Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 389


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БУЙ ҺАЛЫУ
БУЙЛЫҠ (буйлығы) (Р.: основа в ткачестве; И.: warp; T.: atkı) и.
1. туҡ. Туҡыманың оҙонлоҡҡа оҙайтыл-ған ебе. □ Основа, уток (в ткачестве). / Основный. Еп буйлыҡ. Йөн буйлыҡ. Буйлыҡ оҙатыу.
2. Төҙөлөштә буйға һалына торған материал (ағас һ. б.). □ Строительный материал, устанавливаемый в длину (дерево и т. д.).
3. Ышлыяның арттан өйләндереп, ике яҡ ҡолаҡбау төбөнә тартылған бауы. □ Часть шлеи, протянутая вдоль спины лошади к гужам.
БУЙЛЫҠҠАН (Р.: название родового подразделения башкир; И.: name of a Bashkir clanal subdivision; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Үҫәргән ҡәбиләһе аймағы исеме. □ Буй-лыккан (название родового подразделения башкир племени усерган). Буйлыҡҡан аймағы башҡорто.
БУЙМА-БУЙ р. диал.
1. ҡар. туранан-тура. ■ Ауылда алып барылған бөтә эштәрҙә буйма-буй ҡатнашып йөрөй.
2. Бер туҡтауһыҙ. □ Бесперестанно. Ямғыр буйма-буй яуа.
БУЙРАҠ с. ҡар. буръяҡ.
БУЙСАН (Р.: рослый; И.: tali; T: boylu) с.
Буйға оҙон, оҙон буйлы. □ Рослый, высокий, высокого роста. Буйсан егет. Буйсан ҡыҙ.
БУЙСАНЛЫҠ (буйсанлығы) (Р: вы-скорослость; И.: tali; T: uzun boyluluk) и.
Буйсан булыу. □ Высокорослость. Төркөмдәге егеттәрҙән ул буйсанлығы менән айырылып тора. ■ Ғүмерендә күрмәгән затлы кейемдәр һушын алды Гөлбаныу ҙың. Үҙенең ун биш йәшендә тиңдәштәренән буйсанлығы менән айырылып торған ҡыҙға итектәренә тиклем йәтешле булды. Т. Ғарипова.
БУЙТI (Р: инерция; И.: inertia; T: atalet) и. иҫк.
Нәмәнең үҙ хәрәкәтен, үҙ хәлен һаҡлау көсө; һәлмәклек; инерция. □ Инерция. Буйт менән хәрәкәт итеүсе уйынсыҡ.
БУЙТ II (Р: толк; И.: use, sense; T: mana) и. диал.
Мәғәнә, рәт. □ Толк. Ул малайҙан буйт юҡ.
БУЙТЛАҠ (буйтлағы) (Р: человек, поддакивающий кому-л.; И.: person saying yes to smb; T: evetleyen kimse) и. һөйл.
Кеше һүҙен йөпләп, ҡеүәтләп торған кеше. □ Человек, поддакивающий кому-л. Ул буйтлаҡ ни, нимә тиһәң дә ыңғайыңа һөйләй инде.
БУЙТЛАУ (буйтла-) (Р: ударить по ходу; И.: spur; T: vurmak) ҡ.
1. Ниҙелер килгән ыңғайына елләтеп һуғыу. □ Ударить по ходу (чтобы ускорить движение чего-л.). Уйынсы тупты буйтлап ебәрҙе.
2. күсм. Кемдеңдер һүҙен йөпләү; ҡеүәтләү. □ Поддакивать кому, одобрять кого. Ихлас күңелдән буйтлау.
БУЙТЛЫ (Р: подходящий для броска; И.: heavy; T: sağlam) c.
Бәргәндә, һелтәгәндә шәп оса, ныҡ тейә торған; һәлмәк, елле. □ Подходящий для броска. Буйтлы селек. Буйтлы ҡайыш.
БУНТҺЫҘ (Р: бестолковый; И.: muddleheaded; T: salak) с.
Мәғәнәһеҙ. □ Бестолковый. Буйтһыҙ кеше.
БУЙТЫМ (Р: вдоволь; И.: in plenty; T: yeterince) р. диал.
Тулыһынса етерлек; мул; теләгәнсә, ҡәнәғәт булғанса. □ Вдоволь, много, достаточно. Ашау беҙҙә буйтым.
БУЙ ҮЛСӘГЕС (Р: ростомер; И.: stadio-meter; T: boy ölçer) и.
Кешенең буйын үлсәй торған ҡорамал.
□ Ростомер. Балалар табибы буй үлсәгес менән малайҙы үлсәп ҡараны.
БУЙ ҺАЛЫУ (буй һал-) (Р: проверять глубину воды ростом; И.: measure water depth by one’s height; T: su derinliğini boy ile kontrol etmek) ҡ.
389