Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 388


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БУЙ ҠУЙЫУ
1. Ынтылғанда, үрҙәге нәмәгә ҡул етеү.
□ Достигать. Минең мейес башына буйым етә.
2. ҡар. буйға етеү. Буй еткән ҡыҙҙары бар.
БУЙ ҠУЙЫУ (буй ҡуй-) (Р.: давать волю; И.: give vent to smth; T.: engel olmamak) ҡ.
Ирек ҡуйыу. □ Давать волю в чём. Балаға буй ҡуйыу.
БУЙЛАЙ (Р.: вдоль; И.: along; T.: boylu boyunca) p.
Буй йүнәлештә, буйҙан-буй. □ Вдоль. Ағасты буйлай киҫеү. Күлдәкте буйлай тегеү.
БУЙЛАП (Р.: вдоль по; И.: along; Т.: boyunca) бәйл.
Төп килештәге исем менән килеп, ни-ҙецдер буй йүнәлешендә хәрәкәт итеүен белдерә. □ Вдоль по (послелог с сущ. в осн. п.). Купер буйлап барыу. Таҡта буйлап ҡына йөрөү. Айыу юлы буйлап китеу. ■ Койма буйлап сынйырҙарын сылтыратып ике эт лар-лор өрөп, йөрөп тора. 3. Ураҡсин. Яҡуп иптәштәрен оҙаҡ көттөрмәне. Картуф баҡсаһы аша башта ул күл яғына сыҡты, унан тыҡрыҡ буйлап урамға менде. М. Кәрим. [Зөлхизә] йәш бала шикелле, ҡулдарын сәпәкәйләп, түҙемһеҙләнеп, яр буйлап йүгереп йөрөнө. 3. Биишева.
БУЙЛАТЫУ (буйлат-) (Р.: перемещаться вдоль; И.: travel all over; T: boyunca hareket etmek) ҡ.
1. Буйлай хәрәкәт иттереү. □ Двигаться вдоль чего, по чему. Койма буйлатып алып барыу. Бағана буйлатыу.
2. Арҡыры-буй гиҙҙереү. □ Заставлять исходить, изъездить. Ауыл буйлатып алып йөрөнө.
3. Ниҙеңдер ашаһына, төбөнә еткереү.
□ Доставать, касаться, дотрагиваться. Күл төбөн буйлатып ҡарау.
4. күсм. Ирек ҡуйып, шаштырыу. □ Баловать, избаловать; дать волю. Улдарын буйлатҡандар, тыңламай.
БУЙЛАУ (буйла-) I (Р: двигаться вдоль; И.: pass along smth; T: boyuna hareket etmek) ҡ.
1. Буй йүнәлештә хәрәкәт итеү. □ Двигаться вдоль чего. Яландарҙы буйлау. Йылғаны буйлау. ■ Коштар йырын тыңлап, туғайҙарҙы буйлап, сәскәләрҙән йыйҙыҡ наҙҙарҙы. Ф. Әсәнов.
2. Үрмәләп менеү (ултырған ағасҡа, бағанаға). □ Взбираться, карабкаться. Электр бағанаһына буйлау. Солоҡ ағасына буйлау.
3. Ниҙеңдер ашаһына, төбөнә етеү. □ Достигать (дна). Йылғаның тәрәнлеген таяҡ менән буйлап ҡарау.
4. Буйһонмай, тейешле йүнәлештән, ыңғайҙан сығыу. □ Не слушаться, не повиноваться. Ат буйлай бит әле. Утынды бысам тиһәм, бысҡы буйлап тик тора.
5. күсм. Буйһонмай, тәртиптән сығыу. □ Избаловаться, становиться избалованным. Был бала буйлай башлаған, тыңламай.
6. диал. Бер ғәҙәтте ҡыуыу. □ Заниматься одним и тем же делом.
БУЙЛАУ (буйла ) II ҡ. диал. ҡар. оҙатыу II. Балаҫҡа еп буйланым.
БУЙЛЫ I (Р.: полосатый; И.: striped; Т.: çizgili) с.
Буй һыҙатлы. □ Полосатый. Буйлы биҙәк. Буйлы салбар. Буйлы ойоҡ. М Буйлы зәңгәр күлдәктең еңен Яҡуп шатырҙатып төптән үк йыртты ла алды. М. Кәрим.
БУЙЛЫ II (Р: имеющий какой-л. рост; И.: having a height of; T.: boylu) с.
Ниндәйҙер буйға эйә. □ Имеющий какой-л. рост, какого-л. роста. Һомғол буйлы ҡыҙҙар. Зифа буйлы ҡатын. Кыҫҡа буйлы ир килә ята. ■ Вәзир, ҡырын йығыла биреп, оҙонса буйлы сибек Айҙарҙы баш аша ырғытты. М. Кәрим. Күк йөҙө ише зәп-зәңгәр күҙле, ай ҡашлы, ҡыр кәзәһенекеләй һомғол буйлы еңгәһен онота алманы ул. И. Ноғоманов. Үҙенән кәмендә ун биш-ун алты йәшкә олораҡ булған был йоҡа кәүҙәле, бәләкәс буйлы кешене Амантаев ихтирам итә. Р. Солтангәрәев.
388