БУШ
Үҫәргән ҡәбиләһе аймағы. □ Бускун (название родового подразделения башкир племени усерган). Буһҡын аймағы башҡорто.
БУШ I [дөйөм төрки бош, бос ‘буш, бушаҡ’] (Р.: пустой; И.: empty; T.: boş) с.
1. Эсендә бер нәмә лә йәки бер кем дә булмаған. □ Пустой, порожний. Буш кунәк. Буш һарай. Буш һандыҡ. Буш сәңгелдәк. ■ Шатланмаҫлыҡмы ни, уның [Ғарифтың] сысҡан йығылып төшһә, башы ярылырлыҡ буш бураһына йөҙ бот иген керҙе лә баһа! Б. Бикбай. Көршәк тулы булһа, ныҡлығын ул оҙаҡ йылдар һаҡлай. Ә буш көршәк иһә тора-тора уҙ алдына сатнай. М. Кәрим. Рамаҙан, аҫҡа ҡарап, байтаҡ ваҡыт өндәшмәй торғас, куҙ сите менән генә хужаның буш еңенә һирпелде. Ә. Хәкимов.
2. Кеше йәшәмәгән, кешеһе булмаған; кешеһеҙ; бер кем йәки бер ни ҙә биләп тормаған. □ Пустой, свободный, незанятый. Буш йорт. Буш ауыл. Буш яландар. ■ Ике яр ҙа буш, тик ҡоштарҙың сырҡылдашҡан тауыштары ғына һиллекте боҙоп, донъя барлығын иҫкә төшөрә. 3. Ураҡсин. Нисә йыл буш ҡырҙарҙа ыңғырашҡайны тик бер ҡылған. К. Кинйәбулатова.
3. Бер нәмәһеҙ, өлөшһөҙ. □ Без ничего, просто так. ■ Муйыл ишек төбөнә йыйылып киткән бала-сағаны ла буш ҡалдырманы. Йә ҡалас һындырып, баҙар икмәгенән берәр телем икмәк, йә берәр лампасый өләште. Һ. Дәүләтшина. [Ҡыҙ — егеткә:] Мине һыуҙан айырһаң, бәхеттән буш ҡалырһың, барынан ҡолаҡ ҡағырһың. «Аҡбуҙат». Әгәр ҙә аҡылыңды йыймай эшләй торған булһаң, беҙ быны һиңә буш ебәрмәбеҙ. Ғ. Дәүләтшин. [Һин] һуҙ атҡылай, шаян һуҙҙәр ысҡындырғылай башланың. Мин дә буш ҡуйманым. .. Яуап ҡайтара торҙом. И. На-сыри.
4. Эш, шөғөл менән мәшғүл түгел; эшһеҙ. □ Незанятый трудом, делом; свободный. Буш кешеләр урамда йөрөй. Буш ваҡытымда йырҙар өйрәнәм. ■ [Дәуләтбай:] Бына хәҙергә бер эшем дә юҡ, бушмын. Тик ятҡансы, бер аҙ эшләп булмаҫмы икән,
тигәйнем. И. Көҫәпҡол. [Рәхимә:]Һәр ваҡыт уҡып, нисек арымайһығыҙ? Мин һеҙҙең буш торғанығыҙҙы һис бер кургәнем юҡ. Ғ. Хәйри. [Хисам] балыҡҡа беҙҙе эйәртеп алып бара, балыҡ булмаһа ла буш ҡалдырмай: ау, нәрәтәләрен яр башына сығарып, киптерергә йәйеп бөтә лә, беҙҙе ҡарауылларға ҡушып, уҙе һыу буйындағы яланда бесән сабырға тотона. М. Тажи.
5. Хәрәкәт ирке сикләнмәгән, ни менәндер беркетелмәгән. □ Свободный. ■ Һауаларҙан килә ике ҡош, береһе бәйле, береһе буш. Халыҡ йырынан. Алға эйелеп килеп, аттың арҡаһына еңел генә ҡамсы төшөрөп, теҙгенен буш ҡуйҙым. Д. Юлтый.
6. Ниҙән дә булһа ҡотҡарылған, азат, бер нәмәне биләмәгән. □ Незанятый; свободный. ■ Бында барыбыҙҙы ла һөйләп тораһы юҡ. Бындай мөнтөктәрҙән берегеҙ ҙә буш тугелһегеҙ. Ғ. Дәүләтшин. Мин хәҙер бөтә хыялдан буш. С. Агиш.
7. Хаҡ түләтелмәгән; түләүһеҙ. □ Бесплатный, даровой, дармовой, безвозмездный. Буш хеҙмәт. Буш малға өмөт итеу. Фатирҙы буш алып булмай. Дауаланыу буш. ■ [Кулдәктәр] эм-м, буш инде, йәғни, уҙебеҙҙең кооператив магазины бит, буш тип әйтерлек арзан һата. Б. Бикбай. Мин уҙем ҡамыр баҫырға биш һум биреп өйрәнгән булһам да, Мөжәһиткә буш өйрәтмәксе булдым. Т. Йәнәби. Бара-тора Өйрәнсектең тупаҫ балсыҡ көршәктәренә көн бөткән. Инде уларҙы һатып алыусы тугел, буш алыусы ла булмаған. 3. Биишева. [Карыя — Рахмайға:] Буштың атаһы улгән ул, ашаған хаҡыңа туләп кит. К. Кинйәбулатова. Туләмәй, бушҡа эшләтә тиһеңме? Ә хеҙмәт бөтөнләй буш төшә инде уға. Һ. Дәүләтшина.
8. Юҡ хөкөмөндәге, юҡ тип әйтерлек, әһәмиәте, баһаһы юҡ тип әйтерлек. □ Пустяковый, даровой, дармовой. ■ Мейес алдына тәгәрләп төшөп, өҫтәре инде аҡһыл көл менән ҡапланып, һурелә башлаған ҡуҙҙарға текәлде. Бына ул кумер тотош һурелеп бөтөп, буш көл генә булып ҡаласаҡ. Ә ҡасан
413