БЫСРАТЫУ
1. Һыуға ебеп буталған тупраҡ; батҡаҡ.
□ Грязь, слякоть. Бысраҡҡа батыу. Юл бысрағы. ■ Юл да һурыға төштө. Арба тәгәрмәстәренә уҡмашҡан бысраҡтарҙы ҡарт ҡырғылап төшөрҙө. М. Тажи. Бер көн ҡоро, бер көн ямғыр булып, ерҙең бысраҡҡа мансылып, ҡара тупрағы әйләнеп ятҡан заманы. Ғ. Дәүләтшин. [Уйылдан] ике яҡ эргәнән ҡабыҡ ҡыҫылған, тик алды асыҡ соланға менеп баҫҡас, тамаҡ ҡырған булды, итек табанына йәбешкән бысраҡты төшөрөу өсөн, ҡаты-ҡаты баҫты. Н. Мусин.
2. Яғылып, һеңеп, ҡатышып ниҙеңдер таҙалығын, сафлығын бөтөргән нәмә.
□ Грязь. Бысраҡҡа ҡатыу. ■ [Рәхимә:] Кеше килгәндә бер ерҙә бысраҡ булмаһын. Һ. Дәүләтшина.
3. кусм. Насарлыҡ, алдаҡ, ялғанға ҡоролған эш, ҡылыҡ. □ Грязь. ■ Был донъяла эшләнгән ялғандарыңды, бысраҡтарыңды дин, шәриғәт алдында йыумаҡ булаһыңмы? М. Тажи.
4. миф. Ен-шайтан, ауырыу эйәләре йәшәгән ер. □ Место обитания нечистой силы.
БЫСРАҠ II (Р.: грязный; И.: muddy; T: çamurlu) с.
1. Ебеп, иҙелеп ятҡан. □ Грязный, запачканный. Бысраҡ юл. Бысраҡ урам. ■ Урамдарҙа йөрөу имәнес була башланы, бысраҡ урамда бер кем дә йөрөмәй. Т. Хәйбуллин.
2. Таҙа түгел, нимәгәлер буялған йәки ҡатышҡан, әшәке. □ Грязный, запачканный, нечистый. Бысраҡ иҙән. Бысраҡ кейем. Бысраҡ һыу. Бысраҡ дәфтәр. ■ Һарайҙағы аттарҙың ҡайһылары яталар, ҡайһылары бысраҡ һары һыу эсендә баҫып торалар ине. М. Тажи.
3. кусм. Алдаҡ, ялғанға, намыҫһыҙлыҡҡа ҡоролған. □ Грязный, гнусный, безнравственный; пакостный. Бысраҡ эш. Ҡулы бысраҡ. Бысраҡ кеше. ■ Мәрғуп тә инде был саҡлы ялған, бысраҡ бер ғауғаға сыҙап торһонмо? Т. Йәнәби. Гөлйөҙөм был бысраҡ әҙәмдәрҙең хәшәрәт тауыштарын ишетеу менән бик ҡаты ғазапланды ла, уҙенең
бөтә көсөн йыйып, урынынан ҡалҡты. Һ. Дәүләтшина.
♦ Бысраҡ ташлау (йәки яғыу) яла, ғәйеп яғыу. □ Обливать грязью кого. Бысраҡ һүҙ әҙәпһеҙ, насар һүҙ. □ Брань, мат.
БЫСРАҠЛАНЫУ (бысраҡлан-) ҡ. төш. ҡар. бысраҡлау, страд, от бысраҡлау. Бысраҡланған итегем менән утеп тормайым.
БЫСРАҠЛАУ (бысраҡла-) ҡ.
1. ҡар. бысратыу 2. Кейемде бысраҡлау. Иҙәнде бысраҡлау.
2. кусм. Яла, ғәйеп яғыу, ҡара яғыу; әшәкеләү. □ Порочить, бесчестить, позорить. Намыҫты бысраҡлау. Сәбәпһеҙгә кешене бысраҡларға тороу.
БЫСРАҠ-ҺАСРАҠ (Р: измазанный; И.: smeared, soiled; T: lekeli) с. диал.
Бысранып бөткән. □ Измазанный, загрязнённый. Бысраҡ-һасраҡ ҡулың менән курешергә итәһеңме? Өйгә бысраҡ-һасраҡ итеге менән килеп кергән.
БЫСРАНЫУ (бысран-) (Р.: пачкаться; И.: soil oneself; T: kirlenmek) ҡ.
1. Бысраҡҡа буялыу. □ Пачкаться; мараться. Кулдәк бысранған. Бите бысранған. ■ [Әсәһе:] Бик һәйбәт йыуғанһың, ҡыҙым, тик бысрандың бит уҙең. К. Кинйәбулатова. Итәгенә куп итеп йыйып алған ҡуянтубыҡтарҙы усы менән һыпырып таҙарта-таҙарта бер-бер артлы ауыҙына оҙатып ултырған Шәурә лә, бысранған ирендәрен еңе менән һөртөп, һикереп торҙо. 3. Биишева. Таҙа ғына йөрө, бысранма! Олатайҙар килә! — тине әсәһе Тимербулатҡа. Һ. Дәүләтшина.
2. кусм. Насар, намыҫһыҙ эшкә ҡатнашыу. □ Пачкаться, мараться. Ул аңлайышһыҙ вәғәҙәгә ышанып, бысранғым килмәй.
БЫСРАТЫЛЫУ (бысратыл ) ҡ. төш. ҡар. бысратыу, страд, от бысратыу. Кейем бысратылған.
БЫСРАТЫУ (бысрат-) (Р: пачкать; И.: make dirty; T: kirlemek) ҡ.
1. Еүешләп, аяҡ аҫтын батҡаҡлатыу. □ Пачкать, марать, грязнить. ■ [Аҡназар:] Көн боҙола, баҙарға барып ҡалырға кәрәк.
467