Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 399


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БУПЫЛДАҠ
3. Мәшғүл булыу, шөғөлләнеү; маташыу
□ Заниматься чем, возиться с чем. Хужалыҡ менән булышыу. Эш менән булышыу.
4. Эҙәрлекләп, маҙаһыҙлап, бәйләнеү.
□ Связываться с кем, придираться к кому, приставать к кому. Куршеләр менән булышыу. Бала менән булышма.
БУЛЬВАР [рус. < фр. boulevard} (Р.: бульвар; И.: boulevard; T.: bulvar) и.
Ҡала урамының, ғәҙәттә, уртаһынан үткән киң аллея. □ Бульвар. / Бульварный. Бульвар буйлап йөрөу.
БУЛЬДОЗЕР [рус. < ингл. bulldozer} (Р: бульдозер; И.: bulldozer; T.: yoldüzer) и.
Тракторға һ. б. аҫылмалы киң кәрәк һымаҡ яйланма беркетелгән үҙйөрөшлө машина (юлдар, каналдар төҙөу-төҙәтеу эштәрендә, ер ҡаҙыу, тупраҡ ҡатламын ку-сереуҙә файҙаланыла). □ Бульдозер. / Бульдозерный. Бульдозерҙа йөрөу.
БУЛЬДОЗЕРСЫ (Р: бульдозерист; И.: bulldozer operator; T: buldozer sürücüsü) и.
Бульдозерҙа эшләгән кеше. □ Бульдозерист.
БУ М [рус. < ингл. boom ‘шау-шыу’] (Р: бум; И.: boom; T.: patlama) и.
1. иҡт. Хаҡы ҡиммәтләнәү сәбәпле ҡайһы бер тауарҙарға ихтыяж күтәрелеү. □ Бум.
2. кусм. Ғәҙәттән тыш шау-шыу; ажиотаж. □ Бум. Һайлау алды бумы.
БУМА и. диал. ҡар. быума.
БУМАЗЫЙ [рус. бумазея < фр. bombasın < ит. bambagia ‘мамыҡ’] (Р.: бумазея; И.: flannelette; T.: flanel taklidi pamuklu kumaş) и.
Бер яғы өбөрөлө мамыҡ туҡыма. □ Бумазея. Бумазыйҙан кулдәк тегеу. Бумазыйҙан тегелгән кейем.
БУМАЛА [рус. помело] (Р: кисть; И.: little brush; T: fırça) и.
Буяу, таҙартыу өсөн һаплап эшләнгән ҡыл йәки йүкә суҡ. □ Кисть, помазок; помело. Рәссам бумалаһы. Аҡбалсыҡ бумалаһы. ■ Ала-ҡола алъяпҡыстар быуып, бумала
лар кутәреп, буяусылар .. ашығып атлай. Ғ. Ғүмәр.
♦ Бумала баш ҡырҡылған ялбыр сәсле ҡатын-ҡыҙға әйтелә. □ Голова как помело (о женщине с растрёпанными волосами). ■ [Сәйҙел:] Һинең бумала баш машинала ултыра. Ә. Атнабаев.
БУМАЛА ҮҢӘҘ (Р: пеницилл; И.: penicillin(e); T: penisilin) и. бот.
Үңәҙ бәшмәге. □ Пеницилл, пеницилли-ум; плесневые грибки ( лат. Penicillium).
БУМЕРАНГ [рус. < ингл. boomerang} (Р: бумеранг; И.: boomerang; T.: bumerang) и.
Ырғытҡандан һуң, кире әйләнеп ҡайта торған кәкре суҡмар рәүешендәге ҡорал.
□ Бумеранг.
БУНГАЛО [рус. < һинд banglâ ‘өй’] (Р: бунгало; И.: bungalow; T.: bungalov) и.
Ҡала ситендәге еңелсә эшләнгән йорт.
□ Бунгало.
БУНКА-КҮБӘЛӘК (күбәләге) (Р: пестрянка виноградная; И.: vine bud moth; T.: bağ göz kurdu) и. бот.
Күбәләк төрө; йөҙөм алаҡасы. □ Бунка, пестрянка виноградная (лат. Theresimima ampellophaga ).
БУНКЕР [рус. < ингл. bunker} (Р: бункер; И.: bunker; T.: ihrakiye) и.
1. Бөртөклө һәм киҫәкле нәмә һала торған үҙе бушатыл мал ы һауыт. □ Бункер (вместилище). / Бункерский.
2. Караптың рейсҡа етерлек ҡаты яғыулыҡ һаҡлай торған махсус бүлеге. □ Бункер (судовой).
3. Ер аҫтына эшләнгән һаҡланыр, ҡасыр урын. □ Бункер (подземное укрытие).
БУПУП (бупубы) и. зоол. диал. ҡар. һөҙһөт.
БУПЫЛДАҠ I (бупылдағы) и. зоол. диал.
1. ҡар. һөҙһөт.
2. ҡар. ваҡ мөншөгөр.
3. ҡар. һаҙ ябалағы.
БУПЫЛДАҠ II (Р: ворчливый; И.: grumbling; T.: mızmız) с.
399