Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 464


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БЫРҪ-БЫРҪ
Өрккән бесәй тауышын белдергән һүҙ.
□ Подражание звуку фырканья, например, кошки и т. п. ■ Ғәбиҙә еңгәй, бесәй кеуек бырҫ итеп һикереп, Ғәләу ағай алдына килеп баҫты. С. Кулибай.
БЫРҪ-БЫРҪ (Р.: подражание многократным звукам фырканья; И.: onomatopoeic word; T.: horuldama) оҡш.
Ҡабат-ҡабат бырҫ иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание многократным звукам фырканья, например, кошки и т. п.
БЫРҪЫЛДАТЫУ (бырҫылдат-) ҡ. йөкм. ҡар. бырҫылдау, понуд. от бырҫылдау. Бырҫылдатма бесәйҙе.
БЫРҪЫЛДАУ (бырҫылда-) (Р.: фыркать; И.: snort; T.: horuldamak) ҡ.
Бырҫ-бырҫ килеү. □ Фыркать. Бесәй, ят кеше тоторға иткәндә, бырҫылдай.
БЫРТ (Р: подражание звуку удара острым предметом по мягкой поверхности; И.: onomatopoeic word; T.: çıt) оҡш.
1. Энә, сөй кеүек осло нәмә ҡаты булмаған нәмәгә ҡапыл ҡаҙалғанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку удара острым предметом по мягкой поверхности чего-л. Бырт итеу. Бырт итеп ҡалыу.
2. Ҡаты нәмәне һындырғанда, ҡырҡҡанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ; мырт.
□ Подражание звуку чего-л. ломающегося; хруст. Кипкән ҡурай бырт итеп һынды ла ҡуйҙы.
БЫРХ (Р: подражание внезапному смеху; И.: onomatopoeic word; T.: kahkaha) оҡш.
Ҡапыл көлөп, кешнәп ебәргәндәге кеүек тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание внезапному смеху, ржанию. Бырх итеп көлөп ебәреу.
БЫРХ-БЫРХ (Р: подражание звукам внезапного смеха; И.: word expressing a burst of laughter; T.: kahkaha) оҡш.
Ҡабат-ҡабат бырх иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звукам внезапного смеха, ржания (многокр. от бырх/ ■ Ҡарт алаша, .. бырх-бырх бышҡырғылап, сиҙәмде тилмереп еҫкәштерә лә йәнә аяғурә серемгә тала. Ф. Иҫәнғолов.
БЫРХЫЛДАУ (бырхылда-) (Р: прыскать; И.: burst out laughing; T.: kahkaha basmak) ҡ.
Бырх-бырх итеү, бырх-бырх килеү. □ Прыскать (со смеху). Бырхылдығын сығыу. Бырхылдап көлөп ебәреу. ■ Сәғиҙә уның [Тайморзиндың] өҫ-башына ҡарап тора торғас, сыҙамай бырхылдап көлөп ебәрҙе. М. Тажи.
БЫРХЫЛДАШЫУ (бырхылдаш-) ҡ. урт. ҡар. бырхылдау, взаимн. от бырхылдау. Кыҙҙар бырхылдашып көлөшәләр.
БЫРЫЛДАУ I (бырылда-) (Р: порхать;
И.: flutter; T: uçmak) ҡ.
Быр-быр итеү, быр-быр килеү. □ Порхать (о птице, бабочке и т. п.). Бырылдығын сығыу. Бырылдап осоп китеу. ■ [Кыуыусыларҙың] бер пуляһы йомран алдындараҡ ташҡа тейеп рикошет яһаны. Бызылдап, һыҙғырып килеу тауышын юғалтып, бырылданы. А. Таһиров.
БЫРЫЛДАУ II (бырылда-) (Р: ворчать; И.: grumble; T: homurdanmak) ҡ.
Ризаһыҙ төҫ менән асыуланып, үҙ алдына һөйләнеү. □ Ворчать. Катын бырылдап һөйләнә.
БЫРЫЛДАТЫУ I (бырылдат-) ҡ. йөкм. ҡар. бырылдау, понуд. от бырылдау. Кубәләкте бырылдатыу.
БЫРЫЛДАТЫУ II (бырылдат-) (Р: сильно ругать; И.: scold, rail (at); T: azarlamak) ҡ. диал.
Пыр туҙҙырыу. □ Сильно ругать. Хәҙер бырылдашып сығарам мин уны.
БЫРЫЛДАШЫУ (бырылдаш-) ҡ. урт. ҡар. бырылдау, взаимн. от бырылдау. Ир менән ҡатын бырылдашып һөйләнәләр.
БЫСАҠ (бысағы) (Р: нож; И.: knife; Т: bıçak) и.
1. Ҡырҡыу, турау, телеү өсөн ҡулланылған ҡыҫҡа һаплы, йоҡа йөҙлө үткер ҡорал. □ Нож. Бысаҡ бите. Бысаҡ йөҙө. Бысаҡ осо. Бысаҡ һабы. Бысаҡ һырты. Иҙән бысағы. Икмәк бысағы. Салғы бысаҡ. Бысаҡ уткерләу. ■ Урман батыр йәһәт кенә бысаҡ уткерләп алған да һимеҙ бер бейә тотоп һуйған. Әкиәттән. Ишек төбөндә улы Хис-
464