Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 473


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БЫУ
стым звукам, например, стрельбе). Бытыр итеу.
БЫТЫР II (Р.: разговаривающий без умолку; И.: pattering; T: bıdır) с. диал.
Ҡыҙыу һөйләшеүсе. □ Разговаривающий без умолку Ул бытыр ҡатынды аңлап буламы ни, нимәлер бытырланы ла сығып та китте.
БЫТЫР-БЫТЫР (Р: подражание мерным отрывистым звукам; И.: onomatopoeic word; T.: patır patır) оҡш.
1. Ҡабат-ҡабат бытыр (I) иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Та-та (подражание мерным отрывистым звукам, например, стрельбе). Бытыр-бытыр атыу. Бытыр-бытыр итеу. Бытыр-бытыр килеу.
2. Бутҡа бешкәндә сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ; бутыр-бутыр. □ Подражание звуку кипения густой массы. Бытыр-бытыр бутҡа бешә. ■ Бытыр-бытыр бутҡа бешә, уртаһына май төшә. Халыҡ ижадынан.
3. Шәп итеп, өҙлөкһөҙ һөйләгән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание безумолчному разговору. Бытыр-бытыр һөйләшеу.
БЫТЫРЛАҠ (Р: говорящий много и быстро; И.: chatterer; T.: bıdır bıdır konuşan) c.
Бытырлап һөйләй торған. □ Говорящий много и быстро, любящий тараторить. Бытырлаҡ кеше.
БЫТЫРЛАУ (бытырла-) (Р: тарахтеть; И.: rattle; T.: patırdamak) ҡ
1. Бытыр-бытыр итеү, бытыр-бытыр килеү. □ Тарахтеть. ■ Мотор бытырлап торҙо ла, бер нисә тапҡыр сөскөрөп алғас, эшләй башланы. Ә. Вәли.
2. Ҡабаланып, өҙлөкһөҙ һөйләү. □ Тараторить, разговаривать без умолку, скороговоркой. Бытырлығын сығыу. ■ Бытырлай биреберәк һөйләшә торған кеше булғанлыҡтан, уның [һөйләусенең] ҡайһы бер һуҙҙәре ишетелмәй ҡала. К. Мәргән. Әсәһе менән бергә тороп, әллә ниҙәр бытырлап һөйләнә-һөйләнә имгәкләп килгән ҡара малайҙы Айбулат ҡулына алып һөйҙө. Һ. Дәүләтшина.
БЫТЫРЫЙ и. диал.
1. ҡар. бәрҙе. Ҡармаҡҡа бытырый эләкте.
2. ҡар. селбәрә I. Йылға ситендә бы-тырыйҙар куренә.
БЫТЫРЫУ (бытыр-) ҡ. диал. ҡар. болартыу 1. Өйҙө бытырма.
БЫТЫШ с. диал.
1. ҡар. булдыҡһыҙ. Бытыш уҡыусы.
2. Буталған. □ Перемешанный. Бытыш әйберҙәр.
БЫТЫШЫУ (бытыш-) ҡ. диал.
1. ҡар. бытҡышыу. ■ Һине уткәрмәҫкә тигәндәй, бытышып уҫкән ҡалын ҡуйы урман аңғармаҫтан өҙөлә. Н. Мусин.
2. Тығылыу (һуҙгә, эшкә). □ Вмешиваться (в чужие дела). Кит, бытышма!
3. Теләр-теләмәҫ эшләү; ығышыу. □ Работать без охоты. Бытышып ҡына йөрөй инде, бер ҙә эшләргә теләмәй.
БЫУ [дөйөм төрки бу < буғу ‘быу, томан’] (Р: пар; И.: steam; T: buhar) и.
1. Дымлы нәмәнән земберләп күтәрелгән шыйыҡ томан. □ Пар. Быу бөркөу. Быу кутәрелеу. ■ Быу бөркөп торған баҫыуҙа сәсеуҙәр ҡыҙыу бара. Р. Ниғмәти. Яңы ғына ҡарҙан әрселгән баҫыуҙарҙан, аҡһыл төтөн кеуек булып, быу сыға. Ф. Әсәнов.
2. Ҡайнар һыуҙан күтәрелгән аҡ томан; боҫ. □ Пар (водяной). ■ Һәр ҡасан ҡыҙҙырһа көн, диңгеҙ йөҙө ҡайнарланып, быу булып куккә оса ла һыу булып ергә төшә. Ш. Бабич. Айбулат ҡаҙан быуы, самауыр боҫо менән йылынған өйөндә гимнастёркаһының иҙеуен ысҡындырып, бәләкәй ҡыҙын тубығына таяндырып, турҙә аяҡ салып, ғаиләһе менән ыумас эсеп ултыра ине. Һ. Дәүләтшина.
3. Йылы һауа менән һыуыҡ һауа аралашҡанда хасил булған ҡуйы аҡ томан. □ Пар. Ишектән быу сығып тора. ■ Аттарының өҫтөн аҡ бәҫ ҡаплаған, морондарынан оҙон быу сығарып, саҡ атлап баралар. Б. Бикбай.
4. Тәҙрәгә һәм башҡа нәмәгә ҡунған дым, быуаҡ. □ Пот. ■ Сабышып йөрөгән аттарҙан быу боҫорай, һыбайлыларҙың ҡулдарын һелтәуҙәре куренә. Т. Килмөхәмәтов.
16- 1.0158.11
473