БЫТҠАШЫУ
бытбылдыҡ улән төбөндә тик ята. Т. Йәнәби.
2. Мотор тоҡана яҙып туҡтағанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку невключающегося мотора. Машина быт-быт итеп ҡалды ла һунде.
3. кусм. Өҙөк-өҙөк, етеҙ һөйләшкән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание прерывистому, быстрому разговору. Быт-быт итеу. Быт-быт килеу. Быт-быт итеп һөй-ләу.
БЫТҠАШЫУ (бытҡаш-) (Р: находиться в тесноте; И.: live cooped; T.: kalabalık olmak) ҡ.
Күмәк булып ҡыҫылышыу; тығылышыу. □ Находиться в тесноте. Бытҡашып йәшәу. ■ [Хәҙисә апайҙың] өйөндә кәзә мөгөҙөнә элер нәмәһе юҡ. Бер булмәлә бытҡашып йәшәйҙәр.
3. Биишева.
БЫТҠЫМ с. диал. ҡар. ҡуйы. Бытҡым улән. Бытҡым сәс. Бытҡым ағаслыҡ.
БЫТҠЫУ (бытҡы-) (Р.: скопляться; И.: abound in; T.: yığılmak) ҡ. диал.
Күп булыу, өйөлөшөү. □ Быть в большом количестве, скопляться. Еләк бытҡып ята унда.
БЫТҠЫШ (Р: тесно; И.: thickly; T.: çok) р. диал.
Ҡуйы, күп, тығыҙ. □ Тесно, много, густо. Булмәлә бытҡыш. Үҫентеләрегеҙ ҡайһылай бытҡыш сыҡҡан, һирәкләтегеҙ.
БЫТҠЫШЫУ (бытҡыш-) (Р: скоп ляться; И.: abound in; T: çok sayıda olmak) ҡ. диал.
Күп булыу, өйөлөшөү. □ Быть в большом количестве, скопляться. Бытҡышып торған йондоҙҙар.
БЫТЛЫҒЫУ (бытлыҡ-) (Р.: выдавливаться; И.: be squeezed out; T.: sıkıştırmak) ҡ. hup.
һытылып, ҡыҫылып ағыу. □ Выдавливаться, выжиматься. Бытлығып сығыу.
БЫТМЫҠАЙ с. диал. ҡар. былҡы. Бытмыҡай ҡатын.
БЫТЫЙ (Р: любящий лепетать; И.: fond of chattering; T.: bıdır bıdır konuşan) c.
1. Һүҙгә әүәҫ, һөйләнсек, бытылдаҡ (бәләкәй балаға ҡарата). □ Любящий лепетать, тараторить (о маленьком ребёнке). Бытый бала. • Бытый тик тормай, артына һуҡһаң да ултырмай. Мәҡәл.
2. диал. Һаҡау. □ Косноязычный. Бытый ҡыҙыҡай.
3. диал. Һүҙгә, эшкә ҡатнашып, буталып йөрөгән (кеше). □ В каждой бочке затычка (о человеке, вмешивающемся во все дела). Бытый ҡатын.
БЫТЫҠАЙ с. диал.
1. ҡар. әрпеш. Бытыҡай ҡатын.
2. ҡар. бытый 3. Бытыҡай, ниңә кәрәкмәгән эшкә ҡыҫылып йөрөйһөң?
БЫТЫЛДАҠ (Р: любящий тараторить; И.: fond of chattering; T: bıdır bıdır konuşan) c.
Күп һөйләгән, һүҙгә әүәҫ, бытый (бәләкәй балаға ҡарата). □ Любящий тараторить (о маленьком ребёнке). Бытылдаҡ бала.
БЫТЫЛДАУ (бытылда-) (Р: тараторить; И.: chatter; T.: bıdır bıdır konuşmak) ҡ.
Ниҙер өҙлөкһөҙ һөйләү, быт-быт килеү (бәләкәй балаға ҡарата). □ Тараторить (о маленьком ребёнке), разговаривать без умолку, лепетать. Бытылдығын сығыу. ■ Үҙе [ҡустым] әуәҫ шаярырға, бытылдап һуҙе бөтмәй. А. Игебаев. Өммөгөлсөм хатта шикләнеп ҡуйҙы: «Эй Хоҙайым, ярамағанды, артыҡты бытылдап ташланыммы икән әллә? Асыуландырҙым, шикелле, ҡәйнеште».
3. Биишева. Шунда, ни әйтергә белмәй аптырап торғанда, Зимфира ашыға-ашыға бытылдарға кереште. Ә. Бикчәнтәев.
БЫТЫЛЫУ (бытыл-) ҡ. диал. ҡар. бүҫелеү 2—5. Йөндәре бытылған яҫтыҡ.
БЫТЫМЫР с. диал. ҡар. бытый. Быты-мыр бала.
БЫТЫР I (Р: подражание мерным отрывистым звукам; И.: onomatopoeic word; T: patır patır) оҡш.
Мотор тоҡанғанда йәки автоматтан бер ыңғай атҡанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Та-та (подражание мерным отрыви
472