Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 390


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БУЙҺИКЕ
1. Аяҡ үрә төшөп, һыуҙың тәрәнлеген үлсәү. □ Проверять глубину воды ростом. Мин кул ситенә буй һалып ҡараным. ■ Беҙҙең генә Комкул һыуы тәрән, буй һалһам да буйым буйламай. Халыҡ йырынан.
2. Ҡолас ташлау. □ Плавать брассом. Буй һалып йөҙөу.
БУЙҺИКЕ (Р.: узкие нары вдоль стены; И.: narrow plank bed along a wall; T: dar tahta yatak) и. диал.
Стена буйлап эшләнгән тар һике. □ Узкие нары, скамья вдоль стены, һауыт-һабаны буйһикегә ҡуйыу.
БУЙҺОНҒАНЛЫҠ (буйһонғанлығы) (Р.: подчинённость; И.: subordination; Т.: bağlılık) и.
Буйһоноулы, бойондороҡлолоҡ хәле.
□ Подчинённость. Тәбиғәткә буйһонғанлыҡ. Етәксегә буйһонғанлыҡ.
БУЙҺОНДОРОУ (буйһондор-) (Р: подчинять; И.: subordinate; T.: boyun eğdirmek) ҡ.
1. Көс менән баш эйҙереү; теҙ сүктереү, бойондороҡло итеү. □ Подчинять, покорять. Халыҡты буйһондороу. Ауылды буйһондороу.
2. Яулап алып, үҙеңә хеҙмәт иттереү.
□ Покорять. Кеше тәбиғәтте буйһондорорға тырыша.
3. Кемдеңдер иркенә, ниҙеңдер яйына күндереү. □ Приучать к чему-л. Яңы хужа хеҙмәткәрҙәрҙе тәртипкә буйһондорорға тырышты.
БУЙҺОНОУ (буйһон ) [дөйөм төрки буйун сун- ‘муйынды һоноу’] (Р: подчиняться; И.: submit; T.: boyun eğmek) ҡ.
1. Кемдеңдер көсөнә баш эйеү; теҙ сүгеү.
□ Подчиняться, покоряться, повиноваться. // Подчинение, повиновение. Батшаға буйһоноу. Ата-әсәгә буйһоноу. ■ Мәңгенән бирле әкрен, ләкин мөһабәт, тәртипле аға торған Ағиҙелдең һыуы .. ни нәмәгәлер буйһонған. М. Ғафури.
2. Кемдеңдер иркенә, ниҙеңдер яйына күнеү. □ Подчиняться. Яҙмышҡа буйһоноу.
Мәктәптә балалар тәртипкә буйһонорға тейеш. ■ Рәмистең йөрәге сәнсеп китте. Әммә ул уҙенән-уҙе ҡайҙалыр алып китеп барған аяҡтарына буйһоноп, барҙы ла барҙы.
3. Йәнбирҙина.
3. Етәкселек аҫтында булыу. □ Быть в подчинении кого-л. Кала хакимиәтенә буйһонған уҡыу йорттары.
БУЙҺОНОУСАН (Р: покорный; И.: obedient; T.: boyun eğen) с.
Тыңлаусан, баш эйеүсән, яраҡлашыусан. □ Покорный, послушный, безотказный. Буйһоноусан хеҙмәткәр. Буйһоноусан бала.
БУЙҺОНОУСАНЛЫҠ (буйһоноусан-лығы) (Р: покорность; И.: submissiveness; Т: boyun eğme) и.
Кемдеңдер, нимәнеңдер көсөнә буйһоноу һәләте. □ Покорность, безропотность. Егеттең буйһоноусанлығы хужаларға оҡшай ине.
БУЙҺУҘМА и. диал. ҡар. түрыорған.
Буйһуҙма тегеу.
БУЙ-ҺЫН (Р: фигура; И.: stature; Т: endam) и. йыйн.
Кешенең тышҡы рәүеше; кәүҙә. □ Фигура, стан. Кыҙҙың буй-һыны зифа. ■ Нурания хәҙер аңланы: ул Еилемхандың буй-һынына ла, саңғысы, көрәшсе булыуына ла ҡыҙыҡманы — уны Еилемхандың йомшаҡ куңеле, миһырбанлығы әурәтте, йөрәген әсир итте. Р. Камал. Тик буй-һынында ғына еңгәмдең ҡатын-ҡыҙҙарға хас һомғоллоғо, һөйкөмлөлөгө һаҡланып ҡалғайны. Д. Бүләков.
БУЙҺЫУ (Р.: с длинным туловищем; И.: long bodied; T: uzun gövdeli) с.
1. Оҙон тороҡло. □ С длинным туловищем (о лошади). Буйһыу am.
2. диал. ҡар. буйсан. Буйһыу егет.
БУЙЫ(НА) (Р: в течение, по; И.: during; T.: boyunca) бәйл.
Төп йәки эйәлек килештәге ара һәм ваҡыт төшөнсәле һүҙҙәр менән килеп, эш-хәлдең дауамын белдерә. □ В течение, по. Гумер буйы. Көнө буйы йоҡлап ятыу. Аҙна буйы ямғыр яуыу. ■ Улай тиһәң, ғәйепте бер
390