Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 391


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БУЙ ЮРҒАН
Гөлбаныуҙан ғына эҙләү ҙә дөрөҫ түгелдер: Ихсанбай бит ғүмере буйы йылғаның ике ярылай, икегә бүленеп, үҙе йәшәгән тормошто яратмай, шикләнеп, икеләнеп йәшәне. Т. Ғарипова. Төн буйына ҡар яуған: ергә япҡан аҡ юрған. С. Әлибаев.
♦ һыу буйы оҙон-оҙаҡ һөйләнгән (һүҙгә, хәбәргә ҡарата). □ Очень длинный (о разговоре). Һыу буйы хәбәр һөйләү.
БУЙЫ-БУЙЫНА (Р.: беспрестанно; И.: incessantly; T.: durmadan) р. диал.
Туҡтауһыҙ. □ Беспрестанно. Буйы-буйы-на һөйләнә лә йөрөй.
БУЙЫ МЕНӘН (Р.: во всю длину; И.: at full length; T.: tam boyda) р. диал.
1. Буйҙан-буйға. □ Во всю длину. Буйы менән күренеп ята.
2. Туҡтауһыҙ. □ Беспрестанно. Буйы менән һөйләнеү.
БУЙЫНА ЕТЕҮ (буйына ет ) (Р: находиться на последнем месяце беременности; И.: become pregnant; T: hamile liğin son ayında olmak) ҡ.
Балаға етешеү. □ Находиться на последнем месяце беременности. ■ Ағайым һуғышҡа китерҙән бер йыл элек кенә кәләш алғайны. Буйына еткән Шәмсеҡәмәр еңгәм һалдат оҙатҡанда .. ер-һыу илап ҡалды. Ғ. Вәлиев.
БУЙЫНДА БУЛЫУ (буйында бул-) (Р: быть беременной; И.: be pregnant; T: hamile olmak) ҡ.
Йөклө булыу. □ Быть беременной. ■ Берүк ата-әсәләренә еткер, ҡыҙҙарының хәле насар. Буйында булғанын да белмәгәндәр. Һ. Дәүләтшина.
БУЙЫНСА [дөйөм төрки бойунча < бог ‘буй; үҙе’] (Р: по; И.: about, concerning; T: boyunca) бәйл.
1. Төп килештәге һүҙҙәр менән килеп, эш-шөғөлдөң йүнәлешен, йөкмәткеһен белдерә. □ По (послелог с сущ. в им. пад. обозначает направление, содержание действия ). Мөһим мәсьәлә буйынса ултырышҡа йыйылыу.
2. Төп килештәге һүҙҙәр менән килеп, эш-хәлдең бер нәмәгә ярашлы, килешле рәүештә башҡарылғанын белдерә. □ По (послелог с сущ. в им. пад. обозначает выполнение действия согласно чему-л.). Закон буйынса эш итеү. Эшселәрҙе исемлек буйынса тикшереп сығыу. Һүҙлек буйынса тәржемә итеү.
■ Алтынбай, күнегеп киткән ғәҙәте буйынса, көн тыуыу менән аяғына баҫты. 3. Ураҡсин. Ошо сәғәттән алып ҙур сәйәхәткә әҙерлек башланды, һөйләшеп килешеү буйынса, Ғабдулла менән Айҙар Ҡылыстың арғы башындағы таллыҡҡа мурҙа үрергә китергә булды. М. Кәрим.
3. Төп килештәге һүҙҙәр менән килеп, кемдең йәки ниҙеңдер үҙ-ара бәйләнеш, мөнәсәбәт нигеҙен белдерә. □ По (послелог с сущ. в им. пад. обозначает связь с профессиональной сферой), һәнәре буйынса нефтсе.
■ Улар [Саҡай менән Сафа] бала саҡтан уҡ мәҙрәсә буйынса дуҫ кеше. Б. Бикбай.
4. Төп килештәге һүҙҙәр менән килеп ниндәйҙер мөнәсәбәттәге эш төрөн, эш әлкәһен белдерә. □ По (послелог с осн. п. вразн. знач.). Төҙөлөш буйынса белгес. Хоккей буйынса беренсе урын алыу. Мәктәп буйынса саңғы ярышы ойоштороу. ■ Нинаның әҙәби әҫәрҙәре әҙ ине, күберәге тимер юл транспорты буйынса техник белешмә китаптары. Б. Бикбай.
5. диал. ҡар. буйы(на). Бер йыл буйынса эшләмәү. Юл буйынса бошоноп уйланып барыу.
БУЙЫНСА и. диал.
1. ҡар. муйынсаҡ.
2. ҡар. хәситә.
БУЙЫШ (Р: название родового подразделения башкир; И.: name of a Bashkir clanal subdivision; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡатай ҡәбиләһе аймағы. □ Буйыш (название родового подразделения башкир племени катай). Буйыш аймағы башҡорто.
БУЙ ЮРҒАН и. диал. ҡар. түрыорған.
391