БЫСАЛАНЫУ
БЫСАЛАНЫУ (бысалан-) ҡ.
1. диал. ҡар. бысылғылау. Малдыц тояғы бысаланған.
2. диал. Сейләнеү йәки һыуланыу. □ Преть или мокнуть (о ногах). Аяҡ бысаланыу.
БЫСҠ (Р.: хлюп; И.: squelch; T.: şap) оҡш.
һыулы йомшаҡ нәмәгә ҡапыл баҫҡанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Хлюп (подражание звуку, возникающему при ходьбе по жидкой, вязкой грязи и т. п.). Бысҡ итеу.
БЫСҠАЙ с. диал. ҡар. бысый. Бысҡай икмәк.
БЫСҠ-БЫСҠ (Р.: хлюп-хлюп; И.: onomatopoeic word; T.: şap şap) оҡш.
Ҡабат-ҡабат бысҡ иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Хлюп-хлюп (усил. от бысҡ). Бысҡ-бысҡ итеу. Бысҡ-бысҡ килеу.
БЫСҠЫ (Р: пила; И.: saw; T.: bıçkı) и.
Ағас, тимер, таш ҡырҡа торған тешле үткер ҡорал. □ Пила. Арҡыры бысҡы. Буй бысҡы. Бысҡы теше. Йәйә бысҡы. Туңәрәк бысҡы. Ҡул бысҡыһы. Тимер бысҡы. Электр бысҡыһы. ■ Төлкөсура уҙе бысҡы тарта, уҙе әле генә атаһы һөйләгәндәр тураһында туҡтауһыҙ уйлана. Н. Мусин. Бында унан [ағастан] таҡта ярҙы бысҡылар, ә кем уны шымартыр һәм йышҡылар? X. Кәрим.
♦ Үтмәҫ бысҡы ялҡытҡыс, күп һөйләгән кеше. □ Нудный человек.
БЫСҠЫ-БАЛЫҠ (бысҡы-балығы) (Р: пила-рыба; И.: sawfish; T.: testere balığı) и. зоол.
Томшоғо бик оҙон һәм өҫтән дә, аҫтан да тешле булып, ике яҡлы бысҡыға оҡшаған, йылы диңгеҙҙәрҙә йәшәй торған эре йыртҡыс балыҡ. □ Пила-рыба (лат. Pristidae). Бысҡы-балыҡ урсетеу.
БЫСҠЫ ҠОЛАҒЫ (Р: ручка лучковой пилы; И.: sash saw handle; T: bıçkı sapı) и. диал.
Йәйә бысҡының һабы. □ Ручка лучковой пилы. Бысҡы ҡолағынан тотоу.
БЫСҠЫЛ (Р: хлюпающий; И.: squelching; T.: vıcık) с.
Һыуланып, лысҡылдап ятҡан; дымлы, еүеш (ергә ҡарата). □ Хлюпающий, жид
кий, вязкий; влажный, мокрый. Бысҡыл тупраҡ. Ер бысҡыл, һаҙмат булып ята.
БЫСҠЫЛДАҠ с. диал. ҡар. бысый.
Бысҡылдаҡ икмәк. Бысҡылдаҡ куҙ.
БЫСҠЫЛДАУ (бысҡылда-) (Р: хлюпать; И.: squelch; T: vıcıldamak) ҡ.
Һыуланып, йомшап иҙелеү; бырҡырау.
□ Хлюпать (о грязи и т. п.). Аяҡ аҫтында батҡаҡ бысҡылдап ята.
БЫСҠЫСЫ (Р: пильщик; И.: sawyer; Т: bıçkıcı) и.
Бысыусы. □ Пильщик (рабочий, занятый пилкой, распиливанием чего-н.). Бысҡысылар бригадаһы.
БЫСҠЫСЫЛАР и. зоол. ҡар. бысҡысы себендәр. Бысҡысыларҙан кургән зарар.
БЫСҠЫСЫ СЕБЕНДӘР (Р: пилильщики; И.: sawflies; T: ağaçkesen) и. зоол.
Күпселектә ылыҫлы урманға зарар килтерә торған себендәр. □ Пилильщики (лат. Symphytd). Бысҡысы себендәргә ҡаршы көрәш.
БЫСҠЫ ТАБЫ (оно, онтағы) (Р: опилки; И.: sawdust; T: bıçkı talaşı) и.
Бысҡы менән бысҡан ерҙән ваҡланып төшкән онтаҡ ағас. □ Опилки. Бысҡы табынан эшләнгән йыһаз.
БЫСҠЫ ТЕШЛЕ ЯПРАҠ (япрағы) (Р: лист пиловидно-зубчатый; И.: form of dentate leaf; T.: bıçkı gibi yaprak) и. бот.
Бысҡы һымаҡ тешле формалағы япраҡ төрө. □ Лист пиловидно-зубчатый. Бысҡы тешле япраҡлы уҫемлектәр.
БЫСҠЫ ҮЛӘН (Р: телорез; И.: water grass species; T.: su asker) и. бот.
Йыуан ҡыҫҡа тамырлы, үткер ҡырлы япраҡлы, аҡ сәскә атыусы быуа үҫемлеге.
□ Телорез (лат. Stratiotes). Бысҡы уләнгә ҡулым ҡырҡылды.
БЫСМА I (Р: нудный; И.: boring; Т: sıkıcı) с. диал.
Ялҡытҡыс. □ Нудный. Бысма телмәр.
БЫСМА II с. диал. ҡар. бысый. Бысма куҙ. Бысма икмәк.
БЫСРАҠ I (бысрағы) (Р: грязь; И.: mud; T.: çamur) и.
466