БЫУЫН
3. Кеше ғүмеренең билдәле дәүере.
□ Определённый отрезок жизни человека. ■ Үҙ быуынында купте кургән, купте ишеткән әлеге Әхмәҙулла бабай менән беҙ текә .. ҡая янында ултырабыҙ. Ә. Вахитов.
4. миф. Тормош мәңгелеген һәм өҙөк-һөҙлөгөн белдереүсе быуын. □ Поколение; символ непрерывности, вечности жизни. Быуындан быуынға тапшырыу.
БЫУЫН III и. диал. ҡар. быуа II, 1. Быуын быуыу.
БЫУЫН АРАҺЫНАН ҮҪЕҮ (быуын араһынан үҫ-) (Р.: расти; И.: sprout; Т.: çıkmak) ҡ. бот.
Үҫемлек һабағының быуын араһы туҡымаһы иҫәбенә үҫеүе. □ Расти (о вставочных ростках). Быуын араһынан уҫкән һабаҡ.
БЫУЫН АЯҠЛЫ ҮРМӘКСЕ (Р: паук коленчатоногий; И.: sea spider; T: deniz örümcekleri) и. зоол.
Быуынтыҡ аяҡлы умыртҡаһыҙ диңгеҙ бөжәге. □ Паук коленчатоногий (лат. Pantopodd). Быуын аяҡлы урмәксе ауы.
БЫУЫНДАШ (Р: современник; И.: compatriot; T: çağdaş) и.
Кем менәндер бер быуын тәшкил итеүсе, замандаш. □ Современник. Быуындаштар ҡоро.
БЫУЫН ҠАЙМЫҒЫУ (быуын ҡаймыҡ-) ҡ. ҡар. быуын сығыу. Быуыным ҡаймығып дауаханала яттым.
БЫУЫН ҠАТЫУЫ (Р: неподвижность суставов; И.: joint’s immobility; T: ankiloz) и.
Быуындарҙы ҡуҙғатыу һәләтен юғалтыу.
□ Неподвижность суставов (от старости). Өләсәйем быуын ҡатыуынан яфалана.
БЫУЫНЛАНЫУ (быуынлан-) (Р: образовывать коленчатые сочленения; И.: form cranked nodes; T.: boğumlanmak) ҡ.
Быуын (1,3) барлыҡҡа килтереү (башаҡлы игенгә, ҡайһы бер олонло уҫемлеккә ҡарата). □ Образовывать коленчатые сочленения (по отношению к растениям). Арыш быуынлана башланы.
БЫУЫНЛАНЫП! (Р: сочленение; И.: joint; T: eklem) и. анат.
Һөлдә һөйәктәренең ҡуҙғалмаҫлыҡ йәки бер аҙ ҡуҙғалырлыҡ булып үҙ-ара тота-шыуҙары, ялғаныуҙары; ялғаныш. □ Сочленение.
БЫУЫНЛАУ (быуынла-) (Р: разделывать по суставам; И.: cut by joints; T.: boğumlamak) ҡ.
Быуынынан айырыу, быуынлы еренән ҡырҡыу. □ Разделывать по суставам (например, тушу барана). Һарыҡ тушкәһен быуын-лау.
БЫУЫНЛАШЫУ (быуынлаш-) (Р: сочлениться; И.: joint; T.: eklemlenmek) ҡ.
Быуын (I, 1) булып тоташыу. □ Сочлениться (о костях). Һөйәктәр быуынлашып тора.
БЫУЫНЛЫ (Р: состоящий из звеньев; И.: consisting of joints; T.: boğumlu) c.
Быуындарҙан (1,4) торған. □ Состоящий из звеньев. Быуынлы торба. Куп быуынлы ракета.
БЫУЫНЛЫ СӘСКӘ и. бот. ҡар. быуын сәскә. Быуынлы сәскә орлоғо.
БЫУЫНЛЫ ТӨЛКӨҒОЙРОҠ (төлкөғойроғо) (Р: лисохвост коленчатый; И.: foxtail grass; T.: yassi tilkikuyruğu) и. бот.
Ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған оҙон тамырлы башаҡлы үҫемлек. □ Лисохвост коленчатый (лат. Alopecurus geniculatus). Быуынлы төлкөғойроҡ башағы.
БЫУЫНЛЫ ҺАБАҠ (һабағы) (Р: стебель коленчатый; И.: cranked stem; T.: boğumlu sap) и. бот.
Быуындарҙан торған һабаҡ төрө. □ Стебель коленчатый. Ҡаҙ уләне быуынлы һабаҡтарҙан тармаҡланып уҫә.
БЫУЫН СЫҒЫУ (быуын сыҡ-) (Р: вывихнуться; И.: dislocate; T.: eklem çıkmak) ҡ.
Һөйәктәрҙең быуын менән ҡапланған өлөшөнөң бер-береһенә тейеү нөктәһен юғалтып үҙ урынынан ҡуҙғалыуы. □ Вывихнуться (о суставе). Аяҡ быуыны сығыу.
480