БУРЖУАЗИЯ
Уйын исеме (уйнаусылар ике төркөмгә бүленә; билдәле аралыҡта ике дурткел оя һыҙыла; шул оя эсенә ҡарыш оҙонлоғондағы йыуан ғына таяҡтар — туптар бурап ҡуйыла; ҡара-ҡаршы төркөмдәр беләк оҙонлоҡ таяҡ менән шул туптарҙы оянан бәреп сығарырға тырыша; ҡайһы төркөм алдараҡ сығарып бөтә, шул еңә). □ Городки (название игры). Бура туп уйнау.
БУРАТЫУ (бурат-) ҡ. йөкм. ҡар. бурау I. понуд. от бурау I. Өй буратыу. Мунса буратыу. ■ [Уйылдан] ана хәҙер бик ҙур иттереп яңы өй буратып ята. Н. Мусин.
БУРАУ I (бура-) (Р.: рубить сруб; И.: erect (of logs); T.: kesme kesmek) ҡ.
Бура итеп һалыу □ Рубить (сруб). Өй бурау. Мунса бурау. Һарай бурау. ■ Моратша .. бурап ҡуйған яңы өйөн һала алмай, ауылға кире ташып алды. Һ. Дәүләтшина. Бураны урманда бурағайнылар, шунан ат менән оҙон арбаға тейәп алып ҡайттылар. Р. Солтангәрәев.
БУРАУ II (бура-) (Р: мести (о метели); И.: be storming; T.: bora çıkmak) ҡ.
Ҡарҙы өйрөлтөп-өйрөлтөп осороу; ойоҡһотоу. □ Мести (о метели). Бурап-бурап ҡар яуа. ■ Көтмәгәндә бурай-бурай ҡар яуып киткән. Кәртә-ҡураны, тирмәне ҡар баҫҡан. Әкиәттән. Бурай ҙа ғына бурай ҡарҙар яуа. Халыҡ йырынан.
БУРАУ III и. диал. ҡар. бура I, 1.
БУРАУЫҘ и. диал.
1. ҡар. ҡыпһыуыр.
2. ҡар. бөгәзе.
БУРА ҺУҒЫУ (бура һуҡ-) (Р: играть в городки; И.: play gorodki; T.: oyun türü) ҡ. этн.
Бура туп уйыны уйнау. □ Играть в городки.
БУРАШЫУ (бураш-) ҡ. урт. ҡар. бурау I. взаимн. от бурау I. Бура бурашыу. Мунса бурашыу. Ағайыма өй бурашам.
БУРБАЙ (Р: икры ног; И.: calves; T.: baldır) и.
Аяҡтың бөгәрҙән түбән яғындағы йыуан ите; балтыр. □ Икры ног. Нәҙек бурбайлы аяҡ.
БУРБАЙ ҺӨЙӘГЕ и. диал. ҡар. сираҡ.
БУРГОМИСТР [рус. < нем. Bürgermei-ster\ и. ҡар. бурмистр.
БУРГОМИСТР-АҠСАРЛАҠ (аҡсарлағы) (Р.: бургомистр, чайка большая полярная; И.: Polar (sea)gull species; T.: kutup martısı) и. зоол.
Ҡаяларҙа оя ҡороусы аҡсарлаҡтар ғаиләһенә ҡараған ҡош төрө. □ Бургомистр, чайка большая полярная (лат. Larus һурег-boreus).
БУРГОН АУЫРЫУЫ (Р: Бургона бо лезнь; И.: Burgon; T.: Burgon hastalığı) и. мед.
Түбәнге муйын йәки өҫкө күкрәк умыртҡаһындағы осло үҫентеләрҙең ауыр күтәреү һөҙөмтәһендә һыныуы. □ Бургона болезнь.
БУРҒОРТ и. диал. ҡар. һурнаҡ.
БУРҘА и. диал. ҡар. йыуынды.
БУРҘАЙ I [рус. борзая] (Р: борзая; И.: greyhound; T.: tazı) и.
Нәҙек оҙон аяҡлы, оҙон асҡаҡ кәүҙәле йүгерек һунар эте. □ Борзая. Бурҙай эттәр эйәртеп һунарға барыу. ■ Ут быҙлаған, төтөн еҫе килгән урындарҙы, көтөү йөрөгән ерҙәрҙе урап үтергә кәрәклеген дә яҡшы белә ул [Насир], сөнки далала этһеҙ, ҡоралһыҙ йөрөгән кеше юҡ, ә көтөүселәрҙең бурҙайҙары бүренән яман, яҡын барырлыҡ түгел, йолҡҡолап ташлауҙары мөмкин.
3. Ураҡсин.
БУРҘАЙ II с. диал. ҡар. шәп. Бурҙай ир ине.
БУРҘАТ с. ҡар. бурлат.
БУРЖУ\3 [рус. буржуазный < фр.] (Р: буржуазный; И.: bourgeois; T: burjuva) с.
Буржуазияға хас. □ Буржуазный. Буржуаз матбуғат. Буржуаз республика.
БУРЖУАЗИЯ [рус. < фр. bourgeoisie ‘ҡала кешеләре’] (Р: буржуазия; И.: bourgeoisie; T.: burjuvazi) и. иҫк.
Һатыу, етештереү, финанс, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә килем туплау
403