БУЛДЫРЫУ
Ҡулынан эш килгән; булдыҡлы. □ Проворный, деловой, деловитый, дельный. Булған менән эшләуе лә еңел. ■ Егеттәрҙең булғаны, ҡыҙҙарҙың уңғаны [осрашыу] юлын барыбер таба торғайны. С. Агиш.
БУЛҒАН II (Р.: весь; И.: available; T.: tüm) билд. а.
Һәммә, барлыҡ. □ Весь, вся, всё; все; имеющийся в наличии. Булған аҡсаны тотоноп бөтөрөу. Булған ғына аҙыҡты ашап бөтөрөу. Булған халыҡты байрамға саҡырыу. Булған дуҫтарҙы йыйыу. Булған таныштарға шылтыратып сығыу.
БУЛҒАНЛЫҠ (булғанлығы) (Р: проворность; И.: promptness; T.: çeviklik) и.
Уңғанлыҡ. □ Проворность. Етешлек булғанлыҡтан килә.
БУЛҒЫЛАУ (булғыла-) (Р: случаться; И.: occur; T.: bazen olmak) ҡ.
Һирәк-мирәк булыу. □ Случаться, бывать (временами, время от времени, изредка). Беҙҙә байрамдар, куңел асыуҙар булғылап тора. Беҙҙә ҡунаҡтар булғылап тора.
БУЛДЫҠЛЫ (Р: деловитый; И.: efficient; T.: becerikli) с.
Ҡулынан эш килгән, эшкә уңған; эшлекле. □ Деловитый, дельный, деловой, предприимчивый. Булдыҡлы кеше. Булдыҡлы булыу. Һәр эшкә булдыҡлы. ■ Ысынлап та, Мараттың яҡшы уҡыуы осон һис ни ҙә ҡамасауламаҫҡа тейеш, булдыҡлы малай, өйөндә бөтә шарттар бар. Н. Мусин. • Булдыҡлы эшкә тотонһа, ташыңды ла аш итер. Мәҡәл.
БУЛДЫҠЛЫЛАНЫУ (булдыҡлылан-) (Р: становиться деловитым; И.: become businesslike; T.: becerikli olmak) ҡ.
Булдыҡлыға әйләнеү, булдыҡлы булыу.
□ Становиться деловитым, деловым, предприимчивым. Булдыҡлыланып китеу.
БУЛДЫҠЛЫЛЫҠ (булдыҡлылығы) (Р: деловитость; И.: dexterity; T.: beceriklilik) и.
Ҡулдан эш килеү сифаты; һәләтлек.
□ Деловитость, предприимчивость. ■ Әммә уҙенең булдыҡлылығы менән ул [Айҙар] бер
генә тапҡыр ҙа шапырынманы, уның йөҙөндә ҡуҡырайыуҙың әҫәре лә сағылманы. М. Кәрим.
БУЛДЫҠҺЫҘ (Р: неспособный; И.: incapable; T.: beceriksiz) с.
Ҡулынан эш килмәгән; эшлекһеҙ. □ Неспособный, бездарный, бестолковый. ■ Башҡорттар борон-борондан алыҫ юлға арыҡ атты эйәрләмәгән, булдыҡһыҙ ирҙәрҙе илсе итеп ебәрмәгән. М. Кәрим. • Булдыҡһыҙ эшкә тотонһа, ашыңды ла таш итер. Мәҡәл.
БУЛДЫҠҺЫҘЛАНЫУ (булдыҡһыҙлан-) (Р: становиться неспособным; И.: get ungifted; T.: beceriksiz olmak) ҡ.
Булдыҡһыҙға әйләнеү, булдыҡһыҙ булыу. □ Становиться неспособным, бестолковым.
БУЛДЫРМАЛЫ (Р: способный; И.: able; T.: yetenekli) с. диал.
Булдыҡлы. □ Способный, предприимчивый.
БУЛДЫРСА (Р: вид кишок; И.: sort of guts; T.: bağırsaklar türü) и. диал.
Эсәк төрө. □ Вид кишок.
БУЛДЫРТЫУ (булдырт ) ҡ. йөкм. ҡар. булдырыу, понуд. от булдырыу.
БУЛДЫРЫЛЫУ (булдырыл-) ҡ. төш. ҡар. булдырыу 1,3. страд, от булдырыу 1,
3. Танышлыҡ булдырылды. Малға аҙыҡ булдырылды.
БУЛДЫРЫУ (булдыр-) (Р: приобретать, создавать; И.: make, create; T: edinmek) ҡ.
1. Барлыҡҡа, ғәмәлгә килтереү; бар итеү.
□ Приобретать, заводить что; обзаводиться чем; создавать, осуществлять, устанавливать. Танышлыҡ булдырыу. Мөмкинселек булдырыу. Илдә тәртип булдырҙы. Баҡсала уҫемлектәргә яһалма шарттар булдырғандар. ■ Йыйылышта һәр кемгә айырым таҫтамал булдырырға тигән ҡарар сығарылды. М. Тажи.
2. Эш итә алыу, ҡулдан эш килеү.
□ Справляться с чем. [Таһир] йырларға ярата һәм булдыра ла. ■ Кул эйәһе хәҙер
393