БУЛЫШ
ства предмета. Бында ҡурай еләге бик уңған булған икән. ■ Торлаҡ йорттар яртылаш ергә ҡаҙып эшләнгән булып сыҡты, өҫкө өлөшө таштан йә кәҫтән һалынған. 3. Ураҡсин.
33. Хәл ҡылымдың -а/-й формаһына торған булған, -р формаһына булған рәүешендә ярҙамлыҡ ҡылым сифатында килеп, дауамлы, билдәһеҙ борон үткән заман формаһы яһай. □ С деепр. на -а/-й со вспом. гл. торған булған, на форму -р со вспом. гл. булған образует давнопрошедшее неопределённое время и означает многократность действия в прошлом. ■ [Хасбулат:] Салауат батыр ғәскәрен һуғышҡа саҡырған саҡта ошо борғоно ҡысҡырттыра торған булған. 3. Биишева. Бабай һунарға йөрөгән, ә Шулгән менән Урал өйҙә ҡалыр булған. «Урал батыр».
34. Төбәү килештәге һүҙҙәр менән нимәгәлер төбәүҙе, юрауҙы, арнауҙы белдерә.
□ Со словами в направительном падеже обозначает пожелание, посвящение, наделение. Шатлыҡҡа булыу. Бәхеткә булыу. ■ [Һылыуҡай:]Илама, балам, куҙ йәшең миңә булмаһын. Б. Бикбай.
35. диал. ҡар. туйыу 3. ■ Бер аҙ уйын уйнап, көлөп булғандан һуң, Мәсем хан бер уй уйлай, ти. «Бабсаҡ менән Күсәк».
♦ Була ул ниҙелер үтәргә әҙерлекте белдергәндә әйтелә. □ Есть, будет сделано, хорошо, с удовольствием. — Бар, утын алып ин! — Бу ла ул! Булған да бөткән үткәнде оноторға кәңәш иткәндә әйтелә. □ Что было, то было; что было, того не вернёшь. Булғас та булыр икән берәй эш-хәлгә, кешегә аптырап, иҫ-аҡыл киткәндә әйтелә. □ Надо же! (об удивлении). Булһа булыр, булмаһа юҡ берәй эштең килеп сығыу-сыҡмауына икеләнгәндә әйтелә. □ Будь что будет. Була бирһен берәй эштең булыуына ҡаршы килмәгәндә әйтелә.
□ Пусть будет так. Булаһы булған, буяуы һеңгән эш үтеп, әһәмиәтен юғалтыуын белдерә. □ Было, да быльём поросло. Булыр ҙа булыр, булмаҫ бер эш-хәлгә йәки кешегә ныҡ аптырағанда әйтелә. □ Надо же!
(об удивелении). ■ Булыр ҙа булыр, булмаҫ бындай вәхшилек һәм яуызлыҡ. X. Ғиләжев. Кем дә булһа берәй кеше. □ Кто-нибудь. Ни булһа ла булыр бер нәмәгә тәүәккәллек итергә йәки бер эш-хәлде үҙ яйына ҡуйырға булғанда әйтелә. □ Что будет, то и будет. Ни ҙә булһа берәй нәмә. □ Что-нибудь. Булды ни, булманы ни барыбер мәғәнәһендә. □ Всё равно. Булды ти берәй нәмәне килеп сыҡҡан итеп фаразлауҙы белдерә. □ Ну, скажем, так; хотя бы и так; пусть так. Булыры булған, буяуы уңған (һеңгән) 1) үткәнгә үкенмәүҙе белдергәндә әйтелә. □ Что было, то было; что было, быльём поросло. ■ Юлға бағыр инем дә ул, тәҙрәләрем туңған. Инде хәҙер булырым булып, буяуҙарым уңған. Т. Йосопов; 2) көс-кәре ҡайтҡан, ғүмере үткән. □ Время миновало. Булмаһа булмай икән баҙарҙарҙа сөсө икмәк берәй эш-хәл тырышып-тырышып та килеп сыҡмаған саҡта әйтелә. □ О безнадёжном деле. ■ [Ишмырҙа:] Бер ауылды ла ҡалдырмай ҡыҙырып сыҡтым. Булмаһа булмай икән баҙарҙа сөсө кумәс тигәндәй, булманы, табылманы трактор. Ә. Вәли. Булғас булыр икән берәй эш-хәлгә, кешегә аптырап, иҫ-аҡыл киткәндә әйтелә. □ Вот тебе на (об удивлении).
БУЛЫШ и. ҡар. булышлыҡ.
БУЛЫШЛЫҠ (булышлығы) (Р.: помощь; И.: assistance; T.: yardım) и.
Кеше эшен еңеләйтер өсөн булған ҡатнашлыҡ; ярҙам. □ Помощь, поддержка, подспорье. Һеҙҙең булышлыҡ менән мәсьәләне хәл иттек. ■ Миңнебайҙа уның төшөн юрау ҡайғыһы бармы ни, ул өй йылытып, тамаҡҡа әҙерләргә ҡатынына булышлыҡ итеп йөрөнө. Т. Йәнәби.
БУЛЫШСЫ и. ҡар. ярҙамсы 1. БУЛЫШЫУ (булыш-) ҡ.
1. урт. ҡар. булыу 13. взаимн. от булыу 13. Ҡунаҡ булышыу. Әхирәт булышыу.
2. Ярҙам итеү; ярҙамлашыу. □ Помогать. Куршегә булышыу. Иптәшеңә булышыу.
398