bekârlık) и.
Өйләнмәгән булыу. □ Положение холостяка, холостяцкое положение. Егетте буйҙаҡлыҡ ялҡытты, әйләнергә булды.
БУЙҘАН-БУЙ(ҒА) (Р: по всей длине; И.: from end to end; T.: tüm uzunluğu boyunca) р.
Бөтә оҙонлоҡҡа, бөтә буйға. □ По всей длине, из конца в конец; от края до края. Буйҙан-буй һыҙат төшкән. Буйҙан-буйға йүгереү. Урманды буйҙан-буйға үтеп сығыу. ■ Шунан яҫы бысҡы менән бүрәнәне буйҙан-буйға ярып таҡта яһайҙар. Р. Солтангәрәев.
БУЙҘАНЛАУ (буйҙанла-) ҡ. диал. ҡар. һуйҙанлау. Буйҙанлап урамда йөрөгәнсе, эшкә инһәң яҡшыраҡ булыр ине.
БУЙҘАУ (буйҙа-) ҡ. диал. ҡар. буйлау.
БУЙ ЕБӘРЕҮ (буй ебәр-) (Р: расти; И.: grow; T.: büyümek) ҡ.
Үҫеп оҙонайыу (үҫемлектәргә ҡарата). □ Расти, вырастать (о растениях). Картуф баҡсаһында ҡый үләндәре буй ебәргән. ■ Һоло буйға һикергәс тә утауҙы туҡтаттылар. А. Таһиров. Ана бит, әҙәм ҡулы киҫкән йүкә урманы урынында ҡотороноп уҫаҡ үҫә, ҡасандыр ҡарағайҙар буй ебәреп, ҡояшҡа ҡарап ҡыуанышып ултырған биләмәне сауҡалыҡ баҫып алған. Н. Мусин.
БУЙ ЕТЕҮ (буй ет-) (Р: достигать; И.: reach; T.: ermek) ҡ.
13*
387