БҮКӘН
мә инде. Бүктерҙе был донъя!.. Я. Хамматов. «Еҙнәң бүләк иткән алтын балдаҡ» Ихсанбайҙы әллә ҡасан туйҙырған, туйҙырыу түгел, екһетеп бөтөргән. Бүктергән. Т. Ғарипова.
БҮКТӘРГЕ и зоол. диал. ҡар. мүктәрге. Бүктәрге ҡанаты.
БҮКТӘРГӘЙ и. зоол. диал. ҡар. мүктәрге. Бүктәргәйҙәр оса.
Б ҮКҺЕҮ (бүкһе-) (Р.: тухнуть; И.: become rotten; T: küf kokmak) ҡ. диал.
Боҙолоп еҫләнеү; һөрһөү. □ Тухнуть. Ит бүкһегән. Һөт бүкһегән.
БҮКҺӘ I [дөйөм төрки бөк-сә ‘бүкһә’] (Р: зоб у птиц; И.: crop; T.: kursak) и.
1. Ҡош ашҡаҙанының тәүге бүлеге; боғаҡ. □ Зоб (у птиц). ■ Тауыҡ өсөн күпме аҙыҡ бар! Күпме кәрәк — әйҙә сүпләһен, тултырғансы үҙенең бүкһәһен. Н. Нәжми. Бүкһәләре тулған өйрәк бәпкәләрен хәтерләтеүсе йөҙләгән билмән балконға сығарып ҡуйылды. И. Абдуллин. Ә уртала көҙөрәйеп әтәс тора. Ас бүкһәһен киреп, эре генә тамаҡ ҡыра. Ғ. Байбурин.
2. Күкрәктең юғарғы өлөшө, күкрәк башы. □ Верхняя часть грудины. ■ Уның [Әхтәмдең] ҡаршыһында ғына бүкһәһен киреп .. Рух баҫып тора ине. В. Исхаҡов.
3. диал. Күлдәктең өҫкө өлөшө. □ Верхняя часть платья. Күлдәк бүкһәһен тегеп бөтөү.
БҮКҺӘ II (Р: толстый коротышка; И.: squab; T: kısa boylu kimse) и. һөйл. кәмһ.
Йыуан, тәпәш, тулы кәүҙә. □ Толстый коротышка. ■ Бына шунда сыҡты һөрән һалып байҙың йыуан, һимеҙ бисәһе, уң ҡулына өлкән сүмес алып, албаҫтылай булып бүкһәһе. X. Ғәбитов.
БҮКӘ (Р: кусок жирного мяса, вручаемый победителю состязаний; И.: piece of fat meat as a prise; T: düğünde yarışma ödülü olarak verilen et parçası) и. этн.
Туй ярыштарында, һабантуйҙарҙа еңгән кешегә бүләк итеп бирелгән һимеҙ, ҙур ит өлөшө. □ Кусок жирного мяса, вручаемый
победителю состязаний на свадьбе, сабантуе. Бүкә алыу.
БҮКӘЙ I (Р: название родового подразделения башкир; И.: name of a Bashkir clanal subdivision; T: bir Başkurt soyunun ismi) u. этн.
Әй ҡәбиләһе аймағы. □ Букей (название родового подразделения башкир племени ай). Бүкәй аймағы башҡорто.
БҮКӘЙ II [рус. бука} и. диал. ҡар. бапаҡ I. ■ Ямалетдин ағай тап ҡарттарса беҙҙе бүкәй менән ҡурҡыта. С. Ҡудаш. Ишетәһеңме, Нәфисә?Йөҙ ҡылыс — ул һиңә бүкәй түгел. Ә. Мирзаһитов.
БҮКӘЙЛӘҮ (бүкәйлә-) ҡ. диал. ҡар. имгәкләү. Бүкәйләп йөрөү.
БҮКӘН I [дөйөм төрки бүг/бүк ‘түңгәк’] (Р: чурбан; И.: block; T: kütük) и.
1. Бүрәнәнән бысып алып ултыртылған ҡыҫҡа түмәр. □ Чурбан, колода, обрубок бревна. Ҡайын бүкән. ■ Сәхәү .. бүкәнгә балта менән сапҡан һайын тирә-яғына ҡарап ала. Р. Ғабдрахманов. Йырсылар артынан иртәкселәр сыҡты. Бер оло ғына йәштәрҙәгеһе бер нисә урындан ямалған һорғолт сәкмәнен асып, ҡуйынынан думбыраһын сығарҙы ла, бүкәнгә ултырып алып, сиртә башланы. К. Мәргән. Гөлбаныу көлдөксә эргәһендә, бүкән өҫтөнә тас ҡуйып, көл тоноғонда Мәҙинәнең, үҙенең .. кейемдәрен йыуа. Т. Ғарипова.
2. Ергә ҡаҙып ултыртылған ҡыҫҡа ғына йыуан бағана. □ Кол. Бүкән ултыртыу. Нигеҙ бүкәне. ■ Унан [балагандан] йыраҡ түгел йыуан имән бүкән ергә ҡаҙып ултыртылған да уның өҫтөнә осло моронло ҙур ғына суйын түш беркетелгән, шунда уҡ эреле-ваҡлы сүкештәр, оҙон һаплы ҡыҫҡыс ята, тимер-томор киҫәктәре, һүндерелгән күмер өйөп ҡуйылған. Н. Мусин.
3. диал. Ваҡ-төйәк ҡуя торған бәләкәй генә тәпәшәк дүрткел шкаф; тумбочка. □ Небольшой шкаф, тумбочка. Бүкәнгә әйберҙәр ҡуйыу.
4. диал. Артһыҙ ултырғыс. □ Табуретка. Бүкәнгә ултырыу.
14'- 1.0158.11
421