БЫУЛАУ
1. Быу булып ҡалҡыу □ Испаряться. Быуланып ятыу. ■ Тын, тәмәке төтөнө һымаҡ булып быуланып, һауаға күтәрелде. Һ. Дәүләтшина. Ҡарҙар ирей бында... Ер быулана, әйтерһең, ҡыш тугел, яҙ инде. X. Ғиләжев. Шаулайҙар ямғырҙар, кук кукрәп үтә, быуланалар ҡырҙар, игендәр үҫә. Ә. Вәли.
2. Быу сығарыу. □ Затуманиваться, покрываться туманом. ■ Тирә-яҡ ҡояш нурҙарына ҡойоноп быулана. Ф. Иҫәнғолов.
3. Быу менән, бөрсөк-бөрсөк дым менән ҡапланыу. □ Потеть, запотевать (о предметах). Быуланған тәҙрә. ■ Өйгә инеп, быуланып боҙланған ҡаштарын һыпырҙы ла, ауыҙына бәйләгән дебет яулығы менән билғауын сисеп, сыуал алдына арҡырылай буйлатып ҡуйылған ағас урҙаға элеп, тунын сисә һалып һәндерәгә ырғытты. Т. Хәйбуллин.
БЫУЛАУ (быула-) ҡ. ҡар. быуландырыу. Өйҙө быулап аш ҡайнай.
БЫУЛЫҒЫУ (быулыҡ-) (Р.: задыхаться; И.: be short of breath; suffocate; T: boğulmak) ҡ.
Тын юлы ҡыҫылып, һулыш туҡтау. □ Задыхаться. Быулығып үлеү. Йугереп быулығыу. ■ һул яҡ мөйөштәге яралы һалдат ҡысҡыра, әллә быулыға инде. И. Ғиззәтуллин. [Мулдаҡайҙың] танау тишектәре киңәйгән, хәле бөтөп, өнө быулыҡҡан кеше кеуек ахылдап, уҙе ҡурҡыныс хәбәрҙе тиҙерәк әйтә һалып, ашығыс ҡасырға тигән һымаҡ, һүҙҙәрен ҡабалан һөйләне. Һ. Дәүләтшина.
♦ Өн быулығыу (йәки быуылыу) һүҙ әйтә алмаҫ булыу. □ Лишиться голоса, потерять дар речи.
БЫУЛЫҠ (быулығы) (Р.: навесная доска над котлом; И.: sort of pendant plank; T.: kazan üzerindeki tahta) u.
Түшәм быуланмаһын өсөн ҡыйыҡлап яһап, ҡаҙан өҫтөнә аҫып ҡуйылған таҡта. □ Навесная доска над котлом (предохраняющая потолок от испарений). Ҡаҙан өҫтөнә быулыҡ сәйләү.
БЫУМА (Р: эпилепсия; И.: epilepsy; Т: epilepsi, sara) и.
1. мед. Тын быуылып, тотош тартыштырып, ҡапыл ҡолата торған ауырыу. □ Эпилепсия, припадок. Быума ауырыулы кеше. Уның быумаһы бар. ■ [Фәхри — Яҡупҡа:] Бына бит, күрше, бәлә аяҡ аҫтында ғына ята икән, быумам тотоп, иҫтән яҙғанмын. Б. Бикбай. Әсәһенең бындай быума хәленә төшөуен йыш күрһә лә, Исмәғилдең был юлы үҙәге өҙөлгәндәй булды. Яр. Вәлиев.
2. миф. Тынды быуып, ҡапыл ҡолата торған ауырыуҙың эйәһе. □ Дух падучей болезни, эпилепсия. ■ Быума тотҡанда, кеше, тыны быуылып, ҡапыл ҡолап китә. Экспедиция материалдарынан.
БЫУМА БУЛЫУ (быума бул-) (Р: болеть эпилепсией; И.: fall ill epilepsy; T: epileptik olmak) ҡ.
Быума (1) менән ауырыу. □ Болеть эпилепсией, припадком; стать, быть больным падучей болезнью. ■ Быума булһа, ҡурсаҡты баштан өйләндереп, һыуға ағыҙғандар. Экспедиция материалдарынан.
БЫУМА БЫУЫУ (быума быу) (Р: схватывать (о припадках)} И.: suffocate person ill with epilepsy; T.: sara nöbetine tutulmak) ҡ.
1. Ауырыуҙың быумаһы башланыу. □ Схватывать (о припадках эпилепсии).
2. миф. Ауырыуҙы быума эйәһе быуыу. □ Удушить больного духом эпилепсии. И Быума быуғанда, кеше, тыны ҡыҫылып, ҡапыл ҡолап китә. Экспедиция материалдарынан.
БЫУМА ЙҮТӘЛ (Р: коклюш; И.: hooping cough; T: boğmaca öksürüğü) и. мед.
Тын бирмәй быуып, оҙаҡ йүткергән йүтәл; сәсәтмә. □ Коклюш; астматический кашель. ■ [Сәлихтең] әсәһе һаман сирләй, уны быума йүтәл ғазаплай. X. Мохтар.
БЫУМА ҠЫУЫУ (быума ҡыу-) (Р: изгонять духа эпилепсии; И.: exorcize an epilepsy-ridden person; T.: epilepsi ruhunu kovmak) ҡ. миф.
Быума эйәһен ҡыуыу йолаһы. □ Изгонять духа эпилепсии. ■ Быуманы һыйыр тиҙәгенә лә ҡыуалар. Башҡорт мифологияһынан.
476