Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 481


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БЫУЫУ
БЫУЫН СӘСКӘ (Р.: цикорий; И.: chicory; T.: hindiba) и. бот.
Ҡатмарлы сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған, үҙәкле, оҙон тамырлы, ҡаты һабаҡлы, башлыса зәңгәр сәскәле күп йыллыҡ үҫемлек. □ Цикорий (лат. Cichorium). Быуын сәскә орлоғо.
БЫУЫН ТАЙЫУ (быуын тай-, быуын тая) ҡ. ҡар. быуын сығыу. Аяҡ быуыным тайған.
БЫУЫНТЫҠ (быуынтығы) (Р.: колено; И.: joint, node; T.: boğum) и.
1. бот. Башаҡлылар һабағының, ҡайһы бер үҫемлек олононоң быуын кеүек төйөрләнеп торған ере; быунаҡ. □ Колено, узел. Ҡамыш быуынтығы. Үлән һабағының быуынтығы.
2. зоол. Ҡайһы бер умыртҡаһыҙ хайуандарҙа кәүҙәнең бер бүлеге йәки аяҡтарҙың состав өлөшө. □ Членик. Быуынтыҡ аяҡлы хайуандар.
БЫУЫНТЫҠ АЯҠЛЫЛАР (Р: члени стоногие; И.: arthropoda; T.: eklembacaklılar) и. зоол.
Кәүҙәләре быуынтыҡланып, симметрик ике яртыға (сегменттарға) бүленгән, тәндәре хитин менән ҡапланған, аяҡтары ҡабатланып килгән бер тигеҙ өлөштәрҙән торған умыртҡаһыҙ хайуандарҙың иң юғары төрө; мәҫәлән, ҡыҫала һымаҡтар, үрмәксе һымаҡтар һ. б. □ Членистоногие, суставчатоногие (лат. Arthropoda). Быуынтыҡ аяҡлы хайуандар.
БЫУЫНТЫҠЛАНЫУ (быуынтыҡлан-) (Р: образовывать коленчатые сочленения; И.: form cranked nodes; T: boğumlanmak) ҡ.
Быуынтыҡлы булыу. □ Образовывать коленчатые сочленения (по отношению к растениям ). Ҡамыш быуынтыҡлана башлаған.
БЫУЫНТЫҠЛЫ (Р: коленчатый; И.: articulate; T.: boğumlu) с.
Быуынтыҡтарҙан (1) торған. □ Коленчатый, членистый. Бамбуктың быуынтыҡлы олоно.
БЫУЫН УЛТЫРТЫУ (быуын ултырт-) (Р: вправлять сустав; И.: set a joint (right); T.: eklemi yerine koymak) ҡ.
Ҡаймыҡҡан быуынды үҙ урынына ҡуйыу. □ Вправлять сустав. Имсе быуын ултыртыу менән дә булыша.
БЫУЫНҺЫҘ (Р: слабый; И.: weak; Т.: güçsüz) с.
Хәлһеҙ, көсһөҙ. □ Слабый, бессильный (физически). Быуынһыҙ булыу. Быуынһыҙ бала. ■ Бирмәҫ быуынһыҙ булып иларға кереште, ти. Әкиәттән. Ҡыҙ әлеге быуынһыҙ итерлек ҡарашын уға тағы бер атып алды. Н. Мусин.
♦ Быуынһыҙ булып көлөү көлөүҙән хәлһеҙләнеү. □ Смеяться. Быуынһыҙ ергә бысаҡ һалыу булмаҫтай нәмәне талап итеү.
□ Приставить нож к горлу (требовать невозможного ).
БЫУЫНҺЫҘЛАНЫУ (быуынһыҙлан-) (Р: становиться слабым; И.: weaken; T.: güçsüzleşmek) ҡ.
Тәнде тота алмаҫ булыу; бушаҡланыу.
□ Становиться слабым, бессильным, слабеть, обессилевать. ■ Быуынһыҙланып тегеләй-былай сайҡала. И. Ғиззәтуллин. Быуынһыҙланып, балаһының алдына, бысраҡ тротуарға тубыҡланды. Г. Ғиззәтуллина.
БЫУЫНЫУ (быуын-) ҡ. ҡайт. от быуыу 1,2. возвр. от быуыу 1, 2. ■ Ебәк кенә билғау — буй уҡа, быуынһам да тормай билемдә. Халыҡ йырынан.
БЫУЫН ШЕШЕ (Р.: артрит; И.: arthritis; T: artrit) и. мед.
Быуын ауырыуы. □ Артрит. Быуын шешенән яфаланыу.
БЫУЫП ҮЛТЕРЕҮ (быуып үлтер-) (Р: удушить; И.: suffocate; T: boğup öldürmek) ҡ.
Үлем язаһының борон ҡулланылған бер ысулы. □ Удушить (один из древних способов смертной казни). ■ Атмағыҙ, киҫмәгеҙ, һеҙ уны быуып ултерегеҙ. Д. Юлтый.
БЫУЫУ (быу-) (Р: затягивать; И.: tighten; T: sıkmak) ҡ.
1. Бау йәки башҡа нәмә менән уратып ҡыҫыу. □ Затягивать, перевязывать. Ҡулды быуыу. Быуып бәйләу. Сумаҙанды быуып бәйләу. ■ Ыштанымды сестра апай яра
481