Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 394


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БУЛМАҒАН
инде вәғәҙәһен үтәмәй булдыра алмаған. Әкиәттән.
3. Тейешле сифат, хәлгә еткереү. □ Доводить до готовности. Балсыҡты булдырғансы баҫтыҡ. Ҡамырҙы булдырғас, йәйергә тотондом. ■ Ҡыҙ бик шәп итеп мунса булдырған да: «Әбей мунса булды, һине нисек алып барайым?» — тигән. Әкиәттән.
БУЛМАҒАН (Р.: бездарный; И.: talentless; T: istidatsız) с.
Ҡулынан эш килмәгән; эшлекһеҙ. □ Бездарный, бестолковый, недотёпа. Булмаған егет менән дуҫлашма.
БУЛМАҺА (Р.: если уж так; И.: as a last resort; T.: öyleyse) мөн.
Берәй нәмәгә ҡарата билдәле бер уй-фекергә килгәндә әйтелә. □ Если уж на то пошло, если уж дело за этим стало, если уж так, раз уж так, коли уж так; в крайнем случае. Булмаһа, урамда йөрөп киләйек. ■ [Янһары:] Туҡта, былай ярамай. Булмаһа, һунарға барып ҡайтайым әле. Әкиәттән. Ә егеттәр бының йәнен язалай: «Бик булмаһа, урлап та алып китәм инде мин уны! Хәҙер һаҡалыңды һыйпап тороп ҡалдың, һине, әллә ҡайҙа йөрөгән кешене, көтөп ултырыр тиһеңме?» Р. Солтангәрәев.
БУЛМЫШ (Р: действительность; И.: reality; T.: gerçek) и.
1. Ғәмәлдә булған, ысынға тап килгән хәл. □ Действительность, окружающая обстановка. Хәҙерге булмыш. Булмышыбыҙ тәбиғәткә бәйләнгән. ■ Тәбиғәттең ҡануны шулай: бер нәмә лә юғалмай, ул икенсе бер нәмәгә олғаша, башҡа рәүеш ала ла булмышын дауам итә. 3. Ураҡсин.
2. Ғәмәлдә булған, тәбиғәттән килгән сифат. □ Природа, характер. Бөтә булмышы менән рәссам кеше. Булмышы менән яҙыусы. Булмышы менән йомшаҡ кеше. ■ Аҡһаҡ бүре, көсөгөн эйәртеп, урман шырлығына атланы. Вайымһыҙлығы, иҫһеҙлеге юғалып, бар булмышын йәшәү ҡомары биләп алғайны уның. Ә. Хәкимов.
БУЛҺА КӘРӘКмөн. ҡар. буғай. ■ Икенсе танкыға бер ыңғай бер нисә снаряд тейҙе булһа кәрәк, ул соҡорға аушайып төштө. С. Кулибай.
БУЛЪЯЛ (Р: назначенная дата свадьбы; И.: set time (about a wedding); T.: düğün tarihi) и. этн.
Алдан билдәләнгән туй ваҡыты. □ Назначенная дата свадьбы. Булъял ҡуйып кейәү алып та ҡайтты.
БУЛЪЯЛ КӨН (Р: день проводов невесты; И.: day for seeing a bride off; T.: gelinin kocasının evine taşındığı gün) и. этн.
Килен оҙатыу көнө. □ День проводов невесты. Булъял көндәрем тулды инде, тор тиһәгеҙ ҙә, тормайым.
БУЛЪЯУ и. этн. диал. ҡар. булъял.
БУЛЫМЛЫ с. диал. ҡар. булдыҡлы.
■ [Илғужа:] Эйе, был булымлы бисә ни етте ирҙәрҙән былай. Әбей батша кеүек. Ғ. Ибраһимов.
БУЛЫНЫУ (булын-) ҡ. эйһ. ф. ҡар. булыу 10, 14. ■ [Шатморат:] Етәр, былай ҙа күп ҡунаҡ булынды. Д. Исламов.
БУЛЫР-БУЛМАҪ (Р: пустяковый; И.: insignificant; T.: olur olmaz) с.
1. Тейешле самаға етмәгән; әҙ-мәҙ, барлы-юҡлы. □ Пустяковый, пустячный, малозначительный, сомнительный. Булыр-булмаҫ мәсьәлә. Булыр-булмаҫ малы менән маҡтанған була.
2. Тейешле сифат кимәленә килеп бөтмәгән; йүнһеҙ, өмөтһөҙ. □ Неспособный, бездарный; нестоящий, негодный. Булыр-булмаҫ табип. ■ [Гөләйшә:] Эй-й-й, ҡуй инде, ҡасан һуғыш бөтә лә ир-ат әйләнеп ҡайта инде. Көнө лә, төнө лә булыр-булмаҫ кешеләргә ҡалды бит, ни эшләйһең. К. Кинйәбулатова.
БУЛЫУ (бул-) (Р: бывать, иметься; И.: be; happen; there is/are; T: olmak) ҡ.
1. Тормошта, булмышта урын алып тороу. □ Бывать, иметься, наличествовать. Ер йөҙөндә бик күп халыҡ булған. Ҡоштарҙың ҡанаты була. ■ Уға [Рәшиҙәгә] иғтибар
394