Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 483


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БЫШЛЫҒЫУ
Бых-бых итеү, бых-бых килеү. □ Пыхтеть. Быхылдығын сығыу. Быхылдап йүгереү.
■ Ат быхылдап, тыны бөтөп, һыу эсенә сүгә лә башланы. Ф. Иҫәнғолов.
БЫХЫУ с. диал. ҡар. тыңҡыш II. Быхыу танау.
БЫШ-БЫШ (Р.: подражание шёпоту; И.: onomatopoeic word; T.: fısıl fısıl) оҡш.
Шым ғына һөйләгәндә сыҡҡан тоноҡ тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание шёпоту, тихой речи. Быш-быш итеү. Быш-быш килеү. ■ Рамазан ҡағыҙ алды ла .. яҙа башланы. Быш-быш килеп уны уҡып ҡараны. Ф. Иҫәнғолов. Юлсылар, быш-быш һөйләшеп, ниндәйҙер кәңәш ҡороп алдылар. М. Кәрим. Ике дуҫы менән Сара ағас төбөнә килә, быш-быш һөйләй ниҙер үҙе, дуҫтарға ҡарап көлә. Ф. Рәхимғолова.
БЫШ-БЫШ ХӘБӘР (Р: слухи; И.: gossip; T.: dedikodu) и.
Асыҡтан-асыҡ һөйләмәй, йәшерен генә һөйләнгән хәбәр. □ Слухи, толки. Ҡолаҡтан ҡолаҡҡа быш-быш хәбәр йөрөй.
БЫШҠЫРТЫУ (бышҡырт-) ҡ. йөкм. ҡар. бышҡырыу, понуд. от бышҡырыу.
■ Йылҡы малы ятаҡлап ауырыһа, ялынан йәки ҡойроғонан ҡылын алып танауына тығалар. Танауын ҡул менән ҡыҫып тотоп, атты бышҡыртырға тырышалар. Экспедиция материалдарынан.
БЫШҠЫРЫНЫУ (бышҡырын-) (Р: фыркаться; И.: snort; T.: homurdanmak) ҡ.
Бер ыңғай ҡабат-ҡабат бышҡырыу. □ Фыркаться. ■ Зөлҡәрнәйҙең .. аты тибенгеләп, бышҡырынып ҡуйған. Н. Иҙелбай. Ҡойолған миләште сүпләргә төшкән һуйырҙар, ҡорҙар йыш ҡына ҡаптырлап осоп күтәрелә, аҙым һайын тиерлек яртылаш ағарған ҡуяндар лапы аҫтынан ялп итеп килеп сығып, аттарҙы ҡолаҡтарын ҡайсылап, бышҡырынырға, хатта ситкә ялтанырға мәжбүр итә. Н. Мусин.
БЫШҠЫРЫУ (бышҡыр-) (Р: фыркать; И.: snort, sniff; T.: nefes çıkarma) ҡ.
I. Шурылдатып танауҙан ҡапыл өрөү (хайуандарға ҡарата). □ Фыркать (о жи
вотных). Аттар бышҡыра. Бышҡыра башлау. Бышҡырып ебәреү. ■ [Болан] бышҡырып, башын сайҡаны ла ялмап алды ваҡ тал япрағын. Р. Ғарипов. Аттар, тояҡ аҫтынан ҡырсынташ осороп, бышҡыра-бышҡыра өйөрөлөп юрта. Ә. Хәкимов. Әһә, йылҡылар яланда, буғай, уларҙың кешнәгән, бышҡырған, тупылдап сапҡан тояҡ тауыштары ишетелә. Н. Мусин. Һарайғыр бышҡыра-бышҡыра тауға менеп етеүгә, ел ҡаршыға әйләнде. Т. Ғарипова. Ҡарт алаша .. аралаш үрелеп, бырх-бырх бышҡырғылап, сиҙәмде тилмереп еҫкәштерә лә йәнә аяғүрә серемгә тала. Ф. Иҫәнғолов. Серле урман. .. Ҡайҙалыр сиңерткә сырылдай. Һыйырҙарҙың көйшәгәне, һирәк-һаяҡ, доңғорҙаҡ тауышына ҡушылып, ҡола бейәнең бышҡырғаны ишетелә. В. Әхмәҙиев. Тышаулы ат, күгәүендән йөҙәп, башын сайҡай, йыш-йыш бышҡырып. Ҡ. Даян. Юлда берәү ҙә һөйләшмәне. Аттар ғына бышҡыра-бышҡыра үргә ынтылдылар. Ш. Янбаев.
2. Бырх итеп ауыҙ-морондан һыу бөркөү (кешегә ҡарата). □ Фыркать (о человеке).
■ Булат оҙаҡ итеп бышҡыра-бышҡыра йыуынды. К. Мәргән. [Шоғайып] яҡшы йөҙә: тәрәнгә сума, өҫкә сығып, һыу уртлап бышҡыра, тағы ҡолас ташлап йөҙөп китә. X. Кәрим.
БЫШҠЫРЫШЫУ (бышҡырыш-) ҡ. урт. ҡар. бышҡырыу, взаимн. от бышҡырыу.
■ Бер минут үттеме, юҡмы — тояҡ тауыштары эргәлә үк дөпөлдәй, ярһыған аттарҙың шаулатып тын алғаны, бышҡырышҡаны ишетелә ине. Ф. Иҫәнғолов.
БЫШ Л АТЫУ (бышлат-) ҡ. диал. ҡар. төтәҫләү. Ҡорт бышлатыу.
БЫШЛЫҒЫУ (бышлыҡ-) (Р: париться; И.: be an a sweat; T.: terlemek) ҡ.
Эҫеләп, бешеп киткәнлектән, ауыр тын алыу; тонсоғоу. □ Париться, упариваться. Тун кейеп бышлығыу. Йүгереүҙән бышлығыу.
■ Мәҙрәсә ғәйәт тығыҙ. Бөтә кеше тиргә батып, бышлығып ултыра. М. Ғафури. Шул саҡ ишектән Төлкөсура атылып килеп инде... Йүгереүҙән бышлығып, хәбәрен һалды: «Атай,
483