Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 484


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БЫШЛЫҠТЫРЫУ
Ҡотлоғужа байҙың йылҡы көтөүен бүреләр баҫҡан!..» Н. Мусин. Саба торған атты ҡапыл ҡыуырға ярамай, уның бышлығып, сәсәп ҡалыуы бик мөмкин, ә йәш атта ундай хәлдең булыуы бигерәк тә мөмкин. Д. Юлтый. Сығып киткәндә улар [Алһыу менән Гөлгөнә] гөбөргәйелде сумаҙан эсендә ҡалдырҙылар. Бышлығып үлмәһен өсөн, сумаҙандың ҡапҡасын аҙ ғына асып ҡуйҙылар. С. Агиш.
БЫШЛЫҠТЫРЫУ (бышлыҡтыр-) ҡ. йөкм. ҡар. бышлығыу, понуд. от бышлығыу. Эҫелә бышлыҡтырып йөрөтмә баланы.
БЫШТЫҠ (быштығы) (Р.: упитанный, короткошейный; И.: obese person; T.: şişman) c.
Ҡыҫка муйынлы, итләс (кешегә ҡарата). □ Упитанный, короткошейный (о человеке). Быштыҡ егет.
БЫШТЫР с. ҡар. ығыш. Быштыр кеше.
БЫШТЫРЛАУ (быштыр л а-) к. диал. ҡар. мыштырлау. Эште быштырлап эшләү.
БЫШЫЛДАУ (бышылда-) (Р.: шептать; И.: whisper; T.: fısıldamak) ҡ.
Әкрен генә тауыш менән һөйләү; быш-быш итеү, быш-быш килеү. □ Шептать. Бышылдап һөйләү. ■ [Хәлимов] ауыҙын минең ҡолаҡҡа ҡуйып бышылдай башланы. Д. Юлтый. Байрас үҙ янында ултырған Моратшаға бышылдап нимәлер һөйләргә кереште. 3. Биишева. «Кем унда?» — тип бышылданы Яҡуп. Урам яҡтан Гөлнур сипылдап яуап ҡайтарҙы. М. Кәрим. Егет юлға менде. Кинәт алда ниндәйҙер бышылдау ишетелде. Ғ. Сәләм. «Егет, башың иҫән саҡта сығып ҡотол!» — тип бышылдаған был ҡыҙ. Әкиәттән. Шул ваҡыт Ләлә лә, атаһының ҡолағына эйелеп, нимәлер бышылданы. Б. Бикбай. Аҡ ҡайындың йәшел япраҡтары ҡолағыма ниҙер бышылдай. Т. Ҡарамышева. Бығаса көр тауышлы Фәхри ни өсөндөр бышылдап һөйләшә ине. А. Ғирфанов.
БЫШЫЛДАШЫУ (бышылдаш) ҡ. урт. ҡар. бышылдау, взаимн. от бышылдау. ■ Көндөҙ ҡояш эҫеһенән йоҡомһораған төҫлө әлһерәп торған ағастар төнгө еләҫлектә әкрен генә бышылдашалар. Ә. Вәли. «Ни өсөн
шул хәтле ҡиәфәтле ул?» — тип апайымдан һорағайным, беҙҙең бышылдашҡанды Азамат ағай ишеткән дә барған. Й. Мостафин.
БЫШЫМ (Р: мягкая обувь с кожаной головкой; И.: kind of soft footwear; T.: ayakkabı türü) и.
1. Бәкәл тәңгәленән бөрөп бәйләнә торған ҡыҫҡа киндер ҡуныслы йомшаҡ күн ҡата. □ Мягкая обувь с кожаной головкой и холщовыми голенищами. Бышым кейеү.
2. Ҡата, ҡынйыраҡ кеүек аяҡ кейем-дәренең туланан йәки киндерҙән тегелгән, бөрөп бәйләп куймалы ҡунысы. □ Холщовый верх национальной обуви. Тула бышым. Ҡынйыраҡ бышымы. ■ Бабай ике сәңгел йыҡҡан, әбей ике биләү һуҡҡан, бабай ике бишек бөккән, әбей ике бышым теккән. Халыҡ ижадынан.
БЫШЫМ-БЫШЫМ (Р: тайком; И.: secretly; T.: gizli) р.
Аҫтыртын, йәшерен. □ Тайком, тайно, скрытно, втихомолку. Бышым-бышым эш итеү. ■ [Яубикә:]Аҡмырҙа ла шул ҡасҡындар менән бышым-бышым ғына эш итә. Б. Бикбай.
БЫШЫМЛЫ (Р: с холщовыми голенищами; И.: having linen tops (of a boot); T.: keten konçlu) с.
Бышымы (2) булған. □ С холщовыми голенищами. Бышымлы ҡата. Бышымлы сабата.
БЫШЫМЛЫ ҠАТА (Р: обувь с холщовыми голенищами; И.: kind of soft footwear; T.: ayakkabı türü) и. этн.
Бышымы (2) булған күн аяҡ кейеме.
□ Кожаная обувь с холщовыми голенищами.
БЫШЫМЛЫ ҠЫНЙЫРАҠ (ҡынйырағы) (Р: обувь из лошадиной шкуры; И.: horse-skin footwear; T.: ayakkabı türü) и. этн.
Ат тиреһенән тегелгән аяҡ кейеме.
□ Обувь из лошадиной шкуры. Бышымлы ҡынйыраҡ тегеү. Бышымлы ҡынйыраҡ кейеү.
БЫШЫМЛЫ САБАТА (Р: лапти с пришитым сукном по краям; И.: bast shoe; T.: ayakkabı türü) и. этн.
484