Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 419


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БҮҘ
Буяу һөртөлгән, буялған. □ Выкрашенный, окрашенный, крашеный. Буяулы иҙән. Буяулы ирендәр. Буяулы өҫтәл. ■ Их, Ғилман ағай, Ғилман ағай!.. — тине ул [Нәфисә J килештереп, күпереп кенә торған буяулы ирендәрен асыр-асмаҫ ҡына өндәшеп. Д. Бүләков.
БУЯУСЫ (Р.: красильщик; И.: dyer; Т.: boyacı) и.
Буяу эше менән шөғөлләнгән эшсе. □ Красильщик. Буяусы булып эшләү. ■ Буяусы эше нисек булһа ла рәссамға тартып тора, буяуҙарҙы оҫта итеп ҡуша белергә, стенаға яға, һыйпай-һылай белергә лә кәрәк.
3. Ураҡсин.
БУЯУ ТАМЫР (Р.: крап; И.: dyer’s madder; T.: kökboya bitkisi) и. бот.
Тамырында буяусы матдәһе булған күп йыллыҡ үлән. □ Крап, красильный корень (лат. Rubia tinctorum). Буяу тамыр үләне.
БУЯШЫУ (буяш-) ҡ. урт. ҡар. буяу I, 1. взаимн. от буяу I, 1. Бөгөн өй буяшырға кил. ■ Ҡоромға буялмаған кеше юҡ, ғауғаны башлаған Уйылдан менән Миңлегөлдөң биттәре бигерәк ныҡ ҡарайған, күрәһең, бигерәк ихлас буяшҡандар. Н. Мусин. Ҡором менән бит буяшыу — ҡырағайлыҡ! Ҡором күҙгә төшһә — зарарлы! 3. Биишева.
БҮГЕҮ (бүк-) (Р: приедаться; И.: be satiated (with); T.: bıkmak) ҡ.
1. Күп ашап биҙеү. □ Наедаться до отвращения; пресыщаться, переедать, приедаться. Ҡәбеҫтә ашынан бүгеү. Ҡарабойҙай бутҡаһынан бүгеү. Ҡоро сәйҙән бүгеү. Бүккәнсе ашау. ■ Был аштан бөтөнләй бүкте ул [Фатима], еҫе танауға бәрелеү менән үк күңеле болғана башланы. Б. Бикбай.
2. күсм. Ныҡ ялҡыу. □ Приедаться, надоедать. Ҡунаҡтан бүгеү. Татлы һүҙҙән бүгеү. ■ Буйы — иҫке бүкән кеүек, йөҙө — шайтан үпкән кеүек, ә күҙҙәре шундай моңһоҙ, бар донъянан бүккән кеүек. Р. Назаров. Ҡалған ғүмере уның һары майҙай етеҙ булды, ул ғүмерҙән Фәүзиә эргәһендәгеләр ҙә бүгеп бөттө, үҙе лә туйҙы. Т. Ғарипова.
БҮГӘЙ и. диал. ҡар. боға. ■ [Сәмәрә:] Был .. колхоз бүгәйе һиңә тағы нимәгә кәрәк булғандыр? Т. Ғарипова.
БҮГӘК I (бүгәге) и. диал. ҡар. бүгән I.
Бүгәк үҫеп сығыу.
БҮГӘК II (бүгәге) и. диал. ҡар. сүбәк I.
Етен бүгәге. Ҡиндер бүгәге. Бүгәк иләү.
БҮГӘЛӘ и. бот. диал. ҡар. бәпембә 1.
Бүгәлә мамығы оса.
БҮГӘН I (Р: короткий седой волос; И.: thickened short grey hair; T: kısa beyaz saç) и.
Төптән ағарып, йыуан булып сыҡҡан ҡыҫҡа сәс. □ Утолщённый короткий седой волос. ■ [Ынйыбикә:] Шулайҙыр, бына инде, һунар ваҡытында эттең этенең дә өйҙә торғоһо килмәй бит. Ҡилен, башҡа эшең булмаһа, башым бик ҡысытып тора, ошо еремде генә ҡара әле, әллә бүгән сәсе бар инде? М. Буранғолов.
БҮГӘН II и. диал. ҡар. күгән I. Ишек бүгәне.
БҮГӘТ и. диал. ҡар. быуа I. Бүгәттә балыҡ тотоу.
БҮГӘҮ I (бүгә-) (Р: преграждать; И.: bar; T: engellemek) ҡ. һир.
Үтә алмаҫлыҡ итеп тотҡарлау, кәртәләү.
□ Преграждать, загораживать, ставить преграду. ■ Беҙ уларҙың юлын бүгәнек. Бер ҡайҙа ла бара алманылар. И. Көҫәпҡол.
БҮГӘҮ II (Р: преграда; И.: bar; T: engel) и. һир.
Үтә алмаҫлыҡ итеп ҡоролған тотҡарлыҡ, кәртә. □ Преграда, препятствие, барьер. Бүгәү һалыу. ■ Ағас йығып, юл ашаһына ҡапыл ғына бүгәүҙәр һалыр өсөн урын ҡаралды. Ғ. Ибраһимов.
БҮҘ [дөйөм төрки бәз ‘тупаҫ мамыҡ туҡыма’] (Р: бязь; И.: unbleached calico; T.: ağartılmamış basma) и. туҡ.
Эре итеп һуғылған аҡ мамыҡ туҡыма.
□ Бязь. Аҡ бүҙ. Бүҙ күлдәк. ■ Баҙарҙарға барһаң, аҡ бүҙ алһаң. Халыҡ йырынан. Ул [Гөлйөҙөм], өҫтөндәге ҡалын һарғылт ҡаты бүҙ күлдәгенең итәген әйләндереп, күҙен, танауын һөрттө. Һ. Дәүләтшина. • Аҡ мамыҡтан бүҙ сығыр, аҡыллынан һүҙ сығыр. Мәҡәл.
14*
419