Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 395


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БУЛЫУ
итеусе лә булманы. М. Тажи. [Әбей:] Әҙерәк барғас яңғыҙ йорт, өс ҡайын булыр, шунда минең апайым тора. Әкиәттән. Лапаҫ бик ышыҡ, уның эсендәге йыйнаҡлыҡ, һәр нәмәнең уҙ урынында булыуы барып ингәс тә куҙгә бәрелеп тора. Н. Мусин.
2. Эш-хәрәкәт, хәл, күренеш ғәмәлгә килеү, башҡарылыу. □ Совершать, состояться. Был ни хәл булды? Дәрес булмай. Туй була. Бойороҡ булды. Команда булды. ■ Тау текә, юл ҡырын .. Төрлө хәл була. 3. Биишева. [Кусмәҫ хан менән Кусәр хан:] Беребеҙҙең ҡыҙ, беребеҙҙең ул булһа, ҡоҙа булышырбыҙ. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу». Бер көн эсендә уларҙың кескәй генә ҡалаһында әҙәм ышанмаҫлыҡ хәл булды: ун-ун ике йәштәрҙәге ун һигеҙ бала юҡҡа сыҡты. Н. Ғәйетбаев. Йыйын ваҡытында сауҙа ойоштороу ҙа бик мөһим, сөнки ошо мәлдә алыш-биреш тә көслө буласаҡ. 3. Ураҡсин.
3. Ҡайҙалыр урын биләү, ҡатнашыу.
□ Находиться, быть. Бергә булыу. Кәңәштең уртаһында булыу. Өйҙә булыу. Өмәлә булыу. Үҙ урынында булыу. Эштә булыу. Әллә ҡайҙа булды. ■ [Каҙаҡ малайы:] Минең тура ат өлкән бәйгеләрҙә булды. Бер атҡа ал биргәне юҡ! Д. Юлтый. Рамғун ҡыҙы менән дә, оҙон юлда булып уңышлы кәсеп итеп ҡайтҡандарҙың эше менән дә ҡәнәғәт ҡалды. 3. Ураҡсин. • Юл кешеһенең юлда булғаны яҡшы. Әйтем.
4. Тыуыу, ваҡыты етеү, башланыу (тәу-лек, йыл миҙгеленә ҡарата). □ Начаться, наступать. Кис булды. Йәй булды. Төн булды.
■ Йыл артынан йыл утте, яҙ булды ла боҙ китте. С. Юлаев.
5. Тулыу, уҙыу, үтеү (ваҡытҡа ҡарата).
□ Пройти (о времени). Биш көн булды.
■ Бына бер ай була инде — ошо позицияла ятабыҙ. Д. Юлтый.
6. Берәй процесс һөҙөмтәһендә ниндәйҙер бер сифатҡа, рәүешкә һ. б. күсеү, әүерелеү. □ Становиться, быть кем-л. Егет булыу. Табип булыу. Әсә булыу. ■ [Кыҙ:] Мин әбей ҙә була алам, теләгән бер нәмә һурәтенә инә алам. Әкиәттән.
7. Тейешле сифатҡа, хәлгә етеү, өлгөрөү. □ Доходить до готовности. Мейес булған. Мунса булды. Балсыҡты булғансы, уҙләнгәнсе баҫыу.
8. Тейешенсә килеп сығыу, уңыу. □ Получаться, удаваться. Эш булды. Булмаҫты ҡыуыу.
9. Ҡулдан эш килеү. □ Быть способным делать что. Н Уралып ятҡан Уралда булырҙай менән дуҫлашып, булмаҫтай менән усләшеп, яуға ҡаршы яу сабыр батыр ирҙәр бар. Ҡобайырҙан. • Булыр бала биләуҙән. Әйтем.
10. Берәй нәмә менән шөғөлләнеү, берәй эш алып барыу. □ Заниматься чем. Уҡыу менән булыу. Буш менән булыу. ■ Әхмәҙи йорт тирәһендәге хужалыҡ эштәре менән булды. Ж. Кейекбаев.
11. Эҙәрлекләп йәки маҙаһыҙлап бәйләнеү. □ Связываться с кем, приставать к кому, трогать кого. Кеше менән булыу. Юҡ менән булыу. Бала менән булма.
12. Төп ҡылымға ҡушылып берәй эш-хәрәкәттәге мөмкинлекте белдерә. □ С осн. гл. означает возможность совершения действия. Ара алыҫ, йыш барып булмай. Инһәм буламы? ■ [Гөлнур:] Кара папкаһыҙ ғына, былай ғына ла әйтергә булалыр бит, Сафа Сөләймәнович? М. Тажи.
13. Булды формаһында килеп, тейешле самаға етеү, тулыуҙы белдерә. □ В форме булды обозначает достижение предела: всё, достаточно. Булды, бутән ашамайым.
14. Ҡайһы бер исемгә, сифатҡа ҡушылып, ҡушма ҡылым яһай. □ С прил. и сущ. означает действие, связанное со знач. имени. Бәхил булыу. Вафат булыу. Ғашиҡ булыу. Кунаҡ булыу. Мәхрум булыу. Риза булыу. Харап булыу. Хасил булыу. Хур булыу. Һәләк булыу. Әрәм булыу. Ипле булыу. ■ Аҙна самаһы ҡаҙыуға ике йорт урыны асыҡланды, мейес төптәре, баҙ соҡорҙары хасил булды, ҡайраҡ таштан яһалған ҡул тирмәне килеп сыҡты.
3. Ураҡсин.
395