Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 392


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БУКЕТ
БУКЕТ [рус. < фр. bouquet] и. ҡар. гөлләмә.
БУКЕТЛАНЫУ (букетлан-) ҡ. төш. ҡар. букетлау, страд, от букетлау.
БУКЕТЛАУ (букетла-) (Р.: букетировать; И.: thin out; T.: seyrekleştirmek) ҡ. a. х.
Үҫемлек рәттәрен арҡырылай һөрөп, айырым төркөмдәргә бүлеү; һирәкләү. □ Букетировать. Сөгөлдөрҙө букетлап утау.
БУКИНИСТ [рус. < фр. bouquiniste < bouquin ‘иҫке китап’] (Р.: букинист; И.: bouquiniste; T.: eski kitapçı) и.
1. Файҙаланыуҙа булған китаптар менән һатыу итеүсе. П Букинист. Букинисҡа китап алып барам.
2. Ҡиммәтле иҫке китаптар, ҡулъяҙмалар менән сауҙа итеүсе. □ Букинист.
БУКИНИСТИК (Р: букинистический; И.: second-hand; T.: genellikle eski kitap satan) с.
Тотолған, иҫке китаптар менән һатыу иткән. □ Букинистический. Букинистик сауҙа нөктәһе. Букинистик киоск. Букинистик магазиндан китаптар һатып алыу.
БУКЛЕТ [рус. < фр. bouclette] (Р: буклет; И.: booklet; T: kitapçık) и.
Бер биткә сығарылған мәғлүмәт, реклама һ. б. характерҙағы бөкләнмәле баҫма. □ Буклет. Реклама буклеты.
БУКМЕКЕР [рус. < ингл. bookmaker] (Р: букмекер; И.: bookmaker; T.: müşterek bahisçi) u.
Бәйгегә һәм төрлө уйындарға ҡуйылған аҡсаны йыйыусы һәм отошто таратыусы кеше. □ Букмекер.
БУКСИР [рус. < нем. Bugsierer] (Р: буксир; И.: tug (boat); T: römorkör) и.
Тартып йәки этеп йөрөтөлә торған карап. □ Буксир. ■ Буксирҙар ватып үткән урындарҙа ғына тәртипһеҙ рәүештә өйөлөшкән боҙ киҫәктәре араһынан күкшелт һыу үҙенең тулҡынсыҡтарын тәгәрләтә. Й. Солтанов.
♦ Буксирға алыу ярҙамсылыҡ итеү.
□ Брать на буксир.
БУКСИРЛАУ (буксирла-) (Р: буксировать; И.: tow; T: yedemek) ҡ.
Тағып һөйрәү; буксирға алыу. □ Буксировать. Машинаны буксирлау.
БУҠАЙ и. диал. ҡар. бапак I.
БУҠАН (Р: коротыш; И.: tubby person; T: kısa boylu kimse) и. диал.
Бәләкәй буйлы кеше. □ Коротыш, коротышка.
БУҠЫЛДАҠ (буҡылдағы) и. диал. ҡар. мығырлаҡ.
БУ ҠЫ Л Д АУ (буҡылда-) ҡ. диал. ҡар. бупылдау.
БУЛА (Р: из-за, ради; И.: for the sake of; T: için) бәйл.
Төбәү килештәге һүҙҙәр менән килеп, эш-хәрәкәттең ниәт, маҡсатын белдерә. □ Из-за, ради (послелог с мест, и дат. п. или с гл. вф.на -ырға/-ергә). Ҡайтырға була урындан тороу. ■ Ике-өс ҡыҙ ишекте асмаҫҡа була кеҙегә килеп йәбеште. Ж. Кейекбаев. Гармунына була Гимаҙиҙы Фатимаһы менән бер туйға саҡырғайнылар. Д. Исламов.
БУЛАВКА [рус.] и. ҡар. төйрәүес.
БУЛАВКА-БӘШМӘКТӘР и. бот. ҡар. төйрәүес бәшмәктәр.
БУЛАТ [фарс. -Ujj] (Р: булат; И.: damask steel; T: şam çeliği) и.
Ҡорал өсөн ҡойолған боронғо ҡорос. □ Булат. Һалдат булат хәнйәр тағып алған. Булат ҡылысы менән һелтәнде. • Күк тимер булат булмаҫ. Әйтем.
БУЛ АШТЫРЫУ (булаштыр-) ҡ. диал. ҡар. маташтырыу.
БУЛАШЫУ (булаш-) ҡ. диал.
1. ҡар. булышыу 3. ■ Күңелле генә һөйләшкән ҡыҙ ҡапыл шымтайҙы, һағайҙы, күлдәк еңдәрен тартҡыланы, шунан үҙ алдына ниҙер булашҡан Бикморатҡа өндәште. Н. Мусин.
2. ҡар. тырышыу.
БУЛҒАДИР и. иҫк. ҡар. бригадир 2.
БУЛҒАН I (Р: проворный; И.: businesslike; T: çevik) и.
392