Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 414


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БУШ
ғына әле ул мейес эсендә, кумәк өйкөм араһында, баҙылдап яна ине! Б. Бикбай.
9. Иғтибарға алырлыҡ булмаған эш, хәл, һүҙ, хәбәр. □ Пустое, пустяк. Бушты һөйләп йөрөмә. ■ [Муйылбикә:] Ҡуйсы, буш менән булмағыҙ, ҡарт кешене мәшәҡәтләп, — тиһә лә, уҙе ҡыҙыҡһынып көлә ине. Һ. Дәүләтшина. «Әһә, һиҙҙек эшеңде, һин тиктәҫкә йөрөмәйһең бит, егет», — тинеләр иптәштәр. «Ҡуйығыҙ әле, бушты һөйләмәгеҙ, ауылдаш килгәйне, шуның янына барып ултырғайным», — тигән булдым. Т. Йәнәби.
10. Бер ниндәй маҡсатһыҙ, сәбәпһеҙ, былай ғына; тик. □ Просто так, без причины. ■ Ахыр сиктә сығып ҡастым, юғиһә буш торғанда туҡмалыр инем шул. Т. Хәйбуллин. [Хөрмәт:] «Ниңә көләһең?» «Буш!» — тине Исмәғил, ауыҙы ҡолағына еткәнсе йылмайып. Яр. Вәлиев.
11. кусм. Төшөнкө рухлы, уйлау, фекерләүгә һәләтһеҙ. □ Пустой (о душе, сердце). ■ Ямғыр һуңындағы тын һауа кеуек хәҙер минең баш тын, куңел буш, йөрәк талғын тибә. Д. Юлтый. Ләкин шиғырҙарым һаман ғәйеп, куңелем дә инде буш һымаҡ. М. Кәрим.
12. кусм. Етди булмаған, рухи яҡтан сикләнгән (кешегә ҡарата). □ Пустой, бессодержательный (о человеке). Буш кешегә ышанып йөрөмә.
13. кусм. Нигеҙендә дөрөҫлөк булмаған, нигеҙһеҙ; файҙаһыҙ, мәғәнәһеҙ, эстәлеге юҡ. □ Ошибочный, неправильный, ложный; пустой, безрезультатный, напрасный, бесплодный, тщетный. Буш вәғәҙәләр бирҙелә ҡасты. Буш мәҡәлә яҙып ултырма. Буш өмөттәргә бирелмә. ■ Ә буш куңел асыуҙарға, мәғәнәһеҙ урам тапауҙарға, юҡ-бар уйындарға, буш ыҙғыштарға кеше купме ваҡытын, көсөн әрәм итә. Р. Солтангәрәев. «Нәғимдең һуҙенә ышанһаң, әллә ысын, әллә буш», — тип һуҙен осланы [әсәйем]. Н. Мусин. Өфө тигәндәре ошо икән. «Аҙашырлыҡ, яман, таш ҡала», — .. тип һөйләуҙәре ерле буш икән. Ғ. Амантай.
♦ Буш боғаҙ юҡты-барҙы күп һөйләргә, шапырынырға яратҡан кешегә ҡарата
әйтелә. □ Пустослов, пустомеля. Буш итеү насар итеү. □ Делать напрасно. Бынан китеп буш итте ул. Буш итмәү хаҡын түләмәй ҡалдырмау. □ Не обделить, не обойти кого. ■ Был юлы ла буш итмәҫ, ҡоро ҡул менән ҡайтармаҫ уны [Юламанды] рәхимле диңгеҙе... 3. Биишева. Буш ҡалыу алданып, бер ниһеҙ ҡалыу. □ Прозевать, остаться ни с чем. Буш ҡул йәки буш ҡул менән бер файҙаһыҙ, уңышһыҙ (йөрөү һ. б.). □ Понапрасну, впустую. Буш ҡул менән ҡайтыу.
■ Шунан батшаның хеҙмәтселәре кейәу менән ҡыҙҙы эҙләнеләр-эҙләнеләр ҙә, таба алмағас, буш ҡул менән ҡайтып киттеләр. Әкиәттән. Буш ҡыуыҡ бушҡа ғына әллә кем булып маҡтанып йөрөүсе. □ Хвастун-пустышка. Буш тегеләй кемгәлер асыуланып янағанда әйтелә. □ Слово, употребляемое при угрозе. Бушты бушҡа (юҡҡа) бушатыу (ауҙарыу) файҙаһыҙ эш менән шөғөлләнеү.
□ Бездельничать, ничем не заниматься.
■ «Юҡты бушҡа бушатып ят инде», — тип бошоноп ҡуйҙы Яҡуп. М. Кәрим. Буштың атаһы үлгән ниҙелер хаҡ түләмәй генә алырға теләгән кешегә мыҫҡыл белдергәндә әйтелә.
□ Бесплатно только птички поют; ничего бесплатного не бывает.
БУШ II с. диал. ҡар. бушаҡ 1. Бауҙы буш ҡына итеп бәйләу.
БУШАҒАЙТЫУ (бушағайт-) (Р.: ослаблять; И.: loosen; T.: gevşetmek) ҡ.
Тығыҙ хәлдән бушаҡ хәлгә килтереү.
□ Ослаблять (что-л. туго завязанное, натянутое). // Ослабление. Бушағайта биреу. Билбауҙы бушағайтыу. Ҡайышты буша-ғайтыу.
БУШАЙТЫУ (бушайт ) (Р: ослаблять; И.: slacken off; T.: boşaltmak) ҡ.
Тығыҙ хәлдән бушаҡ хәлгә килтереү.
□ Ослаблять (что-л. туго завязанное, натянутое). Ослабевать, ослабнуть. Бушайта төшөу.
БУШ АЙЫУ (бушай-, бушая) (Р: ослабевать; И.: become looser; T: boşaltmak) ҡ.
1. Тығыҙ хәлдән бушаҡ хәлгә килеү.
□ Ослабевать, ослабнуть. Бушая төшөу.
414