Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 415


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БУШАТЫУ
2. Киңәйеү, һуҙылыу (аяҡ кейеменә ҡарата). □ Становиться свободным, разнашиваться (об обуви). Итек бушайып ҡалды.
БУШАҠ I [дөйөм төрки бош, бос ‘буш; бушаҡ’] (Р.: слабый; И.: lax; T.: gevşek) с.
1. Тығыҙ түгел, ҡыҫтау түгел. □ Слабый, не тугой. Бушаҡ булыу. Бейәләйҙе бушаҡ бәйләү. Аттың дилбегәһе бушаҡ.
2. күсм. Кешегә, ауырлыҡҡа ҡаршы тора алмаған йомшаҡ холоҡло. □ Слабый, безвольный. Уҡытыусы бушаҡ кеше ине, малайҙар уны тыңламанылар.
3. диал. Ирекле, азат. □ Свободный.
БУШАҠ II (бушағы) и. ҡар. диал. муйынсаҡ.
БУШАЛАҒАЙЫМҒА (Р: понапрасну; И.: in vain; T: boşuna) р.
Кәрәкһеҙгә, бушҡа, буштан-бушҡа.
□ Понапрасну, попусту, зря, напрасно. Бушалағайымға тауыш күтәреү. ■ [Факиһа — балаларына:] Машинаны аслан бушалағайымға өйрөлтмәгеҙ, боҙоп ҡуйырһығыҙ. Ж. Кейекбаев. Бушалағайымға эшһеҙ һәлпәндәп йөрөмә. Ф. Иҫәнғолов.
БУШАН с. диал. ҡар. һәлкәү.
БУШАНЫУ (бушан ) (Р: освобождаться; И.: be relieved from; T: boşanmak) ҡ.
1. Ниҙән дә булһа ҡотолоу; бушау.
□ Освобождаться, становиться свободным. Вазифанан бушаныу. ■ Сынйыр бығауҙан бушанып ҡалғас, Алпамыша бер кирелеп ҡуйҙы, ти. «Алпамыша». [Ҡарағол:] Хәҙер күкрәгем ул ауыр үс утынан бушанды. Д. Юлтый.
2. диал. Ауырҙағы баланан ҡотолоу.
□ Освобождаться от бремени (родить ребёнка). Баланан бушанған әсә. ■ «Мине арбаға ултыртып алып ҡайт, мин ауырып киттем», — ти [әбей], бушанғанын әйтмәй, йәшерә. «Алпамыша».
БУ Ш АТАН (Р: большое шило; И.: large awl; T.: büyük biz) и. диал.
Ҙур беҙ. □ Большое шило. Шул тартмала ғына ине бушатан, ҡайҙа булды икән?
БУШАТҠЫС (Р.: разгрузчик; И.: unloading machine; T: boşaltıcı) и.
Ниҙелер бушата торған машина. □ Разгрузчик (машина). Вагон бушатҡыс. Бушатҡыслы машина.
БУШАТТЫРЫУ (бушаттыр-) ҡ. йөкм. ҡар. бушатыу I. понуд. от бушатыу I. Малайҙарҙан бесән бушаттырыу.
БУШАТЫЛЫУ (бушатыл-) ҡ. төш. ҡар. бушатыу I. страд, от бушатыу I. Утын бушатылып ҡуйылған. Эштән бушатылыу.
БУШАТЫНЫУ (бушатын-) ҡ. ҡайт. ҡар. бушатыу I, 1, 2. возвр. от бушатыу I,
1,2.
БУШАТЫУ I (бушат-) (Р: разгружать; И.: unload; empty; T.: boşaltmak) ҡ.
1. Эсен йәки өҫтөн буш ҡалдырыу, бушҡа әйләндереү. □ Разгружать, выгружать, сгружать. // Разгрузка, выгрузка. Биҙрәне бушатыу. Арбаны бушатыу.
2. Йөктәге нәмәне алыу; ниҙелер бер ерҙән икенсе ергә ауҙарыу. □ Разгружать, выгружать. // Разгрузка, выгрузка, һөттө табаҡҡа бушатыу. Утынды кәртәгә бушатыу. Бесәнде бүртлеккә бушатыу. Тоҡтағы емде йәшниккә бушатыу. ■ Нығытма ҡороуға сығарылған халыҡ иртә таңдан ҡырмыҫҡа кеүек ҡымйый башлай: берәүҙәр ҡатҡан ерҙе кәйлә менән аҡтара, таш бушата, икенселәр балта туҡылдата. 3. Ураҡсин. Егеттәр Төлкөсура менән Миңлегөлгә күмерҙе күнәктәргә тултырып, түбәлек аҫтына тиҙерәк бушатырға ярҙам итә башланы. Н. Мусин.
3. Китеп, буш ҡалдырыу. □ Освобождать. // Освобождение. Йортто бушатыу.
4. Эш-шөғөлдән арындырыу, буш итеү. □ Овобождать. Көрәкте бушатығыҙ, үҙемә кәрәк.
5. Эш урынынан алыу; төшөрөү, сығарыу. □ Освобождать (от должности), снимать (с работы). Эштән бушатыу.
♦ Күңелде (йәки эсте) бушатыу ҡайғыны баҫып, күңелде еңеләйтеү. □ Отвести душу, излить душу; поделиться горем. Йырлап эсте бушатыу.
БУШАТЫУ II (бушат-) (Р: ослаблять; И.: slacken; T.: gevşetmek) ҡ.
415