БУРАН
♦ Ҡара буран өйҙәге көслө талаш, ыҙғыш. □ Крупная ссора, скандал. ■ Кулдәк-фәлән алырға булһа, өйҙә ҡара буран сыға. Ғ. Ғүмәр. Буран ҡубыу (йәки сығыу) талаш-тартыш, ғауға ҡалҡыу. □ Подниматься, начаться (о скандале). Буран ҡуптарыу {йәки сығарыу, туҙҙырыу) талаш-тартыш, ғауға ҡалҡытыу. □ Поднять шум, скандал. ■ «Ерле юҡҡа буран ҡуптара ул Фатима», — тине [Тимер]. Б. Бикбай. [Әхмәтша бабай] йә урманда, йә башҡа ерҙә кәйефе ҡырылып ҡайта ла, өйгә ингәс, буран сығара, куңеле баҫылғансы бер тулап ала. Ф. Әсәнов. Буран уйнау талашыу-тартышыу, ғауғаланыу.
□ Скандалить, шуметь. Я [Фәрит:] Һиҙеп торам: өйҙә шау-шыу китәсәк, буран уйнаясаҡ. Ғ. Байбурин.
БУРАН II (Р: название родового подразделения башкир; И.: name of a Bashkir clanal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡалмаҡ ырыуы аймағы. □ Буран (название родового подразделения башкир-калма-ков). Буран аймағы башҡорто.
БУРАНАЙ (Р.: март; И.: March; Т.: Mart) и.
Йылдың өсөнсө айының исеме; март.
□ Название третьего месяца календарного года; март.
БУРАН АНАҺЫ (R: дух метели; И.: spirit of a blizzard; T.: buran hocası) и. миф.
Буран эйәһе. □ Дух бурана.
БУРАНҒАРАҠ (буранғарағы) (Р: название родового подразделения башкир; И.: name of a Bashkir clanal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡалмаҡ ырыуы аймағы. □ Бурангарак (название родового подразделения башкир-калмаков). Буранғараҡ аймағы башҡорто.
БУРАНҒОЛ (Р: название родового подразделения башкир; И.: name of a Bashkir clanal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Әй, ҡошсо, табын, ҡаңлы ҡәбиләләре аймағы. □ Бурангул (название родового подразделения башкир племён ай, кошсы, табын, канлы). Буранғол аймағы башҡорто.
БУРАНКА [рус ] и. ҡар. борғаҡ I.
БУРАНҠЫ и. диал. ҡар. төйөҫ.
БУРАНЛАУ (буранла-) (Р: вьюжить;
И.: be storming; T.: bora çıkmak) ҡ.
Буран сығыу, буран булыу. □ Мести, вьюжить (о метели). Буранлап тороу. ■ Аҙналар буйына буранлап яуған ҡарҙан юлдар өҙөлөп ҡалды. М. Тажи.
БУРАНЛЫ (Р: с метелью; И.: with a snowstorm; T.: boralı) с.
Бураны булған. □ С метелью, бурей. Буранлы тон ине.
БУРАНСЫ (Р.: название родового подразделения башкир; И.: name of a Bashkir clanal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡатай ҡәбиләһе аймағы. □ Бурансы (название родового подразделения башкир племени катай). Бурансы аймағы башҡорто.
БУРАН ТУРҒАЙЫ (Р: белая лазоревка; И.: white willowbiter; T.: gök mavisi baştankara) и. зоол.
1. Япраҡлы һәм аралаш урмандарҙа, һыу буйындағы шырлыҡтарҙа йәшәүсе, өҙлөкһөҙ һикергеләп йөрөүсе, бөжәктәр һәм уларҙың ҡурсаҡтары менән туҡланыусы турғайҙан бәләкәйерәк ултыраҡ ҡош. □ Белая лазоревка (лат. Cyanistes су anus). ■ [Буран турғайының] ҡанаттарында, ҡойроғоноң ике яҡ ситендә аҡ һыҙыҡтар бар.
Э. Ишбирҙин.
2. диал. ҡар. ҡыҙылтүш.
БУРАН ТҮРӘ и. зоол. диал. ҡар. буран турғайы 1.
БУРАТ (Р: сито из конских волос; И.: sieve made of horsehair; T.: at kılından elek) u.
Ҡыл иләк (орлоҡ таҙартыу өсөн). □ Сито из конских волос (для очищения зерна).
БУРА ТАЯҒЫ (Р: палка для игры в городки; И.: gorodki (a kind of skittles); T: oyunda kullanılan sopa) и. этн.
Бура туп уйынында ҡулланылған таяҡ. □ Палка для игры в городки.
БУРА ТУП (тубы) (R: игра в городки; И.: gorodki (a kind of skittles); T: oyun türü) и. этн.
402