БЫУЫН
уыныма төштө. һ. Дәүләтшина. Быуынға ултырыу 1) буйға үҫеү, быуын хасил итеү (игенгә карата). □ Образоваться (о колене у злаковых). Арыштар инде быуынға ултырҙы. И. Насыри; 2) буйға үҫеп нығыныу, эш эшләр йәшкә етеү; көскә ултырыу. □ Окрепнуть. ■ Минең атайымдың — заманында районыбыҙҙа данлыҡлы балта оҫтаһы булған Арслан ҡарттың — һүҙе ме- . нән әйткәндә, ирҙең .. быуынға ултырған, ҡулында тимер иреткән сағы. 3. Биишева; 3) хужалыҡты нығытыу, хәлләнеү. □ Улучшать своё положение, крепнуть. ■ [Гәрәй] пар тирмәнен ҡабат ҡотайып, быуынға ултырып алған Иван Лесинға һатты. Б. Бикбай. Быуынға һикереү диал. ҡар. быуынға ултырыу 1. ■ Юлдың ике яғында ла инде быуынға һикереп килгән бойҙай баҫыуҙары ята. Ә. Вәли. Быуынға һуғыу шул уҡ бәкәлғә һуғыу (ҡар. бәкәл). Быуынды алыу
1) хәлде бөтөрөү, арытыу. □ Утомить, измотать. ■ Тубыҡтан ала ҡар йырмаслап текә тауға артылыу .. быуынды ала. Н. Мусин. Анау Бәләбәй тауҙарын йөк менән менеү аттың ярты быуынын ала. X. Ғиләжев;
2) дәртте һүндереү, эшкә-тормошҡа ынтылышты ҡайтарыу, йәшәр көстө бөтөрөү.
□ Утомить, измотать. ■ Һәләкәткә дусар ителеү уйы [Ҡотлоярҙың] быуынын алған, ышанысын ҡайтарған. М. Минһажетдинов. Быуынды ҡырҡыу тормош хәлен ҡаҡшатыу.
□ Выбивать из колеи. Быуын ҡаҡшау 1) көс, хәлдән яҙыу, хәлһеҙләнеү. □ Обессилеть, ослабеть. Ҡурҡыуымдан быуыным ҡаҡшаны; 2) хужалыҡта, ил араһында көсһөҙ булып ҡалыу. □ Обессилеть, ослабеть. ■ Ҡаҡшаны быуыны, тамам ҡаҡшаны, элек бит урамға һыймаҫтай булып йөрөй торғайны ул [Гәрәй]. Б. Бикбай. Быуын (йәки аяҡ быуыны) ҡалтырау ҡурҡыуға төшөү; ҡаушау.
□ Испугаться, растеряться. ■ [Ҡәләмбай:] Быуындарым ҡалтырап ҡаушаным да киттем. Т. Хәйбуллин. Быуын ҡатып көлөү бик ихлас итеп, ныҡ көлөү; эс ҡатып көлөү.
□ Заливаться смехом. ■ Ағалары унан [Ҡейеҙбайҙан]: «Тотторған, ти, ат һиңә
ҡойроғон», — тип, быуындары ҡатып көлдө, ти. Әкиәттән. Быуын ҡороу бик ныҡ арыу, хәлдән тайыу. □ Выбиться из сил. ■ [Баян:] Мин тупһа аша өйгә ингәс тә, быуыным ҡороп йығылып киттем. М. Әүәзов. Быуын нығыу (ҡатыу) 1) буйға етеп нығыныу; көскә ултырыу. □ Встать на ноги, окрепнуть. ■ Етмәгәйне әле ҡатып быуындар ҙа, ҡылыс айҡап яу утына ташландыҡ. X. Ғиләжев. [Йәнбирҙе:] Икегеҙ ҙә, улдарым, күҙебеҙҙең нурҙары; тешәр сағығыҙ үтмәгән, быуынығыҙ ҡатмаған... «Урал батыр»; 2) нығыныу, көсәйеү. □ Входить в силу, окрепнуть. Быуын таралыу тән иҙерәп, ойоу. □ Расслабиться. ■ Йылыла малайҙарҙың быуыны таралып, күҙҙәре үҙенән-үҙе йомола башланы. Ф. Иҫәнғолов. Быуыны йомшаҡ эшкә булдыҡлылығы етмәгән кешегә ҡарата әйтелә. □ Недостаточно крепкий, слабоватый (о человеке). Ҡырҡ быуынынан турап, утҡа һалһаң да үс ҡанмаҫ ҡаты асыуҙы белдергән әйтем. □ доел. Даже если разрежешь его сорок суставов и бросишь в огонь, и то не останешься довольным (выражает гнев). ■ [Сурағол:] Ҡан илатҡан был түрәләрҙе ҡырҡ быуынынан турап утҡа һалһаң да үс ҡанмаҫ. Т. Хәйбуллин. Әл быуын хәлһеҙ, кәрһеҙ. □ Слабый, бессильный (физически).
БЫУЫН II (Р.: поколение; И.: generation; T.: kuşak) и.
1. Баҫҡыс-баҫҡыс килгән туғанлыҡтың бер үк кимәлендә торған кешеләр. □ Поколение. ■ Тереклек донъяһындағы йән эйәләренең иһә һәр ҡайһыһының үҙ ғүмер юлы: яҡты донъяға килә торалар, яңы быуынға яңы ғүмер бүләк итеп, китә торалар. Н. Мусин. Килер быуын, һеҙҙең икегеҙҙе лә ырыу башлыҡтары һанап, данығыҙҙы оҙаҡ йылдарға һаҡлар. «Ҡуҙыйкүрпәс».
2. Бер осорҙа йәшәп, йәш араһы яҡын булған кешеләр. □ Поколение. Бер быуын кешеләре. Йәш быуын. Оло быуын. Киләсәк быуын. ■ Ағиҙелкәй, һинең буйҙарыңда нисә быуын ғүмер кисергән! Р. Ниғмәти. Ниндәй бәхетле быуын бит һеҙ! 3. Биишева.
479