Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 465


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БЫСАЛА
булла бүкәнгә атланып ултырып алған да бик тырышып бысаҡ ҡайрай. 3. Биишева. Ул [Айҙар] өләсәһенең һалма бысағы менән сыбыҡ ҡырҡып, уларҙы ботаҡтарҙан әрсеп, Айҙар алдына һалып торҙо. М. Кәрим. Теге егет арттан килеп, бысаҡ менән сәнсер кеуек булып тойола ине. Т. Йәнәби. • Асыу — бысаҡ, аҡыл — дуҫ. Әйтем. Үткер һуҙ йәнгә хас, уткер бысаҡ ҡанға хас. Мәҡәл. Үтмәҫ бысаҡ ҡул киҫер. Әйтем.
2. Эш ҡоралдарының ҡырҡыу, турау өсөн тәғәйенләнгән өлөшө. □ Нож. Ит турағыстың бысағы. Ҡағыҙ ҡырҡҡыстың бысағы.
3. миф. Һаҡлаусы, ҡурсалаусы, яман көстәрҙән һаҡлаусы әйбер. □ Нож; мифологизированный предмет-оберег, которым отпугивают нечистую силу; разрезают невидимые «путы» (тышауын ҡырҡыу) ребёнку, который долго не начинает ходить; втыкают для очерчивания охраняемого пространства ит. д. ■ Кисен тәҙрә төбөнә бысаҡ һалып ятабыҙ, шайтан килмәһен, тыныс йоҡларға яҙһын, тип. Башҡорт мифологияһынан.
♦ Бысағы май өҫтөндә аш-һыуға, ри-зыҡ-ниғмәткә мул, һыйсыл (ҡатын-ҡыҙға ҡарата). □ Щедрый, обильный, богатый (о женщине). Бысағымамы ни һис кәрәкмәй тигән мәғәнәлә әйтелә. □ На кой чёрт. Уның ярҙамы бысағымамы ни! Бысағын ашаған үтә һаран, һарандың һараны. □ Скупой, скряга. ■ [Әфтәх:] Мин уҙем йәш саҡта Мөьмин тигән байҙа малайлыҡта торған кеше.. Ул, бысағын ашаған, эшлектән сыҡҡан һаран нәмә ине. С. Агиш. Бысаҡҡа-бысаҡ килеү ҡаты ҡаршылыҡҡа килеү, ныҡ талашыу; янъяллашыу. □ Быть на ножах с кем. ■ [Нурдәуләт:] Беҙ уның [Тәскирә] менән ғумер баҡый бысаҡҡа бысаҡ килеп йәшәнек инде. Бер генә тапҡыр ҙа уртаҡ тел таба алманыҡ. М. Хәйҙәров. Бысаҡ ҡаҙалғыр ҡарғағанда әйтелә. □ Чтоб провалился (зло-желание). ■ Ҡанға тоҙ һалып йөрөйһөң, бысаҡ ҡаҙалғыр. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу». Бысаҡ телле үткер телле, үтә әсе телле. ■ Юҡты-барҙы куп кургән, бысаҡ
телле кешенең алыҫыраҡ булғаны хәйерле. Б. Бикбай. Бысаҡһыҙ һуйыу сараһыҙ итеү, йонсотоу; бик ауыр хәлгә ҡуйыу. □ Поставить в крайне трудное положение, доел. Зарезать без ножа. Быуынһыҙ ергә бысаҡ һалыу булмаҫтай нәмәне талап итеү. □ С ножом к горлу пристать (требовать невозможного). ■ [Үмәр:] Тел бөгөлгән ерҙән һынмаһа, быуынһыҙ ергә бысаҡ һалып та бер эш сыҡмаҫ. Һ. Дәүләтшина. <Йөрәккә> бысаҡ булып ҡаҙалыу күңелгә ауыр тойғо, көслө әрнеү һалыу, йөрәккә ауыр булыу. □ Нож в сердце кому. ■ Рәсихтың һуҙе йөрәгемә бысаҡ булып ҡаҙалды. Киҙәндем дә ҡолаҡ төбөнә тондорҙом. Ғ. Ғүмәр.
БЫСАҠАЙ (Р.: неряшливый; И.: sloven; T.: hırpani) с. диал.
Әрпеш. □ Неряшливый. Бысаҡай хужабикә.
БЫСАҠЛАУ (бысаҡла-) (Р.: резать; И.: slaughter; T.: bıçaklamak) ҡ.
Малды салыу; бысаҡ һалыу. □ Резать, колоть, забивать (животных). ■ [Истым:] Атымдың аяғы һынып ятып ҡалды, әрәм булмаһын, бысаҡлап тунап алығыҙ. Хикәйәттән. Һуғым малын бысаҡ менән салыу йәки бысаҡлау башҡорттарҙа, һис шикһеҙ, һуңыраҡ ингән бер йола булып һанала. Ж. Кейекбаев. Ҡуянды бысаҡлай һалып, һуйып алдым, ите ике ҡаҙанға һыйманы, бер ҡаҙанға етмәне. Халыҡ ижадынан.
БЫСАҠЛАШЫУ (бысаҡлаш-) (Р: драться на ножах; И.: fight with knives; T.: bıçaklaşmak) ҡ.
Бысаҡ тотоп һуғышыу. □ Драться на ножах. Егеттәр бысаҡлашып киттеләр.
БЫСАҠЛЫ (Р: зарезанный; И.: slaughtered; T.: bıçaklı) с.
1. Һуйылған. □ Зарезанный. Бысаҡлы ҡуянды ашайбыҙ.
2. Бысағы булған. □ Имеющий нож. Бысаҡлы кеше.
БЫСАҠ ҮЛӘН и. бот. диал. ҡар. бысҡы үлән. Бысаҡ улән бармағымды киҫеп ебәрҙе.
БЫСАЛА и. диал. ҡар. бысылғы I. Һыйырҙың тояҡ араһы бысала булған.
465