БЫҪ
БЫСЫҠА (Р.: слезящийся; И.: running; T.: yaşlı) с. диал.
Йәшле. □ Слезящийся. Бысыҡа куҙ.
БЫСЫЛҒЫ I (Р.: грибок; И.: fungus; Т.: mantarhastahğı) и. мед.
Кешелә — бармаҡ, малда тояҡ араһы сейләнеп, иҙелеп тороуҙан ғибәрәт сир. □ Грибок (кожное заболевание; у человека — между пальцами ног, у парнокопытных — между копытами). Бысылғы булыу. Оҙаҡ ысыҡ кисеп йөрөй торғас, һарыҡтар бысылғы менән ауырый башланы.
БЫСЫЛҒЫ II и. бот. диал. ҡар. меңьяпраҡ. Июль баштарында бысылғы сәскә ата.
БЫСЫЛҒЫЛАНЫУ (бысылғылап-) ҡ. ҡар. бысылғылау. Аяҡтары бысылғыланып тора.
БЫСЫЛҒЫЛАУ (бысылғыла-) (Р: преть; И.: get wet; T.: ıslanmak) ҡ.
Бысылғы булып иҙелеү; сейләнеү.
□ Преть, мокнуть (о ногах). Аяғы ярылып, бысылғылап бөткән.
БЫСЫЛДАҠ I (Р: слезящийся; И.: running; T.: yaşlı) с.
Сейләнеп торған; бысый (куҙгә ҡарата).
□ Слезящийся (о глазах). Бысылдаҡ куҙ.
БЫСЫЛДАҠ II (бысылдағы) (Р: влажный лишай; И.: pityriasis skin disease; T.: nemli liken) и. диал.
Еүеш тимерәү. □ Влажный лишай. Бысылдаҡ сығыу.
БЫСЫЛДАУ (бысылда-) (Р: недопечься; И.: be unbaked; T.: yarı pişmek) ҡ.
1. Йәбешкәкләнеп, лысҡылдау (икмәккә ҡарата). □ Недопечься (о хлебе). Икмәк сей, бысылдап тора.
2. Һыуланып, сейләнеү (куҙгә ҡарата).
□ Становиться слезящимся от воспаления (о глазах). Куҙе бысылдап тора.
3. Сейләнеү. □ Преть, гнить, мокнуть. Бесән ямғырға бысылдап ята. Аяғы бысылдап бөткән.
БЫСЫЛҠЫ и. диал.
1. ҡар. бысый. Бысылҡы икмәк. Бысылҡы куҙ.
2. ҡар. бысылғы I. Малдарҙың тояғына бысылҡы сыҡҡан.
БЫСЫЛЫЙ (Р: неуклюжий; И.: clumsy; T.: beceriksiz) с.
Тотҡан нәмәһен төшөрөп барыусан; ипһеҙ ҡуллы; былҡым. □ Неуклюжий, неловкий. Бысылый ҡатын.
БЫСЫЛЫУ (бысыл-) ҡ. төш. ҡар. бысыу, страд, от бысыу. Утын бысылған.
■ Беҙҙең Ҡыҙылташ йылғаһы аша купер ғәләмәт ҡыҙыҡ итеп һалынған. Баш-баш-тары ярҙағы таш бураларға терәлгән буй урҙалар дурткелләп бысылған арҡыры урҙалар менән арҡыс-торҡос тоташтырылған. Н. Мусин.
БЫСЫМ с. диал. ҡар. бысый. Бысым икмәк.
БЫСЫУ (быс-) (Р: пилить; И.: saw; Т.: kesmek) ҡ.
Бысҡы менән ҡырҡыу. □ Пилить. Утын бысыу. Бурәнә бысыу. Бысып төшөрөу.
■ Сәлмән һырғыйыраҡ ағастарҙы һайлап, берәм-берәм йығырға керешеп киткән, ти. Йығып ебәрә лә, ботап, бысып, ярып, өйә бара, ти. Әкиәттән. Ҡаҡ имәнде бысыуы еңел тугел, суйындай тағырлап тора. Н. Мусин. Гуйә улар хәҙер магазиндың аҫтына төшәсәктәр ҙә баҙҙа магазинды тотоп торған ниндәйҙер бер бағананы быса башлаясаҡтар. С. Агиш.
БЫСЫШҠЫ (Р: слезящийся; И.: running; T: yaşlı) с. диал.
Йәшле. □ Слезящийся. Бысышҡы куҙ.
БЫСЫШҠЫ ҮЛӘНЕ и. бот. диал. ҡар. юл япрағы. Яраға бысышҡы уләне ябыу.
БЫСЫШЫУ (бысыш-) ҡ. урт. ҡар. бысыу, взаимн. от бысыу. Утын бысышыу. ■ [Булат:] Кисә ул, Рахмай, көнө буйы уларға [Сәмси әбейҙәргә] утын бысышҡан. К. Кинйәбулатова.
БЫҪ, быҫҫ (Р: подражание шипению; И.: onomatopoeic word; T.: hışır hışır) оҡш.
Сей утын янғанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание шипению, например, сырых дров при горении. Мейестә «быҫ» тип сей утын янып китә алмай ята.
469