БҮҘӘНӘ
Бохар даны менән буҙ утер, ата даны менән ҡыҙ утер. Мәҡәл.
БҮҘӘНӘ I [дөйөм төрки бодәнә, будинә ‘бытбылдыҡ’] (Р.: перепел; И.: quail; T.: bayağı bıldırcın) и. зоол.
1. һорғолт сыбар төҫлө, оҙон ҡанатлы, ҡыҫҡа ҡойроҡло, күгәрсен ҙурлығындағы ялан ҡошо; бытбылдыҡ. □ Перепел. / Перепелиный (лат. Cotumix cotumix). Ата буҙәнә. Инә буҙәнә. Буҙәнә ояһы. Буҙәнә йомортҡаһы. ■ Ара-тирә «бытбылдыҡ, бытбылдыҡ» тип буҙәнә ҡысҡырғаны ишетелә. Ә. Вәли. Ялан ғына ере, ай, ҡылғанлыҡ, буҙәнәләр йугерә төбөндә. Халыҡ йырынан. Аҡлан ерҙәге сабылған бесән араһынан буҙәнә, тартай тауыштары килә. 3. Биишева. [Буҙәнә] ҡоро болондарҙа, яландарҙа, иген баҫыуҙарында йәшәй. Э. Ишбирҙин. Юл ыңғайы беҙгә ояһы-ояһы менән буҙәнәләр тап була торҙо. Д. Юлтый. Эйе, таяҡ ике башлы шул ул, тип уйлай Ирназар. Юҡҡамы ни, бер йыл буҙәнә һимерһә, икенсе йыл тартай һимерер, тимәгәндәр. Ә. Хәкимов.
2. миф. Ҡатын-ҡыҙ түллелеген һынландырыусы ҡош. □ Перепелка, символизирующая женскую плодовитость. ■ Буҙәнәләй тулле бул. Халыҡ ижадынан.
♦ Бүҙәнәнән май ал, ябалаҡтан йөн ал һарыҡтың йөнөн ҡырҡып бөткәс әйтелә торған теләк. □ Бери у перепела жир, у совы — шерсть (пожелание, произносимое после стрижки овец).
БҮҘӘНӘ II (Р: название родового подразделения башкир; И.: name of a Bashkir clanal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Юрматы ҡәбиләһе аймағы. □ Бузэнэ (название родового подразделения башкир племени юрматы). Буҙәнә аймағы башҡорто.
БҮҘӘНӘ ҠАРСЫҒАҺЫ (Р: ястреб-перепелятник; И.: sparrow hawk; T.: bayağı atmaca) и. зоол.
Урманда йәшәүсе ваҡ хайуандар һәм ҡоштар менән туҡланыусы күгәрсен ҙурлығындағы ултыраҡ ҡош. □ Ястреб-перепелятник (лат. Accipiter nisus). ■ Ҡор ҡар
сығаһынан бәләкәй, ваҡ ҡарсығанан кәу-ҙәһенең аҫ яғы көрән һыҙыҡлы булыуы менән айырыла. Э. Ишбирҙин.
БҮҘӘНӘ ҠУҘАҒЫ (Р: сурепица сжатая; И.: winter cress; T.: tere) и. бот.
Өҫкә табан тармаҡланыусы тура һабаҡлы, асыҡ һары сәскә атыусы ике йыллыҡ үлән; тиле шалҡан. □ Сурепица сжатая (сурепка, сурепица) (лат. Barbarea stricta). Буҙәнә ҡуҙағы сәскә атҡан.
БҮҘӘНӘ ТАРЫҺЫ (Р: росичка; И.: sundew; T.: güneş gülü) и. бот.
Тарыға оҡшаш иген культураһы; ҡыяҡ үлән. □ Росичка (лат. Panicum Sanguirale). Буҙәнә тарыһы уҫтереу.
БҮҘӘРЕҮ (бүҙәр-) ҡ. ҡар. буҙарыу. Бер ҡыҙарҙы, бер буҙәрҙе.
БҮҘӘТӘҮ и. диал. ҡар. бөрләтәү. Ҡош буҙәтәуе.
БҮЖӘК с. диал. ҡар. сусаҡ I. Бужәк тау.
БҮЗ и. диал. ҡар. бүҙ. Бу з тауар.
БҮЗЕКӘ (Р: карлик; И.: dwarf; T.: cüce) и. диал.
Кәрлә. □ Карлик. Бузекә кеше.
БҮЗДӘК (бүздәге) (Р: бадяга; И.: freshwater sponge; T.: sünger) и. зоол.
Күп күҙәнәкле хайуандарҙың сөсө һыуҙа йәшәүсе түбән тибы. □ Бадяга, пресноводная губка (лат. Spongilla lacustris).
БҮКСӘ и. диал. ҡар. бүкһә I. Тауыҡ буксәһе.
БҮКТЕРЕҮ (бүктер-) (Р: вызывать отвращение; И.: cause disgust; T.: bıktırmak) ҡ.
1. Күп ашағандан биҙҙереү. □ Вызывать отвращение (о пище — при переедании). Бутҡа буктерҙе. ■ Эс әсетеп китте. Ни, ҡарағат тиҙ буктерә икән, — тип, ауыр көрһөнөп ҡуйҙы Ҡыҙырас. 3. Биишева. Беләһеңдер, бер буктергән ашамлыҡты аҙаҡтан ауыҙға ла алғы килмәй, хатта куреу менән ҡоҫҡо килә башлай. Н. Мусин. Уйынмы ни, хеҙмәтеңде урнәк яһап, маҡтап, илгә таратҡастар! Хәйер, майлы аш буктерер, тиҙәр тугелме. Ә. Хәкимов.
2. кусм. Ныҡ ялҡытыу. □ Приедаться, надоедать. Татлы һуҙҙәр буктерҙе. ■ Әйт
420