БЫҪҠАҠ
БЫҪҠАҠ I (Р.: моросящий; И.: drizzling; T.: yoğun sis) с.
Яй ғына яуып торған ваҡ күҙле (ямғырға ҡарата). □ Моросящий. Быҫҡаҡ ямғыр. ■ Яуһа яумай, бер башлаһа, тымыуҙы белмәй торған быҫҡаҡ ямғырҙар теңкәгә тейә. Ҡ. Ибәтуллин. Бер нисә көндән күкте ауыр болоттар ҡапланы, быҫҡаҡ ямғырҙар яуырға тотондо. Т. Ғиниәтуллин.
БЫҪҠАҠ II (быҫҡағы) и. диал. ҡар. һаңғырау бәшмәк. Быҫҡаҡ ҡалҡып сыҡҡан.
БЫҪҠАҠЛАУ (быҫҡаҡла-) (Р.: моросить; И.: drizzle; T.: çiselemek) ҡ.
Ваҡ ҡына күҙле булып, яй ғына һибәләү (ямғырға ҡарата). □ Моросить. Быҫҡаҡлап ямғыр яуа. ■ Көҙгө көндәге һымаҡ, быҫҡаҡлап ҡына һалҡын ямғыр һибәләй башланы. Я. Хамматов. Урам тын, быҫҡаҡлап ҡына ямғыр яуа. Б. Хәсән. Бер нисә көн генә аяҙытҡандай булып торҙо ла, ваҡ күҙле ямғыр тағы ла өҙлөкһөҙ быҫҡаҡларға кереште. Ғ. Ибраһимов.
БЫҪҠЫЙ (Р: коптилка; И.: wick lamp; T.: kandil) и. диал.
Һуҡыр шәм. □ Коптилка. ■ Һәр кис ҡайтҡас, көҙгө тон буйына ҡәләм төшөрмәне ҡулынан, быҫҡый яҡтыһында таңға тиклем хәреф теҙҙе дәфтәр юлына. М. Марат.
БЫҪҠЫЛДАУ (быҫҡылда-) ҡ. диал. ҡар. быҫҡаҡлау. ■ Сәхипгәрәй, быҫҡылдап яуған ямғыр тауышына ойоп, ҡуҙғалмай торҙо.
БЫҪҠЫТА БАҪЫУ (быҫҡыта баҫ-) (Р: раздавить; И.: crush; T.: ezmek) ҡ. диал.
һыта баҫыу. □ Раздавить кого, что ногой. Сиңерткәне быҫҡыта баҫтым.
БЫҪҠЫТЫУ (быҫҡыт-) (Р: дымить; И.: smoke; T.: tütmek) ҡ.
1. Һыҙҙырып ҡына төтөн сығарыу; төтәтеү. □ Дымить. Тәмәке быҫҡытыу. ■ Малды себен-серәкәй йонсотҡан йәйге эҫелә .. [Исхаҡ] бер нисә урында төтөнлөк быҫҡытып ебәрә ине. Ш. Янбаев. Ай башы. Завод мөрйәһе быҫҡытып төтөн сығара. Т. Арслан. Ҡайһыһы стена буйына эшләнгән оҙон һикелә һуйҙайып ята, бер-икәүһе ме
йес ауыҙы эргәһенә сүкәйеп ултырған да тәмәке быҫҡыта. Н. Мусин. Улар бәләкәс кенә өйҙө тәмәке төтөнө менән шул тиклем быҫҡытҡандар, күҙгә төртһәң дә күренмәй тигәндәй ине. Һ. Дәүләтшина.
2. күсм. Аҫтан ғына һүҙ йөрөтөү; ҡотортоу. □ Подстрекать, сплетничать (тайком пускать слух). ■ [Юлдыбикә:] Әйтәм бер көндө күршебеҙ Әлхәмбикә һөйләнеп ултырҙы. «Ауыҙың арандай булып, әллә ҡайҙан бушты быҫҡытаһың да ултыраһың», — тип әрләп ташланым. Т. Хәйбуллин.
БЫҪҠЫУ (быҫҡы-) (Р: тлеть; И.: smoulder; T.: tütmek) ҡ.
1. Ялҡынһыҙ ғына төтәү. □ Тлеть, слабо гореть. Быҫҡып яныу. Мейестә тором-баш быҫҡый. ■ Быҫҡып янған утын баштарынан күбек ҡатыш һыу сыға. К. Бакиров. Ауылдың ярты өлөшө янған, өйҙәрҙең нигеҙҙәре төбөндә .. төтөн быҫҡый. С. Кулибай. Быҫҡып янған утты осраттым да ҡороғанын һалдым сатырҙың. Я. Ҡолмой.
2. күсм. Бик һүлпән, дәртһеҙ булыу (эш-тормошҡа ҡарата). □ Быть вялым, медлительным, слабым (по отношению к делу, жизни). ■ Мин һүнеүҙе белмәй гел янырмын, быҫҡый торған заттан түгелмен. Ғ. Әмири. Әнүәр сыраҡ ише быҫҡымаясаҡ, ә дөрләп янасаҡ. Р. Камал.
3. күсм. Бер ергә сығып йөрөмәй, эшһеҙ-хәрәкәтһеҙ томаланып көн итеү. □ Жить вяло, в медленном темпе, топтаться на месте. ■ Ҡыш буйы ыҙмала быҫҡып ятҡандан һуң, яҙ башы киң яланға сығып, бер иркенләп тын алыуы үҙе ни тора! һ. Дәүләтшина.
4. күсм. Асыҡтан-асыҡ һөйләнмәй, ҡолаҡтан-ҡолаҡҡа быш-быш йөрөү (һүҙгә ҡарата). □ Распространяться тайком (о сплетнях). ■ [Айсыуаҡ:] Бер быҫҡыған һүҙ бар, дөрөҫ булһа? Һаҡлан, бейем, һин шул хәбәрҙән! X. Ғәбитов.
5. Йәшерен тойғолар кисереү. □ Тлеть, теплиться (о чувствах). ■ Ләкин шуныһы ғәжәп: асыуланыуы нәфрәткә әйләнмәне, киреһенсә, яңы быҫҡый ғына башлаған мөхәббәт усағын дөрләтеп ебәрҙе. Н. Ҡотдосов.
470