БЫУЛАНЫУ
Айырым-айырым бүленеп торған нәмәнең бер бүлеге; бүлкә, өлөш. □ Часть. Бербер артлы теҙелеп киткән күлдәрҙең бер быуағы.
БЫУАҠ III (быуағы) и. диал. ҡар. баба II, 1. Малайҙы быуаҡҡа алып барырға кәрәк.
БЫУАҠ-БЫУАҠ (Р.: частями; И.: in parts; T.: bölük bölük) c.
Быуаҡтарҙан торған, быуаҡ (II) барлыҡҡа килтергән. □ Частями, отделениями, кусками. ■ Кәмәлекәй буйҙары, әй, юл булыр, быуаҡ-быуаҡ ҡына күл булыр. Халыҡ йырынан.
БЫУАҠЛАНЫУ I (быуаҡлан ) (Р: запотевать; И.: become misted; T.: buğu bağlamak) ҡ.
Дым менән, бөрсөк-бөрсөк тир менән ҡапланыу (тәҙрәгә һәм башҡа нәмәгә ҡарата). □ Запотевать. Түшәм быуаҡланды. Тәҙрә быуаҡланды.
БЫУАҠЛАНЫУ II (быуаҡлан ) (Р: разделяться на части; И.: become divided into parts; T.: bölünmek) ҡ.
Айырым-айырым, бүлкәт-бүлкәт булып бүленеү. □ Разделяться на части. Бала туп-тумалаҡ, ҡулдары быуаҡланып тора.
БЫУА ҠУСҠАРЫ (Р: прудовик; И.: lymnaeidae; T.: salyangoz türü) и. зоол.
Күлдәрҙә йәшәй торған, ҡабырсағы ослайып бормаланған ҡусҡар. □ Прудовик (лат. Lymnaeidae). Быуа ҡусҡары ҡабырсағы.
БЫУАН и. диал. ҡар. быуа I, 1. Балыҡҡа быуанға йорой торғайныҡ.
БЫУАНАҠ ҠАБЫРҒА и. диал. ҡар. ҡулан ҡабырға. Быуанаҡ ҡабырғаһы сайраған.
БЫУАР ЙЫЛАН (Р: удав; И.: boa; Т: boa yılanı) и. зоол.
Осраған йәнлекте быуып үлтереп йота торған ағыуһыҙ йылан. □ Удав (лат. Воа constricvtor). Быуар йыланды матур тиреһе һәм ите өсөн тоталар, ләкин уны аулау еңел эш түгел, сөнки ул кешене һәм хайуандарҙы быуып үлтерә.
БЫУАРТЫУ (быуарт-) (Р: надоедать; И.: pester; T.: bıktırmak) ҡ. диал.
Ҡыҫтаҡлау, йөҙәтеү. □ Надоедать. ■ «Йә, йә, әйт», — тип, теге малайҙар Зөбәйҙе бы-уарта башланы. Ж. Кейекбаев.
БЫУАТ I [монг. богут ‘быуындар’] (Р: век; И.: century; T.: yüzyıl) и.
1. Йөҙ йыл иҫәбе менән йөрөтөлгән ваҡыт араһы. □ Век. ■ Һәр оҫта күп быуаттар буйы тупланған тәжрибәнән сығып эш итә. Н. Бикбулатов. Шүлгән мәмерйәһе таштарындағы ҡырағай ат һүрәттәрен бынан ике йөҙ быуат элек яһалған, тиҙәр. Ә. Атнабаев.
2. тар. Ни менән дә булһа билдәләнгән бер тарихи осор. □ Век. Таш быуат. Урта быуаттар. ■ Мин бында [әҫәремдә] Аҡмулла быуатына ҡағылмайым. Д. Юлтый. Археологтар тикшергән боронғо тарихи осор үҙе шартлы рәүештә өс ҙур дәүергә — таш, баҡыр-еҙ һәм тимер быуаттарға бүленә. Н. Мәжитов.
БЫУАТ II и. диал. ҡар. быуаҡ II. Был тау бер нисә быуатҡа бүлгеләнеп тора.
БЫУҒАЛАҠ (быуғалағы) (Р: силок; И.: noose; T.: tuzak) и.
Йәнлекте муйынынан эләктереп күтәрер өсөн бөгөлгән ағас осона ҡуйылған тоҙаҡ. □ Силок. Быуғалаҡ ҡуйыу. Быуғалаҡ менән ҡош тотоу. ■ Ҡуян шаҡыларына [Туҡмуй-рыҡI ағас бөгөп, быуғалаҡтар ҡуйҙы. Ғ. Ибраһимов.
БЫУҘЫРЫУ (быуҙыр ) ҡ. йөкм. ҡар. быуыу, понуд. от быуыу. ■ [Батша] түрә-ләрҙе баш ҡылып, ил теләген быуҙырып, арыҫландай ирҙәрҙе йыуаш ҡуйҙай итте инде. Ҡобайырҙан.
БЫУЛАНДЫРЫУ (быуландыр-) (Р: испарять; И.: evaporate; T.: buğulamak) ҡ.
Быуға тотоу, быулы итеү. □ Испарять, держать над паром. Стаканды быуландырыу. ■ Ҡаҙандан күтәрелгән боҫ түбә таҡталарын быуландырҙы, ҡатһыҙ тәҙрәнең туңы иреп, өй эсе яҡтырып киткәндәй булды. 3. Ураҡсин.
БЫУЛАНЫУ (быулан-) (Р: испаряться; И.: vaporize; T.: buğulanmak) ҡ.
16*
475