БУРЪЯҠ
еҫтәре — бөтәһе бергә ҡушылып, ошо мәлгә генә хас еҫ аңҡыта. Н. Мусин.
3. кусм. Дәртһеҙ, күңелһеҙ хәлгә төшөү.
□ Впадать в уныние.
БУРЪЯҠ (Р.: мутный; И.: turbid; T.: bulanık) с.
Ҡом, балсыҡ ҡатнашып болғанған; болғансыҡ. □ Мутный. Буръяҡ һыу. Буръяҡ булыу. ■ Уйылдандың ҡиәфәтенә йән керҙе, ырғып торҙо ла аҡсаларын көҙгө буръяҡ һыуға быраҡтырҙы. Н. Мусин.
♦ Буръяҡ һыуҙа балыҡ тотоу {йәки һөҙөү) буталсыҡ хәл-шарттан файҙаланып ҡалырға тырышыу. □ Воспользоваться поднявшейся суматохой. ■ Киреһенсә, улар уҙҙәре лә ошо буръяҡ һыуҙа балыҡ тотоп ҡалырға тырышалар. Ә Ныязғол ҡотолдо иһә, уларға уҙҙәре кутәрә алғанса өлөш сығасаҡ. Һ. Дәүләтшина.
БУРЪЯҠЛАНДЫРЫУ (буръяҡландыр-) (Р.: мутить; И.: make turbid; T.: bulandırmak) ҡ.
Буръяҡҡа әйләндереү; буръяҡлау. □ Мутить, делать мутным, һыуҙы буръяҡландырыу.
БУРЪЯҠЛАНЫУ (буръяҡлан-) ҡ. төш. ҡар. буръяҡлау. страд, от буръяҡлау. Йылғалағы һыу буръяҡланды. Коҙоҡ һыуы буръяҡланған. ■ Төлкөсура йылға буйына кире килде, йылға оҙаҡҡа һуҙылған көҙгө ямғырҙарҙан ташып киткән, буръяҡланып аға. Н. Мусин. Буръяҡланып, ярҙарынан ашып аҡҡан Иҙелгә кәмә төшөрөрлөк тугел ине әле. Ә. Хәкимов.
БУРЪЯҠЛАТЫУ (буръяҡлат ) ҡ. йөкм. ҡар. буръяҡлау. понуд. от буръяҡлау. Һыуҙы буръяҡлатыу.
БУРЪЯҠЛАУ (буръяҡла-) (Р: мутить; И.: make turbid; T.: bulandırmak) ҡ.
Буръяҡҡа әйләндереү. □ Мутить, делать мутным. Йылғаны буръяҡлау.
БУРЫЖ и. зоол. диал. ҡар. борош I.
БУРЫЗ и. зоол. диал. ҡар. борош I.
БУРЫҠ (бурығы) (Р: корневище рогоза; И.: reed mace rhizome; T.: su kamışı damırları) u.
Екән тамыры. □ Корневище рогоза.
БУРЫЛ I (P: чалый; И.: roan; T.: demir kırı) c.
Буҙ менән ҡара ҡатнаш (йылҡы төҫөнә ҡарата). □ Чалый. Бурыл ат. Бурыл ала. Бурыл ҡара. Бурыл туры. Бурыл кук. Бурыл ерән. ■ Оҙаҡламай Зөлҡәрнәй, Зөлхизәнең ошо йыр тауышын ишеткәндәй, бурыл толпарын аяңдатып елә-саба килеп тә еткән. Н. Иҙелбай. Куҙ алдымдан сабып утеп китте ауылымдың бурыл ҡашҡаһы. Ғ. Байбурин.
БУРЫЛ II (Р: чалый конь; И.: roan horse; T.: demir kırı at) и.
Бурыл төҫтәге ат. □ Чалый конь. Бурылды егеу. ■ Алтынбай уҙе лә аңғармаҫтан урталағы бурылдың ауыҙын ҡайырып, сыбыртҡы менән һырт буйына бер тартыуы булды, юртаҡ ризаһыҙлыҡ белдергәндәй бышҡырып ҡына ҡуйҙы ла, тәгәрләгән йомғаҡ кеуек елдереп алып китте. 3. Ураҡсин.
БУРЫЛДАҠ с. диал. ҡар. бупылдаҡ II.
БУРЫС I (Р: долг; И.: duty; T.: borç) и.
1. Үтәлеүе мотлаҡ булған эш. □ Долг, обязанность. Хәрби бурыс. Халыҡ алдындағы бурыс. ■ Ил намыҫын һаҡлап яуға сығыу — батыр егеттәрҙең бурысы. Халыҡ йырынан.
2. Алға ҡуйылған маҡсат. □ Задача, цель. Үҙ алдыңа бурыс ҡуйыу. ■ Беҙҙең, йәғни һеҙҙең бурыс — шул кешене тейешле кимәлдә ҡаршы алыу, хужалыҡ менән таныштырыу, халыҡ менән осраштырыу. Ә. Әминев.
3. Кире ҡайтарыу шарты менән алынған аҡса йәки хаҡын аҙаҡ түләргә алған нәмә; үтес. □ Долг, задолженность. Бурысҡа аҡса алыу. Бурысҡа әйберҙәр алыу. Бурысты ваҡытында ҡайтарыу. ■ [Имай:] Йә, ҡустым, утыҙ һум бурысыңды ҡасан туләйһең? һ. Дәүләтшина. • Бурысын йәшергән бөлөр, ауырыуын йәшергән улер. Мәҡәл.
БУРЫС II и. диал. ҡар. борош.
БУРЫСЛАНЫУ (бурыслан-) (Р: брать в долг; И.: borrow; T.: borçlanmak) ҡ.
406