БУРАМА
БУРАҘНАЛЫ (Р.: с бороздой; И.: furrowed; T.: karıklı) с.
Бураҙнаһы булған. □ С бороздой, имеющий борозду. Бураҙналы ҡырҙар.
БУРАК (бурағы) и. диал. ҡар. тырыз.
БУРАЛАЙ (Р.: крупный; И.: giant; Т.: kocaman) с.
Ҙур кәүҙәле, эре һөйәкле. □ Крупный. Буралай һыйыры бар.
БУРАЛАНЫУ I (буралан-) (Р: горячиться; И.: fly into a passion; T.: kızmak) и. һөйл.
Асыуланып туҙыныу. □ Горячиться, кипятиться, разбушеваться. Юҡ-барға бураланыу. ■ Ул ире менән бер ҙә уйнап-көлөп, тыныс ҡына һөйләшмәне. Бураланып, аҡырҙы ла баҡырҙы. Ғ. Ибраһимов.
БУРАЛАНЫУ II (буралан-) ҡ. төш. ҡар. буралау, страд, от буралау. Шишмәнең сығып ятҡан ере бураланған.
БУРАЛАТЫУ (буралат-) ҡ. йөкм. ҡар. буралау, понуд. от буралау. Өй буралатыу. Мунса буралатыу.
БУРАЛАУ (бурала-) (Р: сделать сруб; И.: make a blockhouse; T.: kesme yapmak) ҡ.
Бура менән әйләндереү; буралы итеү. □ Сделать сруб. Ҡоҙоҡ буралау.
БУРАЛАШЫУ (буралаш-) ҡ. урт. ҡар. буралау, взаимн. от буралау. Шишмәне буралашыу.
БУРАЛЫ (Р: срубный; И.: with a frame (work); T.: kesmeli) с.
Бураһы булған, бура менән. □ Срубный, со срубом. Буралы ҡойо. Буралы ҡойма.
БУРАЛЫҠ (Р: пригодный для сруба; И.: for log; T.: kesme için) c.
Бура бурарлыҡ. □ Пригодный для сруба (о дереве). Буралыҡ ағас. ■ Беҙҙә хәҙер буралыҡ, таҡталыҡ ҡарағайҙы Бөрйән районына барып һорап алалар. «Киске Өфө», №36, 2011.
БУРАЛЫУ (бурал-) ҡ. төш. ҡар. бурау I. страд, от бурау I. Буралған мунса. Буралған ҡоҙоҡ. ■ Йыуан ҡарағайҙарҙан буралған һап-һары шыма стеналар, иҙәнгә,
тубәгә берәр аршын киңлектәге таҡталар йымлап тушәлгән. Н. Мусин.
БУРАМ и. диал. ҡар. бура 1,1.
БУРАМА (Р: бревенчатое сооружение; И.: structure made of logs; T.: ağaç ev) и.
1. Мүкһеҙ генә күтәрелгән ҡоролма. □ Бревенчатое сооружение. ■ Ҡотлоғужа, тимерлек өсөн бер бурама һалдырып бирәм, тип әллә нисә тапҡыр әйтте, тик һаман ҡыл да ҡыбырҙатҡаны юҡ. Н. Мусин.
2. диал. Ағастан бурап яһалған йәйге аласыҡ. □ Летнее бревенчатое жилище. ■ [Торомтай] ихатаһына сығып ни тотоп, ни эшләргә белмәй тишек-тошоҡ тубәлеге, бурәнәләре йымланмай ғына һалынған бурама аласығы тирәһендә тертәңләп йөрөй бирәлә тағы өйөнә инә. Н. Мусин.
3. диал. ҡар. бура I, 3. ■ [Шафиҡ] ҡыҙ ҡәберенең бурамаһын йунәтә. Бураманы ике урынлы итеп бурай. Ә. Вахитов.
БУРАН I [фарс. (Р: метель; И.: snowstorm; T.: buran) и.
1. Ойоҡһотоп өргән ҡарлы ел. □ Метель, буря, буран, вьюга. / Вьюжный. Ҡар бураны. Аҡман-тоҡман бураны. Айыу бураны. Йәйәуле буран. Ҡара буран. Ҡом бураны. Ләуән бураны. Өйөрмә буран. Һырғай буран. Буран сығыу. ■ Төнгө ҡунаҡтар йәнә ике көн буран көсәйгәнде көттөләр, был кистә дала еле ҡар ҙа килтерҙе. 3. Ураҡсин. Тәуҙә әрбәк-һәрбәк кенә яуған ҡар таң алдынан көслө буранға әйләнде. Н. Мусин. Буран көсәйҙе, куҙ алдын аҡ ебәк пәрҙә ҡаплап-ҡаплап ҡуйҙы. Р. Камал. • Буранда буре ҡоторор, урамда тиле ҡоторор. Мәҡәл.
2. кусм. Көслө ыҙғыш, талаш. □ Ссора, скандал. ■ Әбушахман ҡорҙаш менән әрләшеп, бер аҙ эсте бушатып алдым. Шул ел менән ҡайтып, өйҙә лә буран борҡотоп алмаҡсы булғайным, Төлйемеш еңгәгеҙҙең аҡылы еңде — буран сыҡманы. С. Кулибай.
3. миф. Буранды сағылдырыусы аҡ һаҡаллы ҡарт рәүешендәге уҫал зат; көслө ел, буран эйәһе. □ Метель; демоническое существо в облике косматого белобородого старика. Буран ҡотора. Буран ыжылдай.
401