Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 407


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БУҪЫҒЫУ
Бурысҡа алыу, бурысҡа төшөү. □ Взять, брать в долг у кого, войти в долг к кому, задолжать кому.
БУРЫСЛЫ (Р.: обязанный; И.: grateful; T.: borçlu) с.
1. Үтәлеүе мотлаҡ һәм изге булған эшле. □ Обязанный, благодарный, признательный. Мин һеҙгә бурыслымын. ■ Хафиз ағайға ул [Сәғиҙә] уҙен ғумергә бурыслымын тип һананы. М. Тажи.
2. Ҡайтарып биреү шарты менән аҡса йәки хаҡын аҙаҡ түләү өсөн бер нәмә алған; бирәсәкле. □ Имеющий долг. Бурыслы кеше. Бурыслы ил.
БУРЫСТАШ (Р.: содолжник; И.: codebtor; T.: borç ortağı) и. юр.
Уртаҡ бурысы булған кеше. □ Содолжник.
БУРЫШ и. диал. ҡар. борош I.
БУСАЛАНЫУ (бусалан-) ҡ. диал. ҡар. бошаланыу.
БУСМЫҠ (Р: толстопузый; И.: potbellied; T.: koca göbekli) с. диал.
Күпкәк эсле (кешегә ҡарата). □ Толстопузый (о человеке). Бусмыҡ малай.
БУССОЛЬ [рус. < фр. boussole ] (Р: буссоль; И.: compass; T.: pusula) и.
Мөйөш үлсәү ҡоралы. □ Буссоль. Буссоль менән улсәу.
БУСТЫШ АҠТАМЫРЫ (Р: пырей пустошный; И.: couch grass; T: ayrık otu) и. бот.
Дала аҡтамыры. □ Пырей пустошный (лат. Elytrigia).
БУҪАҒА I и. диал. ҡар. тупһа. ■ Француз, француз килә, ти, яуы еткән Мәскәүгә лә буҫағала тора, ти. Халыҡ йырынан. Буҫағаға ултырырға ярамай, ауырыу йоға. Башҡорт мифологияһынан. «Былһинме?» — тип тауыш бирә Бәхтиәр ҡарт ятҡан еренән, «һинме» тип һорауы былай ғына, сөнки дуҫынан башҡа уның буҫағаһын ашатлап ингән кеше юҡ иҫәбе ине. Ә. Хәкимов. • Килен ҡәйнә буҫағаһынан. Мәҡәл.
БУҪАҒА II (Р: подарок невесты родственникам жениха; И.: bride groom’s gift to
relatives; T: gelinin yeni akrabalarına verdiği hediye) и. этн.
Кәләштең кейәү яғы туғандарына бүләге. □ Подарок невесты родственникам жениха.
БУҪАҒАЛЫ (Р: с порогом; И.: with a threshold; T.: eşikli) c.
Буҫағаһы булған. □ С порогом. Ишеге бейек буҫағалы.
БУҪАЛАҠ (Р: толстый; И.: stout, plump; T.: terütaze) с.
Һимеҙ, таҙа (йәш балаға ҡарата). □ Толстый, тучный, полный; бутуз (о младенце). Буҫалаҡ бала. Буҫалаҡ кеше. Буҫалаҡ булыу.
БУҪАЛАҠТАЙ (Р: крупный; И.: very robust; T: kocaman) с.
Ҙур, ауыр кәүҙәле; уҫлаптай. □ Крупный, здоровенный, несуразно большой. Буҫалаҡтай ул үҫтерә.
БУҪАТЫУ (буҫат-) (Р.: предупредить; И.: menace; T: uyarmak) ҡ. диал.
Ҡурҡытып киҫәтеү. □ Предупредить, угрожать. Буҫатып ҡуй, кешегә һөйләнмәһен.
БУҪЛЫҒЫУ (буҫлыҡ ) ҡ. диал. ҡар. буҫығыу. ■ Төшөмдән буҫлығып уянып китһәм, мендәрем еп-еуеш. Г. Ғиззәтуллина.
БУҪТАУ (Р.: сукно; И.: cloth; T.: çuha) и.
Уң яғы кейеҙләнеберәк торған ҡалын, беше йөн туҡыма. □ Сукно. Ҡыҙыл буҫтау. Буҫтау тун. Буҫтау һуғыу. Буҫтау баҫыусы.
■ Бүгәсәү батша бар, тиҙәр, буҫтау бишмәттәре мул тиҙәр. Халыҡ йырынан. Затлы тиреләргә, татлы балға алмашып алып ҡайтҡан буҫтау, ебәктәрҙе ырыу баштарына, сардарҙарға тараттылар, артабан улар ырыуҙаштарының тейешле кешеләренә еткерәсәк. 3. Ураҡсин.
БУҪЫҒЫУ (буҫыҡ-) (Р: долго беззвучно плакать; И.: weep silently; T.: sessizce ağlamak) ҡ.
Оҙаҡ илап, быуылыу, хәлһеҙләнеү. □ Долго беззвучно плакать, не успокаиваться от долгого плача. Илап, буҫығып бөтөү.
■ [Хәтирә] .. тырт-мырт атлап өйгә бер инде, бер сыҡты, ахырҙа түҙмәне, әле саҡ
407