БЫУЫМ
төшкән таш-тупраҡтарҙы этеп, төртөп, йырып ебәргәндәй була. Т. Хәйбуллин.
4. Тын юлы ҡыҫылып, һулыш туҡтау.
□ Задыхаться, давиться. Быуылып ҡолау. Быуылып үлеү.
5. Тын ала алмау. □ Задыхаться. Быуылып көлөу. Быуылып йүткереү. ■ Быуылып илай [әбей], быуылып-быуылып илай ҡайғылары ташып барғанға. X. Ҡунаҡбай.
6. кусм. Көслө хискә тулышыу. □ Переполняться, наполняться (чувствами). Куҙ йәшенә быуылыу. ■ Ул [Зәлифә] эсендәге бөтә ҡайғыға быуылып, Сафура менән бергә иланы. Һ. Дәүләтшина. Ишекте шым ғына асып индем дә тыуған өйҙөң таныш хуш еҫтәренән башым әйләнеп, куңелем тулыуҙан һушым быуылып, мөйөшкә һыйындым. Г. Ғиззәтуллина.
БЫУЫМ (Р.: приспособление для ловли рыб; И.: fishtacl; T: balık tutma cihazı) u.
Балыҡ тотоу өсөн эшләнгән ҡулайлама.
□ Приспособление для ловли рыб.
БЫУЫН I [дөйөм төрки буғ-ун ‘быуын’] (Р.: сустав; И.: joint; T: eklem) и. анат.
1. Кеше, йәнлек организмындағы һөйәктәрҙең йәки кимерсәктәрҙең ҡуҙғалмалы булып, бер-беренә тоташҡан, ялғанған урыны. □ Сустав. Бармаҡ быуыны. Бәкәл быуыны. Терһәк быуыны. Тубыҡ быуыны. Быуын сығыу. Быуын ултыртыу. Быуын һыҙлау. ■ Оҙон юлдар уның быуындарын, елек һөйәктәрен талдырған. Б. Вәлид. Өс саҡрым араны тотош тигәндәй йүгереп үткән Байрас, ҡапыл быуындары һығылып киткәндәй булып, түтәл янына ултырҙы. 3. Биишева.
2. күсм. Тәндәге көс, хәл. □ Сила, мощь. Быуын бөтөү. Быуын ҡалмау. ■ Күпме генә серәшеп алға ынтылмаһын, быуындары йомшап, тигеҙ ерҙә абына ла китә Ирназар. Ә. Хәкимов. Быуындарыңды ҡатыр, рухыңды нығыт! Р. Камал.
3. бот. Башаҡлылар һабағын, ҡайһы бер үҫемлек олонон өлөш-өлөшкә бүлеп торған урын. □ Колено; узел. Бамбук ағасының быуыны. Камыш быуыны. ■ Кисәгенән матур
көн башлана, бер быуынға ҡалҡты ужымдар. С. Кулибай.
4. тех. Бер буйға теҙелеп, өлөш-өлөш булып торған нәмәнең бер бүлкәте. □ Звено. Сынйыр быуыны. Торба быуыны. Ракета быуыны. ■ Пароход артынан ҡала барған бейек тулҡындар һалды быуындары менән бәүетә. Ж. Кейекбаев.
5. Ҡатмарлы телмәр йәки көйҙөң, йырҙың айырым-айырым өлөштәре. □ Колено. Ритмик быуын. ■ Тәүгеһенең йыры һигеҙ быуын, ә икенсеһе ике быуындан арттыра алмай .., — ти ҡарт һандуғастар тынған арала. Ә. Чаныш.
6. мат. Сикләүһеҙ унарлы кәсерҙәге ҡабатланып килгән һандар төркөмө. □ Член. Оҡшаш быуындарҙы берләштереү.
7. миф. Тормош бәйләнешен, өҙөкһөҙ-лөгөн белдергән тән өлөшө. □ Сустав; мифологизированная часть тела, символ взаимосвязи, непрерывности жизни. Быуын нығыу. Быуын ҡороу.
♦ Быуын бушау (йәки бөтөү, йомшарыу) хәлһеҙләнеү. □ Ослабеть, обессилеть. ■ Сабый күкрәгенән сыҡҡан был арбаусы моң Фәүзиәне саҡ аяҡтан йыҡманы: быуындары бушап, әкрен генә иҙәнгә сүгәләй башланы. Т. Ғарипова. Кыҙыҡайҙың шунда уҡ быуыны бөттө, һыны ҡатты. Ф. Иҫәнғолов. Көтмәгән ауыр ҡайғыны ишетеп, Кәримдең быуындары бушаны. Я. Хамматов. Быуынға төшөү 1) хәлде алыу, хәлһеҙләндереү.
□ Обессилить, ослабить. Кымыҙ эскәйнем, быуынға төштө. ■ Урман эше еңел эш түгел, ирмен тигән ирҙәрҙең дә быуынына төшә ул, — тип дауам итте Хикмәттең атаһы Рахман. X. Ғиләжев; 2) бер нәмәне тылҡып, кешенең йәненә тейеү, маҙаһын ҡоротоу.
□ Уморить, утомить; донимать. ■ Атай, ат алып бир, тип [улы] атаһының быуынына төшә. Әкиәттән. Йә йәнеңде, йә көтөүеңдән өс яҡшы ат һайлап бирәһең! — тип быуынына төшәләр [һыбайлылар Насыр-ҙың]. М. Буранғолов. [Мәғфүрә:] Еңгә, берүк шуны инәйемдән һорап ҡара әле, миңә уҡып торорға бирмәҫ микән? — тип бы
478