БУЛЫУ
24. Төп ҡылымдың -рға формаһынан һуң, булһа рәүешендә ярҙамлыҡ ҡылым сифатында килеп, ниндәйҙер ниәт, маҡсаттың шарт ителеүен белдерә. □ С осн. гл. на -рға в ф. булһа выступает в роли вспом. гл. со знач. условия. Һөйләргә булһа, һөйләрбеҙ. Эшләргә булһа, барам.
25. Киләсәк заман сифат ҡылымдың -һы формаһынан һуң, юҡлыҡта ярҙамлыҡ ҡылым сифатында килеп, ҡәтғи тыйыуҙы, иҫкәртеүҙе белдерә. □ С причастием на -һы выступает в роли вспом. гл. в отриц. ф. со знач. запрета, предупреждения. Алаһы булма! Бараһы булма! Шаулашаһы булмағыҙ!
26. Беренсе киләсәк заман ҡылымдың юҡлыҡ формаһынан һуң, ярҙамлыҡ ҡылым сифатында килеп, эш-хәрәкәттең киҫелеүен, өҙөлөүен белдерә. □ С гл. I буд. вр. в отр. ф. выступает в роли вспом. гл. со знач. разрыва, прекращения действия. Килмәҫ булыу. Әйтмәҫ булыу. Яратмаҫ булыу. ■ Насир ҡара айғырын урлатҡаны бирле уҙенә урын таба алманы, төнгө йоҡоларын юғалтты, ашар аштары тамағына бармаҫ булды.
3. Ураҡсин.
27. Төп ҡылымдың -а/-й формаһынан һуң, булыр рәүешендә ярҙамлыҡ ҡылым сифатында килеп, фараз итеүҙе белдерә. □ С осн. гл. в ф. -а/-й выступает в роли вспом. гл. в ф. булыр со знач. предположения. ■ Нарынбайға ҡарап, был кеше берәй ҙур ҡайғы кисерә булыр, тип уйлайһың. Ш. Насыров.
28. Исем ҡылымдан һуң була, булды формаһындағы ярҙамлыҡ ҡылым сифатында килеп, икенсе бер эш-хәрәкәттең шунда уҡ башланғанын белдерә. □ После имени действия в форме була, булды выступает в роли вспом. гл. со знач. внезапного начала действия. ■ Төлкөсураның ҡолас ташлап Ҡотлоғужаның ҡолаҡ төбөнә һалып ебәреуе булды, тегеһе, киҫкән ағас кеуек, арма-торма барып та төштө. Н. Мусин. Кусер ҡапҡа тышындағы сынйырҙы туҙемһеҙлек менән ике-өс ҡат тартып ебәреуе бул
ды, йорт ҡапыл хәрәкәткә килде: ишектәр шарт-шорт асылып ябылды, кемдәрҙер тап-топ йугерҙе, ҡысҡырышты. 3. Ураҡсин. Баҡса рәшәткәһенең сосайып торған ҡаҙығына тотоноп һуҡмаҡҡа баҫыуым була, ниндәйҙер тылсымлы донъяның көсөргәнешле тулҡынына эләгәм. Г. Ғиззәтуллина.
29. Урын-ваҡыт килештәге исем ҡылымдан йәки исемдәң һуң, булды формаһында ярҙамлыҡ ҡылым сифатында килеп, берәй эш-хәрәкәттең туҡтауһыҙ дауам итеүен белдерә. □ После имени действия или сущ. в местно-врем. падеже выступает в роли вспом. глагола в ф. булды со знач. непрерывности действия. Йырлауында булды. ■ Зилбәр көндөң-көнө буйы хәрби кейемдә булды, ҡәлғәнең нығытмаларын ҡарап, тикшереп тороу уға йөкмәтелгәйне. 3. Ураҡсин.
30. Сифат ҡылымдың -ған формаһында булыр рәүешендә ярҙамлыҡ ҡылым сифатында килеп, эш-хәрәкәттең билдәле бер мәлгә башҡарыласағын, тамамланасағын белдерә. □ С прич. прошедшего времени на -ған выступает в роли вспом глагола в ф. булыр со знач. завершения действия к определённому моменту. ■ [Иренә — кәләше:] Ятып йоҡла. Иртән тороуыңа эш бөткән булыр. Әкиәттән.
31. Шарт һөйләмдән һуң, шул уҡ яһалышҡа ине ярҙамлыҡ ҡылымы ҡушылып, эш-хәлде билдәле шартҡа бәйләп, үткән бер мәлгә күсерә. □ После условного предложения со вспом. глаголом ине переносит действие на прошлое, связывая его скаким-л. условием. ■ [Кыҙ — егеткә:]Мин килмәһәм, ошо ерҙә мәңге йоҡлаған булыр инең. Әкиәттән.
32. Сифат ҡылымдың -ған формаһына булған икән, булып сыҡты рәүешендә ярҙамлыҡ ҡылым сифатында килеп, ниндәйҙер эштең, сифаттың бер билдәһе хәҙер килеп асыҡланғанын белдерә. □ С причастием на -ған выступает в роли вспом. глагола в ф. булған икән, булып сыҡты со знач. обнаружения, выяснения наличия действия, свой
397