БЫУА
5. миф. Күҙҙән им итеп ҡулланылған быу.
□ Пар, используемый в заговаривании от сглаза. Тәҙрә быуы күҙҙән килешә.
БЫУА I [дөйөм төрки буа < буғ-ағ ‘быуа’] (Р.: пруд; И.: pond; T.: baraj) и.
1. Быуып яһаған һыу һаҡлағыс. □ Пруд. Тирмән быуаһы. Быуа балығы. ■ Павловка һыу һаҡлағысы — быуаларҙың иң ҙуры. М. Хисмәтов. Ҡояш байып барғанда, ул быуа буйындағы ҡамыштар араһында балыҡ ҡаптырып ултыра ине инде. Р. Мөхәмәтов.
2. Шул һыу һаҡлағысты тотоу өсөн ағас, таш менән нығытып яһалған кәртә. □ Запруда. Быуа быуыу. ■ [Хәлимулла:] Ямғырҙы әйтәм, шәп яуа бит. Тирмәнсенең быуаһын да йырып ебәрер әле. С. Агиш.
♦ Быуа быуырлыҡ бик күп. □ Хоть пруд пруди (m. e. очень много). ■ [Ишбулды:] Ирҙәр етмәһә, беҙҙә бисәләр быуа быуырлыҡ, — тине. Ғ. Әмири. Эй, беҙҙең кеуек йырсылар быуа быуырлыҡ ул, — ти [Рәшит ]. Р. Солтангәрәев.
БЫУА II (Р: промежуток рабочего времени между двумя перерывами на отдых; И.: interval between working hours; T.: dinlenme saatleri arasında çalışma süresi miktarı) u.
Туҡтап ял алғанға тиклемге эш ваҡыты, һыуһын, тына. □ Промежуток рабочего времени между двумя перерывами на отдых. Кис менән бер быуа бесән сабып ҡайттыҡ.
■ Еләҫ ел иҫеп утте һәм, эҫенән сарсаған халыҡтың теләген үтәгәндәй, ике быуа килеп, ямғыр һибәләп алды. С. Кулибай.
БЫЖҒЫТЫУ (быуағыт-) ҡ. диал.
1. ҡар. быуланыу 3. Өй бүрәнәләре быуа-ғытып тора.
2. ҡар. бәҫләнеү. Ағастар быу ағытты.
БЫУАҘ [дөйөм төрки буаз, бу газ ‘йөклө’] (Р: стельная; И.: cow in calf; T: gebe) c.
Ҡарынында балаһы бар (малға ҡарата).
□ Стельная (о корове), суягная (об овце, козе), супоросная (о свинье), жерёбая (о кобыле, ослице, верблюдице, лосихе). Быуаҙ бейә. Быуаҙ кәзә. Быуаҙ һыйыр. Быуаҙ һарыҡ.
■ Малдың һимеҙлеген, арыҡлығын һынап ҡарағаным юҡ, быуаҙ мал тураһында мин
аҙ ғына булһа ла хәбәрҙар түгел. Д. Юлтый. Үткән йыл алтмыш ете бейә тороҡторолдо. Өсәүһе генә быуаҙ түгел. Ҡалған алтмыш дүрте быуаҙ. Ә. Вәли.
БЫУАҘҘАУ и. диал. ҡар. боғаҙ. Быуаҙ-ҙауын быуыу. Быуаҙҙауға йәбешеү.
БЫУАҘЛАУ (быуаҙла-) ҡ. ҡар. быуа-ҙыу. һарыҡ быуаҙлаған.
БЫУАҘЛЫҠ (быуаҙлығы) (Р: стельность; И.: state of pregnancy; T: gebelik) и.
Быуаҙ булған хәл. □ Стельность (коров), суягность (овец, коз), супоросность (свиней), жерёбость (кобыл, ослиц, верблюдиц, лосих и др. копытных). Быуаҙлыҡ дәүере. Быуаҙлыҡтың икенсе яртыһында аҡһымға бай аҙыҡ ашатҡан һарыҡтарҙың бәрәстәре ныҡ һәм таҙа була.
БЫУАҘЫУ (быуаҙы-) (Р: становиться стельной; И.: get pregnant; T: gebe olmak) ҡ.
Быуаҙ хәлгә ҡалыу (малға ҡарата). □ Становиться стельной (о корове), становиться суягной (об овце, козе), становиться жерёбой (о кобыле, ослице, верблюдице), становиться супоросной (о свинье), һыйыр быуаҙыған.
БЫУАЙ и. диал. ҡар. бабай. Быу айымдарға барып киләйем әле.
БЫУА КҮЛ (Р: озеро запрудное; И.: pond lake; T: göl) и. геогр.
Ер ишелеүҙән, уйылыуҙан һәм лава ағымы менән быуылған күл төрө. □ Озеро запрудное. Быуа күлдең һыуы.
БЫУАҠ I (быуағы) [дөйөм төрки бу < буғу ‘быу, төтөн’] (Р: пар; И.: perspiration; T.: buhar) и.
1. Тәҙрәгә һәм башҡа нәмәгә ҡунған дым, бөрсөк-бөрсөк тир; быу. □ Пар (влажный налёт на предметах). Тәҙрә быуаҡ менән ҡапланды.
2. диал. ҡар. ҡырау 1. Сәскәләрҙе быуаҡ һуҡҡан.
3. диал. ҡар. бәҫ II, 1. Ағастарға быуаҡ ҡунған.
БЫУАҠ II (быуағы) (Р: часть; И.: part; T: bölüm) и.
474