БУРҺЫУ
БУРСА [рус. брус\ (Р.: брус; И.: squared beam; T.: mertek) и.
Дүрт ҡырлы итеп юнылған ағас. □ Брус. ■ Тарифтың кәртәһе туң имән ағастарҙан юнып эшләнгән бурсалар тейәлгән йөктәр менән ҡапланды. Ғ. Хәйри.
БУРҪ-БУРҪ (Р.: слово, выражающее ворчание; И.: word to express grumbling; T: homurtu) оҡш.
Асыуланып, ҡырыҫ һөйләшеүҙе белдергән һүҙ. □ Слово, выражающее ворчание. Бурҫ-бурҫ итеп һөйләшеу.
БУРҪЛАҠ (Р: пухлый; И.: fleshy; Т.: tombul) с.
Һимеҙ, тулы (биткә ҡарата). □ Пухлый, мясистый (олице). ■ [Яхин]әле йәш булыуына ҡарамаҫтан, тәненә ит ултырып бөткән, .. ҡыҙара биреп торған бурҫлаҡ битле кеше. Н. Мусин.
БУРҪЛЫҠ (бурҫлығы) и. диал. ҡар. бурһыҡ.
БУРҪЫҠ (Р: гнилой; И.: rotten; Т.: çürük) с. диал.
Серек. □ Гнилой.
БУРҪЫҠ ИМЕ и. диал. ҡара бурһыҡ име.
БУРҪЫЛДАУ (бурҫылда-) (Р: ворчать; И.: grumble; T.: homurdanmak) ҡ.
Бурҫ-бурҫ итеү. П Ворчать. Бурҫылдап һөйләшеу.
БУРҪЫУ (бурҫы-) (Р: опухать от слёз; И.: sulk; T.: şişmek) ҡ. диал.
1. Оҙаҡ илауҙан шешенеү. □ Опухать от слёз. Бурҫып бөтөу.
2. Турһайыу. □ Надуться. Бурҫып йөрөу.
БУРТ [рус. < пол. hurt] (Р: бурт; И.: clamp; T.: loda) и.
Эҫкертләп, һалам менән ҡаплап ҡуйылған йәшелсә өйөмө. □ Бурт. Картуфты буртҡа өйөп һалыу.
БУРТАҠ (буртағы) и. диал. ҡар. турһыҡ.
БУРТАШ и.
1. ҡар. аҡбур.
2. диал. Аҡ балсыҡ. □ Белая глина.
БУРТЫЙ и. зоол. диал. ҡар. ташбаш 1.
БУРҺАЙ и. диал. ҡар. бурҙай.
БУРҺЫҠ I (бурһығы) (Р: барсук; И.: badger; T.: porsuk) и. зоол.
һыуһарҙар ғаиләһенә ҡараған оҙонса башлы, осло томшоҡло, йыуан кәүҙәле, ҡыҫҡа ҡойроҡло, шырт йөнлө йыртҡыс йәнлек.
□ Барсук. / Барсуковый, барсучий (лат. Meles meles). Бурһыҡ ите. Бурһыҡ майы. Бурһыҡ тиреһе. Бурһыҡ өңө. Бурһыҡ балаһы. Инә бурһыҡ. Бурһыҡҡа һунар итеу.
БУРҺЫҠ II (бурһығы) (Р: название родового подразделения башкир; И.: name of a Bashkir clanal subdivision; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡатай ҡәбиләһе аймағы. □ Бурсык (название родового подразделения башкир племени катай). Бурһыҡ аймағы башҡорто.
БУРҺЫҠ ИМЕ (Р: способ лечения туберкулёза; И.: method to treat Т. B.; T: halk medsininde veremin tedavisi) и. миф.
Туберкулёзды дауалау име. □ Способ лечения туберкулёза.
БУРҺЫТЫЛЫУ (бурһытыл-) ҡ. төш. ҡар. бурһытыу, страд, от бурһытыу.
БУРҺЫТЫУ (бурһыт-) (Р: допускать гниение; И.: let rot; T.: çürütmek) ҡ.
1. Боҙоп, еҫләндереү (ит, май кеуек нәмәне)', һөрһөтөү. □ Допускать гниение, прение. Майҙы бурһытыу.
2. Дымландырып, күгәртеү, серетеү; бәҫәртеү. □ Допускать преть. Игенде бурһытыу. Керҙе киптермәй бурһытыу.
БУРҺЫУ (бурһы-) (Р: тухнуть; И.: become rotten; T.: küf kokmak) ҡ.
1. Боҙолоп еҫләнеү (ит, йомортҡа кеуек нәмәгә ҡарата)', һөрһөү. □ Тухнуть, протухать (о мясе, яйцах и т. п.). К Тоҙҙо аҙыраҡ һалғанмын да ит бурһыған да ҡуйған. Б. Бикбай. Һеҙҙе көтөп ултырһаң, ҡаҙҙың да бурһыуы бар. Әкиәттән.
2. Дым тартып күгәреү, сереү; бәҫәреү.
□ Преть, гнить; гореть. Бурһыған ағас. Бурһыған бойҙай. Бурһыған кер. ■ Йәйге еңел, саф һауа юҡ инде хәҙер: серегән улән, бурһыған ағас, дым, нилектәндер юғарыға кутәрелмәй мөрйәләргә уралған төтөн
405