БУШАТЫШЫУ
Тығыҙ, ҡыҫыҡ хәлдән бушаҡ хәлгә килтереү. □ Ослаблять, отпускать. Ҡайышты бушатыу. Аттың теҙгенен бушатыу.
♦ Теҙгенде бушатыу талапты, ҡыҫымды кәметеү. □ Ослабить требования, контроль. букв. Отпустить поводья.
БУШАТЫШЫУ (бушатыш-) ҡ. урт. ҡар. бушатыу I, 1, 2. взаимн. от бушатыу I, 1, 2. Бесән бушатышыу. Утын бушатышыу. Ағас бушатышыу. ■ [Миңлегөл] атаһы менән ағаһы кумер тейәп урмандан ҡайтып төшкәс, уларға кумерҙе тубәлек аҫтына бушатышып йөрөп, был хаҡта онотоп торғайны, кискә табан Уйылдандың һуҙҙәре тағы иҫенә төштө. Н. Мусин.
БУШАУ I (буша-) (Р.: разгружаться; И.: drain; T: boşaltılmak) ҡ.
1. Эсе йәки өҫтө буш ҡалыу; йөкһөҙ ҡалыу. □ Разгружаться, опорожняться. // Разгрузка. Бушаған һауыт, һандыҡ бушаны. Биҙрә бушаны.
2. Йөгө алынып, йөкһөҙ ҡалыу. □ Разгружаться. Бушаған вагон.
3. Биләүсеһе китеп, буш ҡалыу. □ Опустеть, обезлюдеть. Бушаған булмә. Бушаған ауыл. Эш урыны бушаны.
4. Эш-шөғөлдән йәки берәй нәмәнән арыныу; буш булыу. □ Освобождаться, становиться свободным, никем не занятым. Хужалыҡэштәренән бушамау. Ҡунаҡтарҙан бушамау. ■ Урман ҡырҡыу ваҡытлыса туҡтатылып торғанлыҡтан, бушаған кешеләр куп кенә ине. Н. Мусин.
♦ Күңел (эс) бушау тынғыһыҙлаған уй-хистәрҙән арынып, тынысланыу. □ Успокоиться, избавившись от тревожных мыслей. ■ Илап, куңеле бушағас, ул [Мшҫлегөл] аңына килә башлағайны. Н. Мусин.
БУШАУ II (буша-) (Р: ослабевать; И.: slack off; T.: gevşemek) ҡ.
1. Тығыҙ, ҡыҫыҡ хәлдән бушаҡ хәлгә килеү. □ Ослабевать, слабеть. Билбау бушаған. Ҡайыш бушаған. Сөй бушаған. ■ Бөтәбеҙ ҙә машинанан төштөк. Беҙ ҡуйған тәгәрмәстең тыны тамам бушаған ине, алмаш-тилмәш тын тултырҙыҡ. Н. Нәжми.
2. кусм. Көс, ҡеүәттән яҙыу; йомшау, хәлһеҙләнеү. □ Слабеть, ослабевать, лишаться силы. Быуын бушау. ■ Нәфисә хәлһеҙләнде. Аяҡ быуындары бушап, тәне дерелдәй башланы. Я. Хамматов.
♦ Билғау (билбау) аҫты бушау асығыу.
□ Проголодаться, букв. Ослабеть под поясом. ■ Билбау аҫты бушағас, ҡарап тороу юҡ, картуф та туҡ эсәк һымаҡ тойола. Б. Бикбай. Ҡурйын аҫты бушау ҡар. билғау аҫты бушау.
БУШ БИҘРӘ (Р: пустое ведро; И.: empty bucket; T: boş kova) и. миф.
Юл уңмаясағын белдереүсе буш һауыт.
□ Символ пустоты, неудачи; пустое ведро, предвещающее неудачную дорогу. ■ Кеше өйҙән сыҡҡас, уның артынан буш биҙрә тоторға, иҙән һеперергә ярамай, юлы уңмай. Экспедиция материалдарынан.
БУШ КӨН (Р: суббота; И.: Saturday; Т: Cumartesi) и. миф.
Мөһим эштәр башлау өсөн уңышһыҙ көн; ҡоро көн; шәмбе. □ Неудачный день для важных начинаний; суббота. Буш көндө эш башларға ярамай.
БУШҠА (Р: попусту; И.: to no purpose; T: boşuna) p.
1. Һис бер файҙаһыҙға, кәрәкһеҙгә; юҡҡа. □ Попусту, впустую, понапрасну. Бушҡа аҡса тугеу. Бушҡа ваҡыт әрәм итеу. Бушҡа тырышыу. ■ Үҙ һуҙенең бушҡа китмәуенә ҡыуанған ҡыҙ Төлкөсура яғына куҙ һирпеп алды, йәлп итеп әйләнделә арҡыс-торҡос торған арбалар, аттар араһынан уҙ йомошо менән ҡайҙалыр йугерҙе. Н. Мусин. Бына тағы бер көндө һәләк иттем, һиҙмәй ҡалдым бушҡа уткәнен. Р. Ғарипов. Уҡыу менән бик тиҙ утер был оҙон ҡыш, уйнап-көлөп бушҡа йөрөмә, балам, тырыш. М. Ғафури. Ғөмумән, кәңәш шул: башҡа эшең булмаһа, көсөңдө бушҡа тукмә. Р. Солтангәрәев.
2. һис бер сәбәпһеҙ, нигеҙһеҙ. □ Беспричинно, беспочвенно. Бушҡа ҡайғырыу.
416