Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 418


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БУШЫМЛЫ
БУШЫМЛЫ диал. ҡар. бышымлы.
БУЯҠ I (буяғы) и. ҡар. буяу II. Ҡыҙыл буяҡ. Һары буяҡҡа маныу. Иҙәнде көрән буяҡ менән буяу. Йөндө төрлө төҫтәге буяҡтар менән буяу.
БУЯҠ II (буяғы) и. диал. ҡар. бөрләтәү.
БУЯЛЫУ (буял-) ҡ.
1. төш. ҡар. буяу I. страд, от буяу I. ■ Кук көмбәҙе Сыу аҡай тауы яғында аҡһыл зәңгәр төҫкә буяла. Н. Мусин. Хужа уң ҡулы менән аҡсаны алды, һул ҡулы менән алтын төҫөндәге буяуға буялған ташбаҡаны кәштә өҫтөнә, Йәғләмундең алдына һалды. Н. Игеҙйәнова.
2. Тейеп бысрау; мансылыу; тап, эҙ ҡалыу. □ Мазаться, пачкаться. Бысраҡҡа буялыу. Салбарына бысраҡ буялған. Балға буялыу. Ҡәләмгә буялыу. ■ Алма тирһәң, тир алдыңа, алма тиргән ҡулҡайың буялһын. Халыҡ йырынан.
БУЯНЫП-ЯҺАНЫП (Р.: нарядившись; И.: smarten oneself up; T: süslenerek) р.
Буянып, биҙәнеп, матурланып. □ Нарядившись, наряжаясь. Буянып-яһанып ҡунаҡҡа барыу.
БУЯНЫУ (буян-) (Р.: краситься; И.: make up; T: boyanmak) ҡ.
Биткә, күҙгә һ. б. кершән, буяҡ яғыу; биҙәнеү. □ Краситься, подкрашиваться, гримироваться. Кисәгә буянып барыу.
БУЯТЫУ (буят ) ҡ. йөкм. ҡар. буяу I. понуд. от буяу I. Сәс буятыу. Ҡыҙымдан иҙән буяттым. ■ [Хөрмәт Солтан улы] ауылында ҙур төҙөкләндереү эштәрен йәйелдереп ебәрҙе .. барса ихаталарҙы кәртәләтте, буятты. «Торатау», 13 август 2009. [Рәшиҙә:] Һынды турайттым, сал төшә башлаған сәсте буяттым,.. ең һыҙғанып эшкә тотондом. М. Бураҡаева.
БУЯУ I (буя-) (Р: красить; И.: paint, colour; T.: boyamak) ҡ.
1. Буяу менән ҡаплау; буяҡҡа маныу. □ Красить, окрашивать. // Покраска, окраска, крашение. Өй башын буяу. Солан иҙәнен буяу. Туҡыманы буяу. Сәс буяу. ■ Саф ал
тынды нәжескә буяу менән, нәжес китәр, алтындың заты китмәҫ. М. Аҡмулла.
2. Бысраҡ менән ҡаплау; бысратыу. □ Пачкать, грязнить, марать. Бысраҡҡа буяу. ■ Ҡыҙҙар ҙа, күмер саңы ултырған арба төбөндәге ҡабыҡҡа устарын буяп, егеттәрҙең битенә ынтылды. Н. Мусин. • Яман әҙәм ил буяр. Мәҡәл.
3. диал. Яғыу, һөртөү. □ Мазать. Май буяу.
♦ Күҙ буяу насарлыҡты йәшереп, тыштан яҡшы күрһәтеү. □ Втирать очки, обманывать. Күҙ буяу өсөн генә эшләй. ■ Күҙ буяу өсөн генә башҡарылған эш менән булышырға ярамай икәнен аңлап эш башланыҡ. «Киске Өфө», 20 май 2011.
БУЯУ II (Р: краска; И.: paint; T.: boya) и.
1. Бер нәмәгә ниндәйҙер төҫ бирә торған матдә; буяҡ. □ Краска. Тәбиғи буяу. Сәс буяуы алыу. Буяу һатып алыу. Аҡ буяу. Ҡыҙыл буяу. Зәңгәр буяу. Буяуы уңыу. Буяуы һеңеү. ■ Алтындың өҫтө баҡырҙа ғына була торған йәшкелт күм-күк буяуға мансылды. Я. Хамматов. Томбойоҡ та таждарын һары буяуға манған. А. Игебаев. Ҡайһы бер кешеләр тормошто төрлө биҙәктәрҙә күрә. Күңел талабы буйынса, бумаланы буяуға манып, күргәндәрен үҙ фәлсәфәһенән сығып, һүрәттәрендә сағылдыра. «Башҡортостан», 1 сентябрь 2010.
2. Төҫ, биҙәк. □ Краски, цвет, колорит. Көҙгө буяуҙар. ■ Көҙ ағастарға төрлө төҫтәге буяуҙарын һипкән, һауа шундай саф, иртәнге һалҡынлыҡ бөтә тәнде рәхәт итеп ҡытыҡлай, тороп йүгерге килә. Н. Мусин.
3. күсм. Телмәрҙе, сәнғәт әҫәрен көсәйтә, байыта, биҙәй торған сара. □ Средство для выразительности речи. Шағирҙың телмәре сағыу буяуҙарға мансылған. ■ Ғөмүмән, ыңғай образдарҙы идеаллаштырып, киреләрен тик ҡара буяуҙар менән генә һүрәтләү мәғрифәтселек әҙәбиәтенең характерлы һыҙаты булып тора. Ә. Вилданов.
БУЯУЛЫ (Р: крашеный; И.: painted; Т: boyalı) с.
418