БУЛЫУ
15. Исемгә, сифатҡа ҡушылып, ҡушма хәбәр бәйләнеше яһай. □ С сущ. и прил. образует вспом. глагол. Балтасы булып эшләу. Беренсе булып килеу. Ҡеше булып ҡыланыу. Тотоп ашарҙай булыу. ■ Ерҙә ниндәй генә гөл уҫмәһен, тиң була алмаҫ беҙҙең гөлдәргә. М. Хәй. Һәр ата өсөн уҙ ҡыҙы була алтын. Р. Ниғмәти. Ҡыуат та зирәк, телгә оҫта, сәсән булды микән атаһы? Халыҡ йырынан. Ғәйникамалса куңеле төшкәс, Алтынбай, уның менән өйләнешеп, берәй тын ғына ауылда хужа булып йәшәу тураһында ла хыялланып ҡуя ине. 3. Ураҡсин.
16. Булды, булһын формаһында килеп, ниндәйҙер сифат, хәлдең ҡабатланыуын белдерә. □ В форме булды, булһын обозначает повтор действия. Кисә булды — кисә һуңлап килде. Ҡыҙы булһын — ҡыҙы, уҙе булһын — уҙе эшкә йугереп торалар.
17. Төп ҡылымдың -маҡ, -маҡсы, -рға формаһынан һуң, ярҙамлыҡ ҡылым сифатында килеп, маҡсатты белдерә. □ С осн. гл. в ф. -маҡ, -маҡсы, -рға выступает в роли вспом. гл. со знач. цели. Бармаҫҡа булыу. Яҙмаҡ булыу. Нишләп бында килергә булдың? ■ [Сәлмән] ағаларын алдан иҫкәртеп ҡуймаҡсы була. Әкиәттән. Юлсылар ҡунаҡсыл тирмәлә аш ашап, ҡымыҙ эсеп бер аҙ ирәйеп алғас, таңға ҡуҙғалырға булып, йоҡларға ауҙылар. 3. Ураҡсин.
18. Төп ҡылымдың -рға формаһынан һуң, булһын рәүешендә ярҙамлыҡ ҡылым сифатында килеп, теләкте белдерә. □ С осн. гл. в ф. -рға выступает в роли вспом. гл. со знач. пожелания. Тырышып уҡырға булһын инде. Шатлыҡ менән ғумер итергә булһын.
19. Хәл ҡылымдың -п формаһынан һуң, ярҙамлыҡ ҡылым сифатында килеп, берәй эште эшләргә мөмкинлекте йәки түгеллекте белдерә. □ С осн. гл. в ф. -п выступает в роли вспом. гл. со знач. возможности или невозможности. Ашап булмай. Эшләп булмай. ■ Был ҡоштан улай ҡотолоп булмай, сөнки ул куҙгә куренмәй торған ҡош. Әкиәттән. Ҡыҙҙы теләһә кемгә куҙ йомоп биреп улты
рып булмай, төшкән ерен дә ҡарарға кәрәк.
3. Ураҡсин.
20. Хәл ҡылымдың юҡлыҡтағы -май формаһынан һуң, булмай йәки булмаҫ рәүешендә ярҙамлыҡ ҡылым сифатында килеп, тейешлек, кәрәклекте белдерә. □ С осн. гл. в ф. -май/-маҫ выступает в роли вспом. гл. со знач. необходимости. Уҡымай булмай. Эшләмәй булмаҫ.
21. Сифат ҡылымдың -ған формаһынан һуң, ярҙамлыҡ ҡылым сифатында килеп, эш-хәрәкәттең ысынға тура килмәүен белдерә. □ С осн. гл. в ф. -ған выступает в роли вспом. гл. со знач. несоответствия действительности. Ауырыған булып ятыу. Йоҡлаған (кеше) булып ятыу. Ҡупте белгән булып һөйләу. ■ Кис менән Ғөлзифа, ниндәйҙер йомош тапҡан булып, Тәнзиләләргә уҙе килеп инде. 3. Ғәлимов. Иштән ҡарт хужанан һуғымдың һимеҙлеге, ҡанса бот ите сығыуын, эс майы нисә табаҡ булыуын, нисә ҡаҙы тултырғанын һорашып ҡараны ла, һуҙ артыҡ йәбешеп бармағас, тамағын ҡырғылаған булып, тынып ҡалды.
3. Ураҡсин.
22. Сифат ҡылымдың -ған формаһынан һуң, ярҙамлыҡ ҡылым сифатында килеп, эш-хәрәкәткә кәмһетеп йәки йәлләп ҡарауҙы белдерә. □ С осн. гл. в ф. -ған выступает в роли вспом. гл. со знач. унижения или сочувствия. Ватып-емереп русса һөйләшкән булыу. ■ Килеусе билен киң һары ҡайыш менән быуған, һул яғына кабуралы наган таҡҡан булған. А. Таһиров. Иҫемә килеп куҙемде асып ебәрһәм, әсәйем эргәмдә ултыра, сәсемде һыйпаған була, куҙҙәре йәш менән тулған. 3. Ураҡсин.
23. Хәл ҡылымдың -а формаһынан һуң, ярҙамлыҡ ҡылым сифатында килеп, кеше һүҙен шиккә алыу йәки кире ҡағыуҙы белдерә. □ С осн. гл. в ф. -а выступает в роли вспом. гл. со знач. отрицания или сомнения. Мин шунда бара булам да, бабайҙы алып китә булам. Шәм ҡыуығы тора торғас, уҙе ярылып китә була.
396