БУТАРЛАУ
БУТАЛСЫҠ (Р.: запутанный; И.: confused; T.: karışık) с.
Билдәле бер тәртибе юғалған; сыуалсыҡ; аңлауға ауыр, аңлайышһыҙ. □ Запутанный, сложный; беспорядочный, сумбурный. Буталсыҡ төш күрҙем. Башым буталсыҡ уйҙар менән тулған. Буталсыҡ мәсьәләнең осона сығып булмай. ■ [Закир] тағы баяғыса, эйәр өҫтөндә бәйһеҙ һалпаңлап, буталсыҡ уйҙар иркенә бирелеп бара бирҙе. 3. Биишева. Ул был ҡәҙәр халыҡ араһынан, был саҡлы буталсыҡ ерҙән Ғарифты табырына ышанмай башланы. М. Ғафури. Валсыҡ-валсыҡ, сыуалсыҡ, асыҡ-тишек, буталсыҡ, тылсым-тылсым, мәтәлсек, булһын-булһын болғансыҡ. Ш. Бабич.
БУТАЛСЫҠЛЫҠ (буталсыҡлығы) (Р.: запутанность; И.: (state of) confusion; T.: karışıklık) и.
Ниҙәлер рәт, тәртип, аныҡлыҡтың булмауы, буталсыҡ хәл. □ Запутанность, беспорядочность, сумбурность. Тормоштоң буталсыҡлығы. Фекер буталсыҡлығы. ■ Уйылдан был буталсыҡлыҡтарҙы, ғауғаны ҙурға олғаштырмай үткәреп ебәреренә өмөтләнә ине әле һаман. Н. Мусин.
БУТАЛЫУ (бутал-) ҡ.
1. төш. ҡар. бутау I. страд, от бутау I.
2. Ҡушылып аралашыу. □ Перемешивать, перепутываться. Балсыҡ ҡом менән буталған. ■ Тирә-яҡ хәрәкәткә килде. Төтөн, туҙан буталып, бер нәмә лә күренмәҫ булды. И. Насыри.
3. Араға ҡыҫылып, бергә боларыу. □ Путаться, перемешиваться. Өй алдында буталыу. ■ Беҙҙең егет ҡорона ингән өс үҫмер ҙә шунда бутала. Улар ҙа уйнай. Ғ. Хәйри.
4. Кем менәндер аралашыу; сыуалыу. □ неодобр. Путаться с кем, иметь дело с кем. Ирҙәр менән буталыу. Насар кешеләр менән буталыу.
5. Мәшғүл булып, ығы-зығы килеү; мәшәҡәтләнеү. □ Быть занятым, суетиться. Мәшәҡәттәр менән буталыу.
6. Тәртипһеҙ, тынысһыҙ, ығы-зығы хәлгә килеү. □ Путаться, сбиваться. Тормош буталған. ■ Беҙҙең полк тамам буталған. Ҡайһы рота, ҡайһы батальон икәнен аңлар хәл юҡ. Д. Юлтый. [Сәғиҙә:] Хәҙер замана буталыбыраҡ тора. Кем ғәйепле, кем хаҡлы икәнен белеүе ҡыйын. М. Тажи.
7. Уй-фекер йүнәлешен юғалтыу. □ Сбиваться (о мысли). ■ Фәриҙә уйҙарының осона сыға алманы, буталып бөттө. Р. Солтангәрәев.
БУТАЛЫШ I (Р: путаница; И.: muddle; T: darmadağınıklık) и.
1. Тәртипһеҙ, ығы-зығы хәл. □ Путаница, суматоха. Уйҙар буталышы. Фекер буталышы. ■ [Мираттың] башында буталыш: эше тураһындамы, өйө тураһындамы, ҡатыны әйткәндәрҙе уйларғамы? «Киске Өфө», №37, 2011.
2. Халыҡ араһындағы ризаһыҙлыҡ хәрәкәте; сыуалыш. □ Суматоха, сумятица, переполох. Буталыш яһау.
БУТАЛЫШ II (Р.: неправильно; И.: erroneously; T: yanlış) р. диал.
Яңылыш, дөрөҫ түгел. □ Неправильно, ошибочно, һеҙ юлды буталыш алғанһығыҙ.
БУТАЛЫШЫУ (буталыш-) ҡ. урт. ҡар. буталыу, взаимн. от буталыу.
БУТАМА и. диал. ҡар. болғау II.
БУТАНЫУ (бутан-) (Р: рыться; И.: rummage; T: karıştırmak) ҡ.
Ниҙер эҙләп аҫтын-өҫкә аҡтарыу; соҡоноу. □ Рыться, копаться. Һандыҡ эсендә бутаныу. ■ [Аллабирҙе:] Келәттә бутанып йөрөргә һиңә кем ҡушты? Ш. Бикҡол.
БУТАРА [рус. бутара < лат. butarium ‘мискә’] (Р: бутара; И.: sizing trommel; T: trampet) и.
Металл ҡатышҡан ҡомдо йыуа торған әйләнмә барабан. □ Бутара.
БУТАРЛАУ I (бутарла-) (Р: сплавлять пески, оставшиеся после промывки россыпных месторождений золота; И.: float gold sands; T.: kumları akıtmak) ҡ.
409