Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 410


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БУТАРЛАУ
Алтыны йыуылып, өйөп ҡуйылған ҡом, ташты һыуға ағыҙыу. □ Сплавлять пески, оставшиеся после промывки россыпных месторождений золота. ■ Гольцев һуңғы йылдарҙа йыуып ташланған иҫке отвалдарҙы яҙғы ташҡын һыу менән бутарланы. Я. Хамматов.
БУТАРЛАУ II (бутарла-) ҡ. диал. ҡар. һүтеү. Кейемде бутарлап һалып ҡуйҙым.
БУТАРСЫ (Р.: старатель; И.: gold prospector; T.: altın arayıcı) и.
Бутар эшендә эшләгән кеше. □ Старатель.
БУТАР ЭШЕ (Р.: бутара; И.: washtub; Т.: trommel) и.
Алтыны йыуылып, өйөп ҡуйылған ҡомташты һыуға ағыҙыу эше. □ Сплав песков, оставшихся после промывки россыпных месторождений золота; бутара. Бутар эшенә йәлеп ителеү.
БУТАУ I (бута-) (Р: мешать, перемешивать; И.: mix; T.: karıştırmak) ҡ.
1. Ян-яҡҡа һелтәп, ниҙеңдер эсен ҡул йәки таяҡ һымаҡ нәмә менән айҡау. □ Мешать, перемешивать. Ҡырмыҫҡа иләүен таяҡ менән бутау.
2. Шыйыҡ йәки бөртөклө нәмәнең эсен әйләндереп-тулғандырып айҡау; болғатыу. □ Мешать, перемешивать. Мейестәге күмерҙе бутау. Бутҡаны бутау. ■ Айыуғолаҡ көлдө бутап ҡарағайны, күмер булып бөткән бер кәлсә килеп сыҡты, ти. Әкиәттән.
3. Ҡушып аралаштырыу; болғатыу. □ Смешивать, перемешивать. ■ Киндер майы бутап, сейле-бешле итеп әҙерләгән тары бутҡаһы ашалды. Ғ. Дәүләтшин.
4. Аҫтын-өҫкә туҙҙырыу; аҡтарыу. □ Путать, перепутывать. ■ Атайҙың китаптар менән тулған шүрлеген аҡтарып бөттөм бутап. Ш. Бабич.
5. Ике йәки бер нисә кеше йәки нәмәне үҙ-ара яңылыштырыу. □ Путать, принимать одно за другое. Йөҙҙәрен бутау. ■ Беҙ бер мәктәптә ике Сәлих, икебеҙҙең дә фамилия Мәхмүтов. Кеше бутамаһын өсөн .. ул үҙен беренсе тип йөрөтә, ә мин икенсе. С. Агиш.
Зәлифә ҡарт әсәһе өйрәткән теләктәрҙе бу-тай-бутай ҡабатланы. Һ. Дәүләтшина.
6. күсм. Ниҙеңдер тәртибен, тыныслығын, мөнәсәбәтте боҙоу. □ Вмешиваться, спутать, нарушать принятый порядок вещей. Дуҫтарҙың араһын бутау. • Алабута аш булмаҫ, ара бутаған иш булмаҫ. Мәҡәл.
7. күсм. Асыҡ йүнәлештән, тейешле тәртиптән яҙҙырыу; сыуалтыу, яңылыштырыу. □ Сбивать с толку, ввести в заблуждение. Башты бутап йөрөмә. Донъя бутап бөттөләр. ■ [Гөлбаныу:] һуғыш күп нәмәне бутаны, Ихсанбай. Иртән тигәнең кис була, кис тигәнең иртән була. Т. Ғарипова.
8. диал. ҡар. болғау I, 2. Ашты бутау.
БУТАУ II и. диал.
1. ҡар. болғау II.
2. ҡар. иҙелмә I.
БУТАУЫС и. диал.
1. ҡар. болғауыс 1.
2. ҡар. гөмбөр II.
БУТАФОР [рус. < ит. buttafuoria ] (Р.: бутафор; И.: property man; T.: donatımcı) и.
Бутафория әҙерләүсе кеше. □ Бутафор. Театр бутафоры.
БУТАФОРИЯ [рус. < ит. buttafuoria} (Р: бутафория; И.: properties; T.: sahne eşyaları) и.
1. Сәхнәлә йәки магазин күргәҙмәһендә ысын нәмәне алмаштырыу өсөн хеҙмәт иткән төрлө ялған нәмә {мебель, һауыт-һаба, ҡорал йәки тауар). □ Бутафория (предметы театральной обстановки). / Бутафорский. Спектаклгә бутафория әҙерләү.
2. күсм. Күҙ буяу, алдаҡ. □ Бутафория (о чём-л. показном, фальшивом). Уның ҡыланыштары бутафория.
БУТАШЫУ (буташ-) ҡ. урт. ҡар. бутау. взаимн. от бутау.
БУТЕРБРОД [рус. < нем. Butterbrot ‘майлы икмәк’] и. ҡар. майлы икмәк. Сырлы бутерброд. Бутерброд эшләү. Бутерброд ашау.
БУТИК (бутигы) [рус. < фр. boutique} (Р: бутик; И.: boutique; T.: butik) и.
410