БЫХ
бәйләй торған оҙон тар марля менән быуып ҡуйҙы. М. Кәрим.
2. Билгә ҡайыш, билғау тағыу, уратып бәйләү. □ Подпоясывать. Билде быуыу. Ҡайыш быуыу. ■ Сәлмән .. тороп, йәһәт кенә сәкмәнен кейеп, билен һығып быуған. Әкиәттән. Донъяға Күсәк бала тыуҙы инде, биленә алмас ҡылысын быуҙы инде. «Бабсаҡ менән Күсәк». Тотош аҡтан кейенеп, билен көмөшлө ҡәмәр менән быуып ебәргән Аҙнағол, ҡоласын киң йәйеп, кәмәлә аяғүрә баҫып килә. 3. Биишева. Ә инде ат егеп йөрөгән сағында солан күтәрмәһендә аҡ алъяпҡыс быуған, яулығын артҡа ҡайтарып ябынған ҡыҙ һыны күренгәс, [Төлкөсура] терт итеп ҡалды. Н. Мусин.
3. Нимәнеңдер хәрәкәтен тотҡарлау. □ Прудить, запруживать. Йылғаны быуыу. Тонсоу һауа һулышты быуа. ■ Зариф ҡарт Муйыллы йылғаһын быуып балыҡ үрсетте. Б. Бикбай. Борон, һыу тирмәне ҡороу өсөн, шишмәне бер нисә ҡабат быуып ҡарағандар. М. Хужин.
4. Ныҡ ҡыҫып, тын юлын бикләү.
□ Душить, давить, жать. Муйынды быуыу.
■ Мәскәй ҡапыл Ҡамыр батырҙың үңәсенә йәбешкән дә быуа башлаған. Әкиәттән. Рамаҙандың йөрәге дарҫлап тибә, тамағын әллә ниндәй ҡоро йүтәл быуып барған кеүек. Ә. Хәкимов. Фатима ҡапыл уның алҡымынан һығып алып, ергә йыҡты ла аяуһыҙ быуа башланы. Б. Бикбай.
5. Муйынды һығып үлтереү. □ Душить, давить. Быуып ташлау. ■ Түҙемлектән сыҡҡан крәҫтиәндәр адвокат өйөнә барған, уны быуып ырғытырға уйлаған. Д. Юлтый. Бисәһен дә урман ене быуып үлтергән, тип һөйләй торғайнылар. Д. Юлтый.
6. Тынды ҡыҫып, тотош тартыштырып, ҡапыл ҡолатыу (быумаға ҡарата). □ Схватывать (о припадках). Быума быуыу.
7. Тамаҡлау. □ Загрызать, задирать.
■ Ошо аҙна эсендә генә дүрт-биш һарыҡты бүре быуып китте. М. Тажи. Бүре лә быуып йыҡмай бит шул мәлғүнде! М. Кәрим.
8. күсм. Ирек бирмәй ҡыҫыу; сикләү.
□ Душить, давить; притеснять. Ихтыярҙы
быуыу. Теләкте быуыу. ■ Нуриханов килеште, шул арала үҙе уйлап алырға өлгөрҙө: әллә дуҫының берәй ваҡыт инициативаһын быуып, үҙе йүнәлеш бирҙеме икән эшендә? Д. Бүләков. Аслыҡ та, һыуһын да икеһе бер юлы быуып алды мине. М. Кәрим.
♦ Бил быуыу эшкә ихласлыҡ, дәрт, ҙур теләк менән тотоноу. □ Приступить к работе засучив рукава. Бил быуып эшләү. Билде биштән быуып ҙур ихласлыҡ, дәрт һалып.
□ Взяться за что-л. с большим желанием, душевным подъёмом. Билде биштән быуып эшкә тотоноу. Быуа быуырлыҡ бик күп.
□ Хоть пруд пруди (m. e. очень много). Беҙҙә ҡыҙҙар быуа быуырлыҡ. Күҙ быуыу зиһенде томалап, кешенең ихтыярына тәьҫир итеү.
□ Околдовывать, гипнотизировать. Күҙ быуып, аҡсамды алып киттеләр. Юлды быуыу 1) кемдең йәки нимәнеңдер үтер юлына кәртә ҡуйыу, үтер юлын бикләү. □ Перекрыть дорогу. ■ Хаммат Байрасты ишеккә ебәрмәй юлын быуҙы. 3. Биишева; 2) кемдеңдер эш-тормоштағы иркен кәртәләү. □ Препятствовать кому-чему. • Яман тыуыр, юлды быуыр. Мәҡәл.
БЫХ (Р.: подражание звуку тяжёлого дыхания; И.: onomatopoeic word; T.: ses taklidi) оҡш.
Ауыр итеп һулыш алғанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку тяжелого дыхания. Бых итеү.
БЫХ-БЫХ (Р.: подражание многократным звукам тяжёлого дыхания; И.: onomatopoeic word; T.: ses taklidi) оҡш.
Ҡабат-ҡабат бых иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание многократным звукам тяжёлого дыхания (многокр. от бых). Бых-бых итеү. Бых-бых килеү.
БЫХЫЛДАТЫУ (быхылдат-) ҡ. йөкм. ҡар. быхылдау, понуд. от быхылдау. ■ Малайҙарға етә ҡала: сыбыҡ менән һыҙыра тартып, туйған һыйырҙарҙы быхылдатып, кем уҙармандан саптырып, өйҙәренә алып ҡайталар. Һ. Дәүләтшина.
БЫХЫЛДАУ (быхылда-) (Р: пыхтеть; И.: puff; pant; T.: fışnamak) ҡ.
482